小王子 / Бәләкәй шаһзат — w językach chińskim i baszkirskim. Strona 4

Chińsko-baszkirska dwujęzyczna książka

安托萬·德·聖-修伯里

小王子

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

国王说道:“如果我命令一个将军象一只蝴蝶那样从这朵花飞到那朵花,或者命令他写作一个悲剧剧本或者变一只海鸟,而如果这位将军接到命令不执行的话,那么,是他不对还是我不对呢?”

— Әгәр мин берәй генералға күбәләктәй сәскәнән сәскәгә осорға ҡушһам, йә трагедия уйлап сығарырға, йә аҡсарлаҡҡа әүерелергә бойорһам һәм генерал бойороҡто үтәмәһә, был хәлдә кем ғәйепле буласаҡ — ул әллә мин?

“那当然是您的不对。”小王子肯定地回答。

— Һеҙ, ғали йәнәптәре, — бер дәҡиғәт шикләнмәйенсә яуапланы Бәләкәй шаһзат.

“一点也不错,”国王接着说,“向每个人提出的要求应该是他们所能做到的。权威首先应该建立在理性的基础上。如果命令你的老百姓去投海,他们非起来革命不可。我的命令是合理的,所以我有权要别人服从。”

— Тап шулай, — раҫланы батша. — Һәр кемдән ни бирә алғанын ғына һорарға кәрәк. Хакимлыҡ иң беренсенән аҡыллы булырға тейеш. Әгәр һин үҙ халҡыңа һыуға ташланырға бойорһаң, ул революция булдырасаҡ. Мин тыңлаусанлыҡты һорарға хаҡлымын, сөнки минең фармандарым төплө.

“那么我提出的日落呢?”小王子一旦提出一个问题,他是不会忘记这个问题的。

— Ә нисек һуң ҡояш байыуы? — тип иҫкәртте Бәләкәй шаһзат: нимәлер тураһында бер һорағас, яуап алмайынса ҡуймай ине.

“日落么,你会看到的。我一定要太阳落山,不过按照我的统治科学,我得等到条件成熟的时候。”

— Булыр һиңә ҡояш байыуы ла. Ҡояштың батыуын мин талап итермен. Тик тәүҙә уңайлы шарттарҙың килеп сығыуын көтөп алам, сөнки шунда хакимдың төп аҡыллылығы.

小王子问道:“这要等到什么时候呢?”

— Ә ҡасан шарттар уңайлы буласаҡ? — асыҡларға теләне Бәләкә шаһзат.

国王在回答之前,首先翻阅了一本厚厚的日历,嘴里慢慢说道:“嗯!嗯!日落大约……大约……在今晚七时四十分的时候!你将看到我的命令一定会被服从的。”

— Һм, Һм, — тип яуап ҡайтарҙы батша, ҡалын календарҙы битләп. — Был буласаҡ… Һм, Һм… Бөгөн был киске ете сәғәт тә ҡырҡ дәҡиғәттә буласаҡ. Һәм шул саҡ һин минең бойороҡтоң теүәл үтәлеүен күрерһең.

小王子又打起哈欠来了。他遗憾没有看到日落。他有点厌烦了,他对国王说:

Бәләкәй шаһзат иҫнәне. Бында ҡояш байығанын ҡасан теләгәндә күреп булмауы үкенесле! Һәм, ысын әйткәндә, уға күңелһеҙ булып китте.

“我没有必要再呆在这儿了。我要走了。”

— Миңә китергә ваҡыт, — тине ул батшаға. — Миңә бында башҡа эшләр эшем юҡ.

这位因为刚刚有了一个臣民而十分骄傲自得的国王说道:
“别走,别走。我任命你当大臣。”

— Ҡал! — тине батша: хакимаҫты килеп сығыуына ғорурлана ине, һәм уның менән айырлғыһы килмәй ине. — Ҡал, мин һине министр тип тәғәйенләрмен.

“什么大臣”

— Нимә министры?

“嗯……司法大臣!”

— Мәҫәлән… юстиция.

“可是,这儿没有一个要审判的人。”

— Һуң бында бит хөкөмгә тарттырырға бер кем дә юҡ!

“很难说呀,”国王说道。“我很老了,我这地方又小,没有放銮驾的地方,另外,一走路我就累。因此我还没有巡视过我的王国呢!”

— Нисек белергә, — ҡаршы килде батша. — Мин әле бар батшалығымды ҡарап сыҡмағанмын. Мин бик ҡартмын, көймәгә бында урын юҡ, ә йәйәү йөрөүе шул тиклем ялҡытҡыс…

“噢!可是我已经看过了。”小王子说道,并探身朝星球的那一侧看了看。那边也没有一个人……

Бәләкәй шаһзат эйелеп ҡауҡабтың икенсе яғына ҡабат күҙ һалды.
— Мин бит берҙе ҡараным! — тойғоланып әйтте ул. — Унда бер кем дә юҡ.

“那么你就审判你自己呀!”国王回答他说。“这可是最难的了。审判自己比审判别人要难得多啊!你要是能审判好自己,你就是一个真正有才智的人。”

— Улайһа үҙеңде хөкөм ит, — тине батша. — Быныһы иң ҡыйыны. Башҡаларға ҡарағанда үҙеңде хөкөм итеү күпкә ауырыраҡ. Әгәр һин үҙеңде дөрөҫ итеп хөкөм итә алһаң, тимәк һин, ысынында ла аҡыллы.

“我吗,随便在什么地方我都可以审度自己。我没有必要留在这里。”

— Үҙ үҙемде мин ҡайҙа булһа ла хөкөм итә алам, — тине Бәләкәй шаһзат. — Бының өсөн миңә һеҙҙә ҡалыу кәрәкмәй.

国王又说:“嗯……嗯……我想,在我的星球上有一只老耗子。夜里,我听见它的声音。你可以审判它,不时地判处它死刑。因此它的生命取决于你的判决。可是,你要有节制地使用这只耗子,每次判刑后都要赦免它,因为只有这一只耗子。”

— Һм, һм… — тине батша. — Ҡайҙалыр минең ҡауҡабта ҡарт ҡомаҡ йәшәгән кеүек. Мин уның төндә ҡыштырлауын ишетәм. Һин шул ҡарт ҡомаҡты хөкөм итә алыр инең. Ваҡыты ваҡыты менән язаға тарттырыр инең. Уның ғүмере һинең ҡулыңда буласаҡ. Тик һәр саҡ уны ярлыҡарға кәрәк булыр. Ҡарт ҡомаҡты һаҡларға кәрәк, ул бит беҙҙә берәү генә.

“可是我不愿判死刑,我想我还是应该走。”小王子回答道。

— Яратмайым мин язаға тарттырыу фарманын сығарырға, — тине Бәләкәй шаһзат. — Һәм ғөмүмән миңә китергә ваҡыт.

“不行。”国王说。

— Юҡ, ваҡыт түгел, — ҡарышты батша.

但是小王子,准备完毕之后,不想使老君主难过,说道:

Бәләкәй шаһзат бөтөнләй юлға йыйынған ине, тик уның оло батшаны көйөндөргөһө килмәне.

“如果国王陛下想要不折不扣地得到服从,你可以给我下一个合理的命令。比如说,你可以命令我,一分钟之内必须离开。我认为这个条件是成熟的……”

— Әгәр ҙә, ғали йәнәптәренә, һеҙҙең бойороҡтарығыҙ бер ҡаршы һүҙһеҙ үтәлеүе кәрәк икән, — тине ул, — һеҙ төплө уйланылған бойороҡ бирә алыр инегеҙ. Мәҫәлән, бер дәҡиғәт мыштырламай юлға сығырға миңә бойороғоҙ… Һиҙеүемсә, шарттар бының өсөн ни барынан иң уңайлылары.

国王什么也没有回答。起初,小王子有些犹疑不决,随后叹了口气,就离开了……

Батша өндәшмәне, һәм Бәләкәй шаһзат аҙыраҡ ҡыйыуһыҙланып һуҙғыланы, һуңынан тәрән тын алды ла юлға сыҡты.

“我派你当我的大使。”国王匆忙地喊道。

— Һине илсе итеп тәғәйенләйем! — ашығыс рәүештә артынан ҡысҡырып ебәрҙе уға батша.

国王显出非常有权威的样子。

Ә ҡиәфәтенә ҡарағанда, ул бер ниндәй ҙә ҡарышыуҙарҙы түҙмәҫ кеүек ине.

小王子在旅途中自言自语地说:“这些大人真奇怪。”

«Сәйер халыҡ был өлкәндәр», — тине үҙ үҙенә Бәләкәй шаһзат, юлын дауам итеп.

XI

XI

第二个行星上住着一个爱虚荣的人。

Икенсе ҡауҡабта шөһрәт һөйөүсе йәшәй ине.

“喔唷!一个崇拜我的人来拜访了!”这个爱虚荣的人一见到小王子,老远就叫喊起来。

— О, бына хөрмәтләүсе лә килеп сыҡты! — ҡысҡырып ебәрҙе ул дәртенән, Бәләкәй шаһзатты алыҫтан күреп ҡалғас та.

在那些爱虚荣的人眼里,别人都成了他们的崇拜者。

Маһайыусан кешеләрҙең бөтәһенә улар менән барыһы ла һоҡлана тип тойола.

“你好!”小王子说道。“你的帽子很奇怪。”

— Хәйерле көн, — тине Бәләкәй шаһзат. — Ҡалай һеҙҙең кәпәсегеҙ ирмәк кенә.

“这是为了向人致意用的。”爱虚荣的人回答道,“当人们向我欢呼的时候,我就用帽子向他们致意。可惜,没有一个人经过这里。”

— Был баш эйеү өсөн, — аңлатты шөһрәт һөйөүсе. — Мине сәләмләгәндә баш эйеү өсөн. Бәхетһеҙлеккә, бында бер кем дә килмәй.

小王子不解其意。说道:“啊?是吗?”

— Шулай икән? — өндәште Бәләкәй шаһзат: ул бер ни аңламаны.

爱虚荣的人向小王子建议道:“你用一只手去拍另一只手。”

— Йә, алҡышла әле, — тине уға шөһрәт һөйөүсе.

小王子就拍起巴掌来。这位爱虚荣者就谦逊地举起帽子向小王子致意。

Бәләкәй шаһзат ҡул сабырға тотондо. Шөһрәт һөйөүсе эшләпәһен систе лә, баҫалҡы итеп башын эйҙе.

小王子心想:“这比访问那位国王有趣。”于是他又拍起巴掌来。爱虚荣者又举起帽子来向他致意。

«Бында ҡарт батшала булыуҙан күңеллерәк», — тип уйланы Бәләкәй шаһзат. Һәм тағы ла ҡул сабырға кереште. Ә шөһрәт һөйөүсе ҡабаттан, кәпәсен сисеп баш эйҙе.

小王子这样做了五分钟,之后对这种单调的把戏有点厌倦了,说道:

Шулай, бер үк күренеш биш дәҡиғәт дауам иткәндән һуң Бәләкәй шаһзатты был ялҡытты.

“要想叫你的帽子掉下来,该怎么做呢?”

— Ә эшләпә төшһөн өсөн ни эшләргә кәрәк? — тип һораны ул.

可这回爱虚荣者听不进他的话,因为凡是爱虚荣的人只听得进赞美的话。

Тик шөһрәт һөйөүсе ишетмәй ине. Маһайыусан кешеләр маҡтауҙан башҡаһына һаңғрау булалар.

他问小王子道:“你真的钦佩我吗?”

— Һин ысынында ла мине һоҡланып ололаусымы? — тип һораны ул Бәләкәй шаһзатты.

“钦佩是什么意思?”

— Ә нисек ул — ололау?

“钦佩么,就是承认我是星球上最美的人,服饰最好的人,最富有的人,最聪明的人。”

— Ололау тимәк мине был ҡауҡабта барыһынан иң матуры, барыһынан ҡупшы, бөтәһенән бай һәм барыһынан аҡыллы тип таныу.

“可您是您的星球上唯一的人呀!”

— Һуң бит һинең ҡауҡабыңда башҡа берәү ҙә юҡ!

“让我高兴吧,请你还是来钦佩我吧!”

— Барырбер һоҡлан минең менән, рәхәтлек килтер инде миңә!

小王子轻轻地耸了耸肩膀,说道:“我钦佩你,可是,这有什么能使你这样感兴趣的?”

— Мин һоҡланам, — тине Бәләкәй шаһзат, еңел генә яуырынын ҡыҫып, — тик һиңә ниндәй һөйөнөс бынан?

于是小王子就走开了。

Ул шөһрәт һөйөүсенән ҡасып китте.

小王子在路上自言自语地说了一句:“这些大人,肯定是十分古怪的。”

«Ысынлап та, өлкәндәр — бик сәйер кешеләр», — бер ҡатлыраҡ уйлап ҡуйҙы ул, сәфәренә ҡуҙғалғанда.

XII

ХII

小王子所访问的下一个星球上住着一个酒鬼。访问时间非常短,可是它却使小王子非常忧伤。

Киләһе ҡауҡабта эскесе йәшәй ине. Бәләкәй шаһзат унда бик оҙаҡ булманы, әммә уға бынан һуң бик күңелһеҙ булып китте.

“你在干什么?”小王子问酒鬼,这个酒鬼默默地坐在那里,面前有一堆酒瓶子,有的装着酒,有的是空的。

Уның был ҡауҡабҡа килгәнендә, эскесе өндәшмәй генә алдында теҙелеп ултырған тулы һәм буш шешәләр өйөрөнә ҡарап ултыра ине.
— Ә һин ни эшләйһең әле? — һораны Бәләкәй шаһзат.

“我喝酒。”他阴沉忧郁地回答道。

— Эсәм, — яманһыулыҡ менән яуап бирҙе эскесе.

“你为什么喝酒?”小王子问道。

— Ниңә?

“为了忘却。”酒鬼回答。

— Онотор өсөн.

小王子已经有些可怜酒鬼。他问道:“忘却什么呢?”

— Нимә тураһында онотор өсөн? — тип һораны Бәләкәй шаһзат; уға эскесене йәл булып китте.

酒鬼垂下脑袋坦白道:“为了忘却我的羞愧。”

— Миңә оят икәнен онотҡом килә, — тип эскесе асылды ла башын түбән эйҙе.

“你羞愧什么呢?”小王子很想救助他。

— Нимәнән һиңә оят һуң? — тип һораны Бәләкәй шаһзат, уның был бахырға бик ныҡ ярҙам иткеһе килә ине.

“我羞愧我喝酒。”酒鬼说完以后就再也不开口了。

— Эсеүҙән оят! — тип аңлатты эскесе, һәм унан башҡа бер һүҙ ҙә алып булмай ине.

小王子迷惑不解地离开了。

Һәм Бәләкәй шаһзат, юғалып ҡалып һәм аптыранып, артабан юлланды.

在旅途中,他自言自语地说道:“这些大人确实真叫怪。”

«Һуң, ысынлап та, өлкәндәр бигерәк, бигерәк сәйер халыҡ», — тип, юлын дауам итә, уйланды ул.

XIII

XIII

第四个行星是一个实业家的星球。这个人忙得不可开交,小王子到来的时候,他甚至连头都没有抬一下。

Дүртенсе ҡауҡаб эшҡыуарҙыҡы ине. Ул шул тиклем эштән бушамаҫ булған, хатта Бәләкәй шаһзат килеп сығыу менән башын да ҡалҡытмаған.

小王子对他说:“您好。您的烟卷灭了。”

— Хәйерле көн, — тине уға Бәләкәй шаһзат. — Һеҙҙең тәмәкегеҙ һүнгән.

“三加二等于五。五加七等于十二。十二加三等于十五。你好。十五加七,二十二。二十二加六,二十八。没有时间去再点着它。二十六加五,三十一。哎哟!一共是五亿一百六十二万二千七百三十一。”

— Өс тә ике — биш. Биш тә ете — ун ике. Ун ике лә өс — ун биш. Хәйерле көн. Ун биш тә ете — егерме ике. Егерме ике лә алты — егерме һигеҙ. Шырпы һыҙырға ваҡыт юҡ. Егерме алты ла биш — утыҙ бер. Уф! Йәмғеһе, тимәк, биш йөҙ бер миллион алты йөҙ егерме ике мең ете йөҙ утыҙ бер.

“五亿什么呀?”

— Биш йөҙ миллион нимә?

“嗯?你还待在这儿那?五亿一百万……我也不知道是什么了。我的工作很多…… 我是很严肃的,我可是从来也没有功夫去闲聊!二加五得七……”

— Ә? Һин бындамы әле? Биш йөҙ миллион… Белмәйем дә, нимә… Минең шул тиклем эшем күп! Мин етди кеше, миндә хәбәрләшеү ҡайғыһы юҡ! Ике лә биш — ете…

“五亿一百万什么呀?”小王子重复问道。一旦他提出了一个问题,是从来也不会放弃的。

— Биш йөҙ миллион нимә? — ҡабатланы Бәләкәй шаһзат: бер ни тураһында һорап яуап алмайынса ул тынысланмай ине.

这位实业家抬起头,说:

Эшҡыуар башын күтәрҙе.

“我住在这个星球上五十四年以来,只被打搅过三次。第一次是二十二年前,不知从哪里跑来了一只金龟子来打搅我。它发出一种可怕的噪音,使我在一笔帐目中出了四个差错。

— Инде илле дүрт йыл мин был ҡауҡабта йәшәйем, һәм ошо бар ваҡыт эсендә миңә өс тапҡыр ғына ҡамасаулағандары булды. Беренсе тапҡыр, егерме ике йыл элек, миңә ҡайҙандыр май ҡуңыҙы осоп килгән ине. Ул бик хәтәрле тауыш ҡуптарҙы һәм мин шунда ҡушыуҙа дүрт хата ебәрҙем.

第二次,在十一年前,是风湿病发作,因为我缺乏锻炼所致。我没有功夫闲逛。我可是个严肃的人。现在……这是第三次!我计算的结果是五亿一百万……”

Икенсе тапҡыр, үн бер йыл элек, миндә ревматизм өйәнәге булып алды. Хәрәкәтһеҙ тормош рәүешенән. Йөрөп ятырға ваҡытым юҡ минең. Мин етди кеше. Өсөнсө тапҡыр… бына ул! Шулай итеп, тимәк, биш йөҙ миллион…

“几百万什么?”

— Миллион нимә?

这位实业家知道要想安宁是无望的了,就说道:

Эшҡыуар яуап ҡайтарырға кәрәк икәнен аңланы, башҡаса тынғы булмаясаҡ.

“几百万个小东西,这些小东西有时出现在天空中。”

— Биш йөҙ миллион теге ваҡ, ҡайһы берҙә һауала күренгән нәмәләр.

“苍蝇吗?”

— Нимә ул, әллә себендәр?

“不是,是些闪闪发亮的小东西。”

— Юҡсы, бәләкәй генә, ялтырҙар.

“是蜜蜂吗?”

— Бал ҡорттары?

“不是,是金黄色的小东西,这些小东西叫那些懒汉们胡思乱想。我是个严肃的人。我没有时间胡思乱想。”

— Һуң юҡ бит. Шундай бәләкәй генәләр, алтындай, һәр ялҡау уларға ҡарауы була, шунда уҡ хыялланып китә. Ә мин етди кеше. Минең хыялланырға ваҡытым юҡ.

“啊,是星星吗?”

— Ә, йондоҙҙармы?

“对了,就是星星。”

— Бына-бына. Йондоҙҙар.

“你要拿这五亿星星做什么?”

— Биш йөҙ миллион йондоҙ? Һин улар менән ни эшләйһең?

“五亿一百六十二万七百三十一颗星星。我是严肃的人,我是非常精确的。”

— Биш йөҙ бер миллион алты йөҙ егерме ике мең ете йөҙ утыҙ бер. Мин етди кеше, мин теүәллекте яратам.

“你拿这些星星做什么?”

— Һәм шулай ҙа, һин был бар йондоҙҙар менән дә ни эшләйһең?

“我要它做什么?”

— Ни эшләйем?

“是呀。”

— Эйе.

“什么也不做。它们都是属于我的。”

— Бер ни эшләмәйем. Мин улар менән биләйем.

“星星是属于你的?”

— Йондоҙҙар менән биләйһеңме?

“是的。”

— Эйе.

“可是我已经见到过一个国王,他……”

— Һуң мин күргән батша ла бит…

“国王并不占有,他们只是进行‘统治’。这不是一码事。”

— Батшалар биләмәй. Улар идара ғына итә. Ул бөтөнләй башҡа күренеш.

“你拥有这许多星星有什么用?”

— Ә ни өсөн һиңә йондоҙҙар менән биләргә?


— Бай булыр өсөн.


— Ә ни өсөн бай булырға?

“富了就可以去买别的星星,如果有人发现了别的星星的话。”

— Яңы йондоҙҙар һатып алыр өсөн, әгәр уларҙы берәү асһа.

小王子自言自语地说:“这个人想问题有点象那个酒鬼一样。”

«Ул эскесе кеүек үк фекер йөрөтә тиерлек», — тип уйланы Бәләкәй шаһзат.

可是他又提了一些问题:

Һәм аратабан һорайа башланы:

“你怎么能占有星星呢?”

— Ә нисек итеп йондоҙҙар менән биләргә була?

“那么你说星星是谁的呀?”实业家不高兴地顶了小王子一句。

— Йондоҙҙар кемдеке? — асыулы һораны эшҡыуар.

“我不知道,不属于任何人。”

— Белмәйем. Бер кемдеке лә.