小王子 / Бәләкәй шаһзат — w językach chińskim i baszkirskim. Strona 5

Chińsko-baszkirska dwujęzyczna książka

安托萬·德·聖-修伯里

小王子

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

“那么,它们就是我的,因为是我第一个想到了这件事情的。”

— Тимәк, минеке, сөнки мин беренсе быныһын уйлап еттем.

“这就行了吗?”

— Һәм шул етерлекме?

“那当然。如果你发现了一颗没有主人的钻石,那么这颗钻石就是属于你的。当你发现一个岛是没有主的,那么这个岛就是你的。当你首先想出了一个办法,你就去领一个专利证,这个办法就是属于你的。既然在我之前不曾有任何人想到要占有这些星星,那我就占有这些星星。”

— Һуң әлбиттә. Әгәр һин хужаһы булмаған алмаз тапһаң, — тимәк, ул һинеке. Әгәр һин хужаһы булмаған утрау тапһаң, ул һинеке. Әгәр ҙә, беренсе булып һинең башыңа берәй идея килһә, һин уға патент алаһың: ул һинеке. Мин йондоҙҙар менән биләйем, сөнки миңә тиклем улар менән биләүҙе берәү ҙә уйлап тапмаған.

“这倒也是。可是你用它们来干什么?”小王子说。

— Быныһы дөрөҫ, — тине Бәләкәй шаһзат. — Тик һин улар менән ни эшләйһең?

“我经营管理这些星星。我一遍又一遍地计算它们的数目。这是一件困难的事。但我是一个严肃认真的人!”

— Эш итәм, — тине эшҡыуар. — Һанайым да ҡабат һанарға керешәм. Был бик ауыр. Тик мин етди кеше.

小王子仍然还不满足,他说:

Әммә Бәләкәй шаһзатҡа был әҙ ине.

“对我来说,如果我有一条围巾,我可以用它来围着我的脖子,并且能带走它。我有一朵花的话,我就可以摘下我的花,并且把它带走。可你却不能摘下这些星星呀!”

— Әгәр миндә ебәк яулыҡ бар икән, мин уны муйынымды уратып бәйләп, үҙем менән алып китә алам, — тине ул. — Әгәр сәскәм бар икән, мин уны өҙөп үҙем менән алып китә алам. Ә һин бит йондоҙҙарҙы ала алмайһың!

“我不能摘,但我可以把它们存在银行里。”

— Юҡ, тик мин уларҙы банкҡа һала алам.

“这是什么意思呢?”

— Нисек ул?

“这就是说,我把星星的数目写在一片小纸头上,然后把这片纸头锁在一个抽屉里。”

— Ә бына нисек: нисә йондоҙом бар икәнен ҡағыҙға яҙам. Шунан ҡағыҙҙы әрйәгә һалып асҡыс менән бикләп ҡуям.

“这就算完事了吗?”

— Шул ғынамы?

“这样就行了。”

— Шул етерлек.

小王子想道:“真好玩。这倒蛮有诗意,可是,并不算是了不起的正经事。”

«Ирмәк! — тип уйланы Бәләкәй шаһзат. — Һәм шиғри ла. Әммә бик үк етди түгел».

关于什么是正经事,小王子的看法与大人们的看法非常不同。

Нимә етди, ә нимә етди түгел, — быныһын Бәләкәй шаһзат үҙенсә аңлай ине, бөтөнләй өлкәндәр кеүек түгел.

他接着又说:“我有一朵花,我每天都给她浇水。我还有三座火山,我每星期把它们全都打扫一遍。连死火山也打扫。谁知道它会不会再复活。我拥有火山和花,这对我的火山有益处,对我的花也有益处。但是你对星星并没有用处……”

— Минең сәскәм бар, — тине ул, — һәм мин иртә һайын уға һыу ҡоям. Минең өс янартауым бар, мин аҙна һайын уларҙы таҙартып торам. Өсөһөн дә таҙартам, һүнгәнен дә. Әҙме ни сығып ҡуйыр. Минең янартауҙарыма, һәм сәскәмә мин улар менән биләгәндән файҙа бар. Ә йондоҙҙарға һинән бер файҙаң юҡ…

实业家张口结舌无言以对。于是小王子就走了。

Эшҡыуар ауыҙын асып ебәрҙе лә, тик ни әйтергә тапманы, һәм Бәләкәй шаһзат артабан юлланды.

在旅途中,小王子只是自言自语地说了一句:“这些大人们真是奇怪极了。”

«Юҡ, өлкәндәр ысынында ла, иҫ киткес халыҡ», — әйтә ине ул үҙенә ябайлыҡ менән, юлын дауам итә.

XIV

XIV

第五颗行星非常奇怪,是这些星星中最小的一颗。行星上刚好能容得下一盏路灯和一个点路灯的人。

Бишенсе ҡауҡаб бигерәк ҡыҙыҡлы ине. Ул барыһынан дә бәләкәй булып сыҡты. Унда ни бары яҡтыртҡыс менән уны яғыусы урынлаша ала ине.

小王子怎么也解释不通:这个坐落在天空某一角落,既没有房屋又没有居民的行星上,要一盏路灯和一个点灯的人做什么用。
但他自己猜想:

Йорто ла, йәшәүселәре лә булмаған, күктә юғалған, остоҡ ҡына ҡауҡабта ни өсөн яҡтыртҡыс һәм яҡтыртыусы кәрәк икәнен Бәләкәй шаһзат бер нисек тә аңлай алмай ине. Тик шулай ҙа уйланды:

“可能这个人思想不正常。但他比起国王,比起那个爱虚荣的人,那个实业家和酒鬼,却要好些。至少他的工作还有点意义。当他点着了他的路灯时,就象他增添了一颗星星,或是一朵花。当他熄灭了路灯时,就象让星星或花朵睡着了似的。这差事真美妙,就是真正有用的了。”

«Бәлки, был кеше мәғәнәһеҙҙер. Тик ул батша, шөһрәт һөйөүсе, эшҡыуар һәм эскесе кеүек мәғәнәһеҙ түгел. Уның эшендә шулай булһа ла рәт бар. Ул үҙенең яҡтыртҡысын яҡһа — әйтерһең йәнә бер йондоҙ тыуа, йә сәскә. Ә яҡтыртҡысты һүндергәндә инде — йондоҙ, йә сәскә йоҡлап киткән кеүек. Бик яҡшы шөғөл. Был ысынында ла файҙалы, сөнки матур».

小王子一到了这个行星上,就很尊敬地向点路灯的人打招呼:

Һәм, был ҡауҡаб менән тәңгәлләшкәс, ул хөрмәт менән яҡтыртыусыға башын эйҙе.

“早上好。——你刚才为什么把路灯灭了呢?”

— Хәйерле көн, — тине ул. — Һин хәҙер ниңә яҡтыртғысты һүндерҙең?

“早上好。——这是命令。”点灯的回答道。

— Килешеү шундай, — яуапланы яҡтыртыусы. — Хәйерле көн.

“命令是什么?”

— Ә ниндәй килешеү ул?

“就是熄掉我的路灯。——晚上好。”

— Яҡтыртҡысты һүндерергә. Хәйереле кис.

于是他又点燃了路灯。

Һәм ул ҡабат яҡтыртты.

“那么为什么你又把它点着了呢?”

— Ниңә инде һин уны ҡабат тоҡандырҙың?

“这是命令。”点灯的人回答道。

— Килешеү шундай, — ҡабатланы яҡтыртыусы.

“我不明白。”小王子说。

— Аңламайым, — танытты Бәләкәй шаһзат.

“没什么要明白的。命令就是命令。”点灯的回答说。“早上好。”

— Аңларлыҡ бер ни юҡ, — тине яҡтыртыусы, — килешеү килешеү инде ул. Хәйерле көн.

于是他又熄灭了路灯。

Һәм яҡтыртҡсты һүндерҙе.d

然后他拿一块有红方格子的手绢擦着额头。

Һуңынан шаҡмаҡ һүрәтле ҡыҙыл яулыҡ менән маңлайынан тирен һөрттө лә:

“我干的是一种可怕的职业。以前还说得过去,早上熄灯,晚上点灯,剩下时间,白天我就休息,夜晚我就睡觉……”

— Ауыр минең һөнәрем. Ҡасандыр мәғәнәһе бар ине. Мин яҡтыртҡсты иртә менән һүндереп, ә кис ҡабат яға инем. Миңә ял итергә көнөм, һәм йоҡо туйҙырырға төнөм ҡала ине… — тине.

“那么,后来命令改变了,是吗?”

— Ә аҙаҡтан килешеү үҙгәрҙеме?

点灯的人说:“命令没有改,惨就惨在这里了!这颗行星一年比一年转得更快,而命令却没有改。”

— Килешеү үҙгәрмәне, — тине яҡтыртыусы. — Бәләһе тап шунда бит! Минең ҡауҡабым йылдан йыл тиҙерәк әйләнә, ә килешеү элекке ҡалды.

“结果呢?”小王子问。

— Һәм нисек инде хәҙер? — тип һораны Бәләкәй шаһзат.

“结果现在每分钟转一圈,我连一秒钟的休息时间都没有了。每分钟我就要点一次灯,熄一次灯!”

— Бына нисек. Ҡауҡаб тулы әйләнеүен бер дәҡиғәттә үтә, һәм минең тын алыштырырға икенде лә юҡ. Һәр дәҡиғәт һайын мин яҡтыртҡсты һүндереп кире яғам.

“真有趣,你这里每天只有一分钟长?”

— Бына ҡыҙыҡ! Тимәк, һинең көнөң бары тик бер дәҡиғәт бара!

“一点趣味也没有,”点灯的说,“我们俩在一块说话就已经有一个月的时间了。”

— Бер ҡыҙығы юҡ бында, — ҡаршы килде яҡтыртыусы. — Беҙ һинең менән бер ай һөйләшеп торабыҙ.

“一个月?”

— Бер ай?!

“对。三十分钟。三十天!——晚上好。”

— Һуң, эйе. Утыҙ дәҡиғәт. Утыҙ көн. Хәйерле кис!

于是他又点着了了他的路灯。

Һәм ул ҡабат яҡтыртҡсты ҡабыҙҙы.

小王子瞅着他,他喜欢这个点灯人如此忠守命令。

Бәләкәй шаһзат яҡтыртыусыға ҡарап торҙо, үҙ һүҙенә шул тиклем тоғро булған был кеше уға нығыраҡ оҡшай килде.

这时,他想起了他自己从前挪动椅子寻找日落的事。他很想帮助他的这位朋友。

Бәләкәй шаһзат ҡасандыр ҡояштың байығанын артыҡ мәртәбә күҙәтер өсөн ултырғысын урындан урынға күсереп йөрөгәнен иҫкә төшөрҙө. Һәм уның дуҫына ярҙам иткеһе килде.

“告诉你,我知道一种能使你休息的办法,你要什么时候休息都可以。”

— Тыңла әле, — тине ул яҡтыртыусыға, — мин бер ысул беләм: һин ҡасан теләһәң ял итә алаһың…

“我老是想休息。”点灯人说。

— Мин гел ял иткем килә, — тине яҡтыртыусы.

因为,一个人可以同时是忠实的,又是懒惰的。

Һуң бит һүҙеңә тоғро ҡалып та ялҡау булырға мөмкин.

小王子接着说:
“你的这颗行星这样小,你三步就可以绕它一圈。你只要慢慢地走,就可以一直在太阳的照耀下,你想休息的时候,你就这样走……那么,你要白天又多长它就有多长。”

— Һинең ҡауҡабың шул тиклем бәләкәй, — дауам итте Бәләкәй шаһзат, — һин уны өс аҙымда үтеп сыға алаһың. Һәм һәр ваҡыт ҡояшта ҡалыр өсөн ни бары бер тиҙлек менән генә атларға кәрәк. Ял итергә теләгәндә һин тик атла, атла… Һәм көн һин теләгән ваҡытҡа һуҙыласаҡ.

“这办法帮不了我多打忙,生活中我喜欢的就是睡觉。”点灯人说。

— Бынан миңә файҙа әҙ, — тине яҡтыртыусы. — Донъяла иң яратҡаным — йоҡлау.

“真不走运。”小王子说。

— Улайһа хәлең насар һинең, — тип тойоношто Бәләкәй шаһзат.

“真不走运。”点灯人说。“早上好。”

— Хәлем насар минең, — тип раҫланы яҡтыртыусы. — Хәйерле көн.

于是他又熄灭了路灯。

Һәм яҡтыртҡысты һүндерҙе.

小王子在他继续往前旅行的途中,自言自语地说道:
“这个人一定会被其他那些人,国王呀,爱虚荣的呀,酒鬼呀,实业家呀,所瞧不起。可是唯有他不使我感到荒唐可笑。这可能是因为他所关心的是别的事,而不是他自己。”

«Бына кеше, — тине үҙ үҙенә Бәләкәй шаһзат, юлын дауам итеп, — бына кеше; уға барыһы ла - батша ла, шөһрәт һөйөүсе лә, эскесе лә, эшҡыуар ҙа нәфрәт менән ҡарар ине. Ә шулай ҙа улар араһында ул ғына, минеңсә, көлкөлө түгел. Бәлки үҙе тураһында ғына уйламағанғалыр».

他惋惜地叹了口气,

Бәләкәй шаһзат тәрән тын алды.

并且又对自己说道:“本来这是我唯一可以和他交成朋友的人。可是他的星球确实太小了,住不下两个人……”

«Бына кем менән дуҫлашырға ине лә, — тип тә уйлап ҡуйҙы. — Тик уның ҡауҡабы шул тиклем бәләкәй. Унда икәү өсөн урын юҡ…»

小王子没有勇气承认的是:他留恋这颗令人赞美的星星,特别是因为在那里每二十四小时就有一千四百四十次日落!

Был бәләкәй ҡауҡабҡа ҡарата иң ҙур үкенесенең тағы ла бер сәбәбе булыуын танырға баҙнат итмәй ине: егерме дүрт сәғәт эсендә бында ҡояш байыуы менән мең дүрт йөҙ ҡырҡ тапҡыр һоҡланыу мөмкин ине!

XV

XV

第六颗行星则要大十倍。上面住着一位老先生,他在写作大部头的书。

Алтынсы ҡауҡаб алдағыһынан ун тапҡырға ҙурыраҡ ине. Унда ҡалын-ҡалын китаптар яҙған ҡарт йәшәй ине.

“瞧!来了一位探险家。”老先生看到小王子时,叫了起来。

— Ҡарағыҙ әле! Бына сәйәхәтсе килде! — тип ҡысыҡырып ебәрҙе ул, Бәләкәй шаһзатты күреп.

小王子在桌旁坐下,有点气喘吁吁。他跑了多少路啊!

Бәләкәй шаһзат, тын йүнәлтергә өҫтәлгә менеп ултрыҙы. Ул шул тиклем илдәр гиҙҙе бит инде!

“你从哪里来的呀?”老先生问小王子。

— Һин ҡайҙан? — тип һораны унан ҡарт.

“这一大本是什么书?你在这里干什么?”小王子问道。

— Был ниндәй ҙур китап ул? — һорауланы Бәләкәй шаһзат. — Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?

“我是地理学家。”老先生答道。

— Мин географ, — яуап ҡайтарҙы ҡарт.

“什么是地理学家?”

— Ә нимә ул географ?

“地理学家,就是一种学者,他知道哪里有海洋,哪里有江河、城市、山脉、沙漠。”

— Ул диңгеҙҙәр, йылғалар, ҡалалар, тауҙар һәм сүллектәр ҡайҙа икәнен белгән ғалим.

“这倒挺有意思。”小王子说。“这才是一种真正的行当。”

— Ҡайһылай ҡыҙыҡ! — тине Бәләкәй шаһзат. — Быныһы — ысын эш!

他朝四周围看了看这位地理学家的星球。他还从来没有见过一颗如此壮观的行星。

Ул ҡарашы менән географтың ҡауҡабын йүгертеп сыҡты. Бер ҡасан да был тиклем мөһабәт ҡауҡабты күргәне юҡ ине!

“您的星球真美呀。上面有海洋吗?”

— Һеҙҙең ҡауҡабығыҙ бик матур, — тине ул. — Ә дарьялар һеҙҙә бармы?

“这我没法知道。”地理学家说。

— Быныһын мин белмәйем, — тине географ.

“啊!”小王子大失所望。“那么,山脉呢?”

— О-о-о… — төңөлөп һуҙҙы Бәләкәй шаһзат. — Ә тауҙар бармы?

“这,我没法知道。”地理学家说。

— Белмәйем, — ҡабатланы географ.

“那么,有城市、河流、沙漠吗?”

— Ә ҡалалар, йылғалар, сүллектәр?

“这,我也没法知道。”地理学家说。

— Быныһын да мин белмәйем.

“可您还是地理学家呢!”

— Һуң һеҙ бит географ!

“一点不错,”地理学家说,“但是我不是探察家。我手下一个探察家都没有。地理学家是不去计算城市、河流、山脉、海洋、沙漠的。

— Тап шулай, — тине ҡарт. — Мин географ, ә сәйәхәтсе түгел. Миңә сәйәхәтселәр бик тә етмәй. Сөнки ҡалаларға, йылғаларға, тауҙарға, диңгеҙҙәргә, дарьяларға һәм сүллектәргә геграфтар иҫәп алып бармай.

地理学家很重要,不能到处跑。他不能离开他的办公室。但他可以在办公室里接见探察家。他询问探察家,把他们的回忆记录下来。如果他认为其中有个探察家的回忆是有意思的,那么地理学家就对这个探察家的品德做一番调查。”

Географ бигерәк мөһим кеше, һәм гиҙеп йөрөргә уның ваҡыты юҡ. Ул үҙенең эш бүлмәһенән сыҡмай. Әммә сәйәхәтселәрҙе үҙендә ҡабул итә һәм һөйләгәндәрен яҙып ала. Әгәр улар ҡыҙыҡлы бер ни һөйләһә, географ белешмәләр төшөрөп сәйәхәтсенең әҙәпле кешеме икәнлеген тикшерә.

“这是为什么呢?”

— Ә нимәгә?

“因为一个说假话的探察家会给地理书带来灾难性的后果。同样,一个太爱喝酒的探察家也是如此。”

— Һуң бит әгәр ҙә сәйәхәтсе алдай башлаһа, география китаптарында бар нәмә буталасаҡ. Һәм ул артыҡ эсә икән — уныһы ла бәлә.

“这又是为什么?”小王子说。

— Ә ниңә?

“因为喝醉了酒的人把一个看成两个,那么,地理学家就会把只有一座山的地方写成两座山。”

— Сөнки эскеселәрҙең күҙенә ҡуш булып күренә. Һәм, ысынында бер тау булған урында, географ икәүҙе билдәләйәсәк.

“我认识一个人,他要是搞探察的话,就很可能是个不好的探察员。”小王子说。

— Мин бер кешене белә инем… Унан насар сәйәхтсе сығыр ине, — билдәләне Бәләкәй шаһзат.

“这是可能的。因此,如果探察家的品德不错,就对他的发现进行调查。”

— Бик тә мөмкин. Һәм бына, әгәр ҙә сәйәхәтсе әҙәпле кеше булып сыҡһа, уның асышын тикшерәләр.

“去看一看吗?”

— Нисек тикшерәләр? Баралар ҙа ҡарайҙармы?

“不。那太复杂了。但是要求探察家提出证据来。例如,假使他发现了一座大山,就要求他带来一些大石头。”

— Юҡ инде. Был бик ҡатмарлы. Сәйәхәтсенән дәлилдәр биреүен талап итәләр. Мәҫәлән, ҙур тауҙы асҡан икән, шул тауҙан эре таштар алып килһен.

地理学家忽然忙乱起来。

Географ ҡапыл тулҡынланыуға килеп:

“正好,你是从老远来的么!你是个探察家!你来给我介绍一下你的星球吧!”

— Һин бит үҙең дә сәйәхәтсе! Һин алыҫтан килгәнһең! Үҙеңдең ҡауҡабың тураһында миңә һөйлә әле!

于是,已经打开登记簿的地理学家,削起他的铅笔来。他首先是用铅笔记下探察家的叙述,等到探察家提出了证据以后再用墨水笔记下来。

Һәм ул ҡалын китабын асып ҡәләмен осланы. Сәйәхтселәр хикәйәләрен тәүҙә ҡәләм менән яҙып алалар. Һәм һуңынан, сәйәхәтсе дәлилдәрен тапшырғас ҡына, уның һөйләгәнен ҡара менән яҙырға була.

“怎么样?”地理学家询问道。

— Тыңлайым һине, — тине географ.

“啊!我那里,”小王子说道,“没有多大意思,那儿很小。我有三座火山,两座是活的,一座是熄灭了的。但是也很难说。”

— Миндә унда әллә ни ҡыҙыҡ түгел, — әйтеп бирҙе Бәләкәй шаһзат. — Миндә барыһы ла бик бәләкәй. Өс янартауым бар. Икәүһе тере, ә береһе күптән һүнгән. Тик аҙмы ни булып ҡуйыуы ихтимал…

“很难说。”地理学家说道。

— Эйе, барыһы ла ихтимал, — иҫбатланы географ.

“我还有一朵花。”

— Шунан сәскәм бар.

“我们是不记载花卉的。”地理学家说。

— Сәскәләрҙе беҙ билдәләмәйбеҙ, — тине географ.

“这是为什么?花是最美丽的东西。”

— Ниңә?! Был бит иң матуры!

“因为花卉是短暂的。”

— Сөнки сәскәләр ваҡытлыса ғына.

“什么叫短暂?”

— Нисек ул — ваҡытлыса?

“地理学书籍是所有书中最严肃的书。”地理学家说道,“这类书是从不会过时的。很少会发生一座山变换了位置,很少会出现一个海洋干涸的现象。我们要写永恒的东西。”

— География китаптары — донъяла иң ҡиммәтле китаптар, — аңлатты географ. — Улар бер ҡасан да иҫкермәй. Тауҙың урынынан ҡуҙғыуы бит бик һирәк осраҡ. Йә дарьяның ҡороуы. Беҙ мәңге һәм үҙгәрмәүсән әйберҙәр тураһында яҙабыҙ.

“但是熄灭的火山也可能会再复苏的。”小王子打断了地理学家。“什么叫短暂?”

— Һуң бит һүнгән янартауҙың уяныуы мөмкин, — бүлдерҙе Бәләкәй шаһзат. — Ә нимә ул «ваҡытлыса»?