小王子 / Бәләкәй шаһзат — w językach chińskim i baszkirskim. Strona 8

Chińsko-baszkirska dwujęzyczna książka

安托萬·德·聖-修伯里

小王子

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

他却不回答我的问题,只是对我说:

Әммә ул яуап бирмәне. Ул ябай ғына:

“水对心也是有益处的……”

— Йөрәккә лә һыу кәрәк була…

我不懂他的话是什么意思,可我也不做声……我知道不应该去问他。

Миң аңламаным, әммә өндәшмәнем. Унан һорашырға кәрәкмәгәнен мин белә инем.

他累了,他坐下来。我在他身旁坐下。沉默了一会,他又说道:

Ул арыны. Ҡомға ултырҙы. Мин эргәһенә ултырҙым. Өндәшмәй ултырып алдыҡ. Һуңынан ул әйтте:

“星星是很美的,因为有一朵人们看不到的花……”

— Йондоҙҙар бигерәк матур, сөнки ҡайҙалыр шунда сәскә бар, үҙе күренмәһә лә…

我回答道:“当然。”而我默默地看着月光下沙漠的褶皱。

— Эйе, әлбиттә, — тинем генә мин, ай менән яҡтыртылған тулҡынлы ҡомға ҡарап.

“沙漠是美的。”他又说道。

— Сүллек тә матур… — өҫтәне Бәлкәй шаһзат.

确实如此。我一直很喜欢沙漠。坐在一个沙丘上,什么也看不见、听不见。但是,却有一种说不出的东西在默默地放着光芒……

Быныһы ысын. Миңә сүллектә гел оҡшай ине. Ҡом өйөмөндә ултыраһың. Бер ни күренмәй. Бер ни ишетелмәй. Һәм шулай ҙа ҡаранғыла ниҙер яҡтыра…

“使沙漠更加美丽的,就是在某个角落里,藏着一口井……”

— Беләһеңме нимәһе менән сүллек яҡшы? — тине ул. — Унда ҡайҙалыр шишмәләр йәшенәләр…

我很惊讶,突然明白了为什么沙漠放着光芒。当我还是一个小孩子的时候,我住在一座古老的房子里,而且传说,这个房子里埋藏着一个宝贝。当然,从来没有任何人能发现这个宝贝,可能,甚至也没有人去寻找过。但是,这个宝贝使整个房子着了魔似的。我家的房子在它的心灵深处隐藏着一个秘密……

Мин һайран ҡалдым, һәм ҡапыл, ҡомдараҙан сыҡҡан серле яҡтылыҡтың ни аңлатҡанын төшөндөм. Ҡасандыр, бәләкәй малай булып, мин бик боронғо өйҙә йәшәнем — һөйләйҙәр ине, имеш, шунда хазина йәшерелгән тип. Әлбиттә, берәү ҙә уны табып асманы, ә бәлки, берәү ҙә бер ҡасан да уны эҙләмәгәндер ҙә. Тик уның арҡаһында өй арбалған кеүек ине: үҙ йөрәгендә ул сер һаҡлай ине…

我对小王子说道:“是的,无论是房子,星星,或是沙漠,使它们美丽的东西是看不见的!”

— Эйе, — тинем мин. — Өй булһынмы, йондоҙҙар йә сүллек — уларҙа иң күркәме күҙ менән күреп булмағаны.

“我真高兴,你和我的狐狸的看法一样。”小王子说。

— Минең дуҫым Төлкө менән риза булыуыңа мин бик шатмын, — өндәште Бәләкәй шаһзат.

小王子睡觉了,我就把他抱在怀里,又重新上路了。我很激动。就好象抱着一个脆弱的宝贝。就好象在地球上没有比这更脆弱的了。

Һуңынан ул йоҡлап китте, мин кны ҡулға алдым да артабан киттем. Мин тулҡынлана инем. Мин мурт хазина алып китеп барам кеүек тойа инем. Миңә хатта беҙҙең Ерҙә бынан да нескәрәк нәмә юҡ кеүек тойола ине.

我借着月光看着这惨白的面额,这双紧闭的眼睛,这随风飘动的绺绺头发,这时我对自己说道:“我所看到的仅仅是外表。最重要的是看不见的……”

Ай яҡтыһында мин уның ағарынған маңлайына, йомолған керпектәренә, елгә елберләгән алтын сәстәре өлтөктәренә баға инем, һәм үҙемә «был тик тышлыҡ ҡына» тип әйтә инем. Иң мөһиме — күҙ менән күреп булмағаны…

由于看到他稍稍张开的嘴唇露出一丝微笑,我又自言自语地说:“在这个熟睡了的小王子身上,使我非常感动的,是他对他那朵花的忠诚,是在他心中闪烁的那朵玫瑰花的形象。这朵玫瑰花,即使在小王子睡着了的时候,也象一盏灯的火焰一样在他身上闪耀着光辉……”这时,我就感觉到他更加脆弱。应该保护灯焰:一阵风就可能把它吹灭……

Уның ярымасыҡ ирендәре йылмайыуҙа ҡыбырланы, һәм мин үҙемә өҫтәп әйттем: был йоҡлап ятҡан Бәләкәй шаһзатта иң тәьҫирлеһе уның сәскәгә тоғролоғо, йоҡлағанда ла, шәм утының теле кеүек уның күңелендә балҡыған роза образы. Шәмдәрҙе һаҡларға кәрәк: ел иҫеүе уларҙы һүндереүе мөмкин…

于是,就这样走着,我在黎明时发现了水井。

Шулай атлап таңда мин ҡоҙоҡҡа еттем.

XXV

XXV

“那些人们,他们往快车里拥挤,但是他们却不知道要寻找什么。于是,他们就忙忙碌碌,来回转圈子……”小王子说道。

— Кешеләр тиҙ йөрөшлө поезддарға ултыралар, ләкин улар үҙҙәре лә ни эҙләгәндәрен аңламайҙар, — тине Бәләкәй шаһзат. — Шуға ла улар тынғы белмәй теге йә был яҡҡа ташланалар…

他接着又说:

Һуңынан өҫтәне:

“这没有必要……”

— Һәм барыһы ла юҡҡа…

我们终于找到的这口井,不同于撒哈拉的那些井。撒哈拉的井只是沙漠中挖的洞。这口井则很象村子中的井。可是,那里又没有任何村庄,我还以为是在做梦呢。

Беҙ килеп еткән ҡоҙоҡ, Сахаралағы башҡа ҡоҙоҡтар кеүек түгел ине. Ғәҙәттә бындағы ҡоҙоҡ — ҡомдағы соҡор. Ә был иң ысын ауыл ҡоҙоғо ине. Тик эргәлә бер ауыл да юҡ ине, шуға ла мин быны төш тип уйланым.

“真怪,”我对小王子说:“一切都是现成的:辘轳、水桶、绳子……”

— Ҡайһылай сәйер, — тинем мин Бәләкәй шаһзатҡа, — бында барыһы ла әҙерләнгән: сығыры ла, биҙрәһе лә, бауы ла…

他笑了,拿着绳子,转动着辘轳。辘轳就象是一个长期没有风来吹动的旧风标一样,吱吱作响。

Ул көлөп ебәрҙе, бауға тейҙе, сығырҙы әйләндерә башланы. Сығыр шығырлай башланы, әйтерһең дә, оҙаҡ ваҡыт елһеҙ тутыҡҡан боронғо флюгер…

“你听,”小王子说:“我们唤醒了这口井,它现在唱起歌来了……”

— Ишетәһеңме? — тине Бәләкәй шаһзат. — Беҙ ҡоҙоҡто уяттыҡ, һәм ул йырлай башланы…

我不愿让他费劲。

Мин ул арыр тип ҡурҡтым.

我对他说:
“让我来干吧。这活对你太重了。”

— Мин үҙем һыу тултырырмын, — тинем мин, — һинең хәлеңдән килмәҫ ул.

我慢慢地把水桶提到井栏上。我把它稳稳地放在那里。我的耳朵里还响着辘轳的歌声。依然还在晃荡的水面上,我看见太阳的影子在跳动。

Мин яйлап тулы биҙрәне сығарҙым да ышансылы итеп ҡоҙоҡтоң таш ҡырына ултырттым. Ҡолаҡтарымда һаман да шығырлаған сығырҙың йыры ишетелә ине, биҙрәләге һыу һаман тирбәләнә ине, һәм унда ҡояш ҡуяндары емелдәй ине.

“我正需要喝这种水。”小王子说:“给我喝点……”

— Мин был һыуҙан йотҡом килә, — шымланы Бәләкәй шаһзат. — Эсеп туйынырға бир миңә…

这时我才明白了他所要寻找的是什么!

Һәм мин ул ни эҙләгәнен аңланым.

我把水桶提到他的嘴边。他闭着眼睛喝水。就象节日一般舒适愉快。这水远不只是一种饮料,它是披星戴月走了许多路才找到的,是在辘轳的歌声中,经过我双臂的努力得来的。它象是一件礼品慰藉着心田。

Мин биҙрәне уның ирендәренә яҡынлаттым. Ул күҙҙәрен йомоп эсә ине. Был инде иң зиннәтле табын кеүек ине. Был һыу ябайҙан булманы. Ул йондоҙҙар аҫтындағы оҙон юлдан, сығыр шығырлауынан, минең ҡулдар көсөргәнешенән тыуған ине. Ул йөрәккә бүләк кеүек ине.

在我小的时候,圣诞树的灯光,午夜的弥撒的音乐,甜蜜的微笑,这一切都使圣诞节时我收到的礼品辉映着幸福的光彩。

Мин бәләкәй саҡта минең өсөн шулай итеп Раштыуа бүләктәре яҡтырта инеләр: шыршылағы шәм балҡыуы, төн уртаһы ғибәҙәте мәлендәге орган йыры, мөләйем йылмайыуҙар менән.

“你这里的人在同一个花园中种植着五千朵玫瑰。”小王子说:“可是,他们却不能从中找到自己所要寻找的东西……”

— Һинең ҡауҡабыңда, — тине Бәләкәй шаһзат, — кешеләр бер баҡсала биш мең роза сәскәһе үҫтерәләр… һәм ни эҙләгәндәрен таба алмайҙар…

“他们是找不到的。”我回答道。

— Таба алмайҙар, — ризалаштым мин.

“然而,他们所寻找的东西却是可以从一朵玫瑰花或一点儿水中找到的……”

— Ә һуң бит улар эҙләгәнде берҙән бер розала табырға була, бер йотом һыуҙа…

“一点不错。”我回答道。

— Эйе, әлбиттә, — ризалаштым мин.

小王子又加了一句:

Һәм Бәләкәй шаһзат әйтте:

“眼睛是什么也看不见的。应该用心去寻找。”

— Күҙҙәр һуҡыр. Йөрәк менән эҙләргә кәрәк.

我喝了水。我痛快地呼吸着空气。沙漠在晨曦中泛出蜂蜜的光泽。这蜂蜜般的光泽也使我感到幸福。为什么我要难过……

Мин һыу эстем. Еңел тын алына ине. Ҡояш ҡалҡҡан мәлдә ҡом, бал кеүек, алтын төҫкә инә. Һәм бынынһан да мин бәхетле инем. Нимәнән миңә борсолорға һуң?

小王子又重新在我的身边坐下。他温柔地对我说:“你应该实践你的诺言。”

— Һин һүҙеңде тоторға тейешһең, — йомшаҡ итеп әйтте Бәләкәй шаһзат, ҡабат минең яныма ултырып.

“什么诺言?”

— Ниндәй һүҙемде?

“你知道……给我的小羊一个嘴套子……我要对我的花负责的呀!”

— Иҫләйһеңме, һин вәғәҙә иткән инең… минең бәрәсемә морондоҡ… Мин бит теге сәскә өсөн яуаплымын.

我从口袋中拿出我的画稿。小王子瞅见了,笑着说:

Мин кеҫәмдән һүрәттәремде сығарҙым. Бәләкәй шаһзат уларға ҡараны ла көлөп ебәрҙе:

“你画的猴面包树,有点象白菜……”
“啊!”

— Баобтарың һинең кәбеҫтәгә оҡшаған…

我还为我画的猴面包树感到骄傲呢!

Ә мин баобабтарым менән шул тиклем ғорурлана инем!

“你画的狐狸……它那双耳朵……有点象犄角……而且又太长了!”

— Ә төлкөңдөң ҡолаҡтары…тап мөгөҙ кеүек! Һәм шундай оҙон!

这时,他又笑了。

Һәм ул ҡабат көлдө.

“小家伙,你太不公正了。我过去只会画开着肚皮和闭着肚皮的巨蟒。”

— Һин ғәҙелһеҙһең, дуҫҡай. Мин бер ҡасан да һүрәт төшөрә белмәй инем — эсле тышлы быуар йыландарҙы ғына булмаһа.

“啊!这就行了。”他说:“孩子们认得出来。”

— Ярай инде, — тынысландырҙы ул мине. — Балалар былай ҙа аңлар.

我就用铅笔勾画了一个嘴套。当我把它递给小王子时,我心里很难受:

Һәм мин һарыҡ бәрәсенә морондоҡ төшөрөп бирҙем. Мин һүрәтте Бәләкәй шаһзатҡа бирҙем дә йөрәгем ҡыҫылды.

“你的打算,我一点也不知道……”

— Һин ниҙер уйланың да миңә өндәшмәйһең…

但是,他不回答我,他对我说:

Тик ул яуап бирмәне.

“你知道,我落在地球上……到明天就一周年了……”

— Беләһеңме, — тине ул, — мин һеҙгә, Ергә, килеп эләгеүемә иртәгә бер йыл буласаҡ…

接着,沉默了一会儿,他又说道:

Һәм тымды. Һуңынан өҫтәне:

“我就落在这附近……”

— Мин ошо урындан бик яҡында ғына килеп төштөм…

此时,他的面颊绯红。

Һәм ҡыҙарҙы.

我不知为什么,又感到一阵莫名其妙的心酸。

Һәм ҡабат, Хоҙай белһенме ниҙән, күңелемдә ауыр булып китте.

这时,我产生了一个问题:
“一星期以前,我认识你的那天早上,你单独一个人在这旷无人烟的地方走着;这么说,这并不是偶然的了?你是要回到你降落的地方去是吗!”

Мин шулай ҙа һораным:
— Тимәк, аҙна элек, беҙ танышҡан иртәлә, һин яңғыҙың бында, кешеләр торлағынан меңәрләгән саҡрымдарҙа, бушҡа ғына йөрөмәгәнһең? Һин ҡасандыр килеп төшкән урыныңа кире килә ята инең?

小王子的脸又红了。

Бәләкәй шаһзат тағы нығыраҡ ҡыҙарҙы.

我犹豫不定地又说了一句:

Ә мин ҡыйыуһыҙ өҫтәнем:

“可能是因为周年纪念吧?……”

— Бәлки, йыл тулып килгәнгәлер?

小王子脸又红了。他从来也不回答这些问题,但是,脸红,就等于说“是的”,是吧?

Һәм ул ҡабат ҡыҙарҙы. Ул минең бер һорауыма ла яуап бирмәне, ә һуң бит ҡыҙырғанда, «эйе» тигәнде аңлата, шулай түгелме?

“啊!”我对他说:“我有点怕……”

— Миңә ҡурҡыныс… — көрһөнөп башланым мин.

但他却回答我说:

Тик ул әйтте:

“你现在该工作了。你应该回到你的机器那里去。我在这里等你。你明天晚上再来……”

— Һиңә эшкә керешергә кәрәк. Бар үҙеңдең машинаңа. Мин һине бында көтөрмөн. Иртәгә кис кире кил…

但是,我放心不下。我想起了狐狸的话。如果被人驯服了,就可能会要哭的……

Әммә миңә тынысыраҡ булып китмәне. Мин Төлкөнө иҫкә алдым. Үҙеңде ҡулға өйрәтергә бирһәң, һуңынан иларға ла тура килә.

XXVI

XXVI

在井旁边有一堵残缺的石墙。第二天晚上我工作回来的时候,我远远地看见了小王子耷拉着双腿坐在墙上。我听见他在说话:

Ҡоҙоҡтан йыраҡ түгел боронғо таш диуарҙың емереклектәре һаҡланып ҡалған ине. Киләһе кискә, эште тамамлап, мин шул урынға кире килдем, һәм алыҫтан уҡ Бәләкәй шаһзаттың диуар ҡырында аяғын һәлендереп ултырғанын күрҙем. Һәм уның тауышын ишеттем:

“你怎么不记得了呢?”他说,“绝不是在这儿。”

— Һин хәтерләмәйһеңме ни? — ти ине ул. — Был бөтөнләй бында түгел ине.

大概还有另一个声音在回答他,因为他答着腔说道:

Күрәһең, кемдер уға яуап ҡайтара ине, сөнки ул ҡаршы килеп:

“没错,没错,日子是对的;但地点不是这里……”

— Һуң эйе, был, көнгә көн, бер йыл элек булды, әммә икенсе урында…

我继续朝墙走去。我还是看不到,也听不见任何别人。可是小王子又回答道:

Мин тиҙерәк атланым. Әммә бер ҡайҙа ла диуар тирәһендә мин һис кемде күрмәнем дә ишетмәнем дә. Шул арала Бәләкәй шаһзат ҡабат кемгәлер яуапланы:

“……那当然。你会在沙上看到我的脚印是从什么地方开始的。你在那里等着我就行了。今天夜里我去那里。”

— Эйе, әлбиттә. Һин ҡом өҫтөндә минең эҙҙәремде табырһың. Шунан көтөрһөң. Бөгөн төндә мин шунда килермен.

我离墙约有二十米远,可我依然什么也没有看见。

Диуарға тиклем егерме метр ҡалған ине, ә мин һаман да бер ни күрмәй инем.

小王子沉默了一会又说:

Оҙаҡҡа һуҙылмаған тынлыҡтан һуң Бәләкәй шаһзат:

“你的毒液管用吗?你保证不会使我长时间地痛苦吗?”

— Ә һинең ағыуың яҡшымы? Һин мине оҙаҡ яфаланырға мәжбүр итмәҫһеңме? — тип һораны.

我焦虑地赶上前去,但我仍然不明白是怎么回事。

Мин туҡтаным, һәм минең йөрәгем ҡыҫылды, ләкин мин һаман төшөнмәй инем.

“现在你去吧,我要下来了!……”小王子说。

— Ә хәҙер кит, — тине Бәләкәй шаһзат. — Минең аҫҡа ырғып төшкөм килә.

于是,我也朝墙脚下看去,我吓了一跳。就在那里,一条黄蛇直起身子冲着小王子。这种黄蛇半分钟就能结果你的性命。

Шул саҡ мин күҙемде төшөрҙөм һәм ырғып ебәрҙем! Диуар төбөндә, башын Бәләкәй шаһзатҡа ҡалҡытып, сағыуы ярты дәҡиғәттә үлтергән һары йылан сырмалып ята ине.

我一面赶紧掏口袋,拔出手枪,一面跑过去。可是一听到我的脚步声,蛇却象一股干涸了的水柱一样,慢慢钻进沙里去。它不慌不忙地在石头的缝隙中钻动着,发出轻轻的金属般的响声。

Кеҫәмдә алтатарҙы һәрмәп, мин йүгереп уның янына ташландым, әммә аҙымдар тауышынан йылан шым ғына, үлеп барған гөрләүек кеүек, ҡом буйлап ағылып китте, һәм ишетелер-ишетелмәҫ тимер сыңлау менән ашыҡмайынса таштар араһында юғалды.

我到达墙边的时候,正好把我的这位小王子接在我的怀抱中。他的脸色雪一样惨白。

Мин диуарға Бәләкәй шаһзатымды тотоп алырлыҡ мәлдә генә йүгереп еттем. Ул ҡарҙан да ағыраҡ ине.

“这是搞的什么名堂!你怎么竟然和蛇也谈起心来了!”

— Һин ниҙәр уйлап сығара башланың, сабый! — ҡысҡырып ебәрҙем мин. — Ни өсөн һин йыландар менән әңгәмә башлайһың?

我解开了他一直带着的金黄色的围脖。我用水渍湿了他的太阳穴,让他喝了点水。这时,我什么也不敢再问他。他严肃地看着我,用双臂搂着我的脖子。我感到他的心就象一只被枪弹击中而濒于死亡的鸟的心脏一样在跳动着。他对我说:

Мин уның ғәҙәттәге алтын шарфын тағаттым. Сикәләрен сылаттым һәм һыу эсергә мәжбүр иттем. Тик бер ни хаҡында ла һорарға ҡыймай инем. Ул миңә етди итеп ҡараны ла, муйынымды ҡулдары менән быуып алды. Мин уның йөрәгенең тибешен ишеттем, әйтерһең дә атылып яраланған ҡоштоҡо кеүек. Ул:

“我很高兴,你找到了你的机器所缺少的东西。你不久就可以回家去了……”

— Машинаңдың бәләһе ниҙә икәнлеген асыҡлағанға мин шатмын. Хәҙер һин өйөңә ҡайта алаһың… — тине.

“你怎么知道的?”

— Һин ҡайҙан беләһең?!

我正是来告诉他,在没有任何希望的情况下,我成功地完成了修理工作。

Тап ошо мәлдә мин уға, көтмәҫтән үҙосарҙы йүнәтә алғанымды, әйтергә йыйына инем!

他不回答我的问题,却接着说道:

Ул яуап бирмәне, ул тик:

“我也一样,今天,要回家去了……”

— Мин дә бөгөн өйөмә ҡайтам — тине.

然后,他忧伤地说:

Аҙаҡ моңһоу итеп өҫтәп әйтте:

“我回家要远得多……要难得多……”

— Был күпкә йырағыраҡ… һәм күпкә ҡыйыныраҡ…

我清楚地感到发生了某种不寻常的事。我把他当作小孩一样紧紧抱在怀里,可是我感觉到他径直地向着一个无底深渊沉陷下去,我想法拉住他,却怎么也办不到……

Барыһы ла нисектер сәйер ине. Мин уны ныҡ итеп, бәләкәй баланы кеүек, ҡосаҡлай инем, әммә, миңә ул ҡулдарымдан ысҡынып упҡынға төшөп барған кеүек тойола ине, һәм мин уны тотоп ҡалырға хәлһеҙ инем…

他的眼神很严肃,望着遥远的地方。

Ул уйсан ғына ҡайҙалыр йыраҡҡа ҡарай ине.

“我有你画的羊,羊的箱子和羊的嘴套子……”

— Миндә һинең бәрәсең ҡаласаҡ. Һәм бәрәс өсөн әрйә. Һәм морондоҡ…

他带着忧伤的神情微笑了。

Һәм ул моңһоу ғына йылмайҙы.

我等了很长时间,才觉得他身子渐渐暖和起来。

Мин оҙаҡ көттөм. Ул үҙ хәленә ҡайтҡандай кеүек ине.

“小家伙,你受惊了……”

— Һин ҡурҡҡанһың бит, сабый…

他害怕了,这是无疑的!他却温柔地笑着说:

Нисек ҡурҡмаҫҡа инде! Тик ул шым ғына көлөп ебәрҙе:

“今天晚上,我会怕得更厉害……”

— Бөгөн кис миңә күпкә ҡурҡынысыраҡ буласаҡ…

我再度意识到要发生一件不可弥补的事。我觉得我的心一下子就凉了。这时我才明白:一想到再也不能听到这笑声,我就不能忍受。这笑声对我来说,就好象是沙漠中的甘泉一样。

Һәм мине ҡабат төҙәтеп булмаҫлыҡ бәлә һиҙеме боҙҙай һалҡынлығы менән өтөп алды. Һуң ысынмы, ысынмы мин һис ҡасан уның көлгәнен ишетмәйәсәкмен? Был көлөү минең өсөн тап сүллектәге шишмә кеүек.