小王子 / Бәләкәй шаһзат — w językach chińskim i baszkirskim. Strona 6

Chińsko-baszkirska dwujęzyczna książka

安托萬·德·聖-修伯里

小王子

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

“火山是熄灭了的也好,苏醒的也好,这对我们这些人来讲都是一回事。” 地理学家说,“对我们来说,重要的是山。山是不会变换位置的。”

— Янартау һүнгәнме юҡмы, быныһы беҙҙең, географтар, өсөн, әһәмиткә эйә түгел, — тине географ. — Шуныһы мөһим: тау. Ул үҙгәрмәй.

“但是,‘短暂’是什么意思?”小王子再三地问道。他一旦提出一个问题是从不放过的。

— Ә нимә ул «ваҡытлыса»? — тип һораны, бер һорау биреп яуап алмайынса тынысланмаған, Бәләкәй шаһзат.

“意思就是:有很快就会消失的危险。”

— Тимәк: тиҙҙән юҡҡа сығырға тейешле нәмә.

“我的花是很快就会消失的吗?”

— Минең сәскәм дә тиҙҙән юҡҡа сығырға тейешме?

“那当然。”

— Әлбиттә.

小王子自言自语地说:“我的花是短暂的,而且她只有四根刺来防御外侮!可我还把她独自留在家里!”

«Минең матурлығым һәм һөйөнөсөм мәңгелек түгел, — тине үҙенә Бәләкәй шаһзат, — һәм ул донъянан һаҡлана алмай, ни бары тик дүрт энәһе генә бар. Ә мин уны ташлап киттем, һәм ул минең ҡауҡбымда япа-яңғыҙы ҡалды!»

这是他第一次产生了后悔,但他又重新振作起来:

Тәүге тапҡыр ул ҡалдырып киткән сәскәһе тураһында үкенде. Тик шул уҡ мәлдә уның ҡыйыулығы кире ҡайтты.

“您是否能建议我去看些什么?”小王子问道。

— Ҡайҙа юл тоторға кәңәш итер инегеҙ? — тип һораны ул географтан.

“地球这颗行星,”地理学家回答他说,“它的名望很高……”

— Ер ҡауҡабына барып сыҡ, — яуапланы географ. — Ул яҡшы яҡтан билдәле…

于是小王子就走了,他一边走一边想着他的花。

Һәм Бәләкәй шаһзат юлға сыҡты, тик уйҙары уның ҡалдырып киткән сәскәһе хаҡында ине.

XVI

XVI

第七个行星,于是就是地球了。

Шулай итеп, ул күргән етенсе ҡауҡаб, Ер ине.

地球可不是一颗普通的行星!它上面有一百一十一个国王(当然,没有漏掉黑人国王),七千个地理学家,九十万个实业家,七百五十万个酒鬼,三亿一千一百万个爱虚荣的人,也就是说,大约有二十亿的大人。

Ер — ябай ҡауҡаб түгел! Унда йөҙ ҙә ун батша (шул иҫәптән, әлбиттә, негрҙарҙыҡылар ҙа), ете мең географ, туғыҙйөҙ мең эшҡыуар, ете миллион ярым эскесе, өс йөҙ мең шөһрәт һөйөүсе, һәм ике миллиардҡа яҡын өлкәндәр иҫәпләнә ине.

为了使你们对地球的大小有一个概念,我想要告诉你们:在发明电之前,在六的大洲上,为了点路灯,需要维持一支为数四十六万二千五百一十一人的真正大军。

Ерҙең ни тиклем ҙур булыуы хаҡында һеҙгә төшөнсә бирер өсөн, электр утын уйлап сығарғансыға тиклем, барлыҡ алты ҡитғала дүрт йөҙ ҙә алтмыш ике мең биш йөҙ ун бер кешенән торған яҡтыртыусылар сафтарын тоторға кәрәк булғанлығын ғына әйтә алам.

从稍远的地方看过去,它给人以一种壮丽辉煌的印象。这支军队的行动就象歌剧院的芭蕾舞动作一样,那么有条不紊。

Ситтән ҡарағанда был зиннәтле күренеш ине. Был сафтарҙың хәрәкәттәре төҙгә ҡатҡан ритмға бойһона ине, тап балетта кеүек.

首先出现的是新西兰和澳大利亚的点灯人。点着了灯,随后他们就去睡觉了。于是就轮到中国和西伯利亚的点灯人走上舞台。随后,他们也藏到幕布后面去了。

Беренселәрҙән булып Яңы Зеландия һәм Австралия яҡтыртыусылары сыға ине. Үҙ уттарын тоҡандырып, улар йоҡларға киткәндәр. Уларҙан һуң Ҡытай яҡтыртыусыларының сираты килеп етә ине. Бейеүҙәрен башҡарып улар ҙа шарашау артына боҫҡандар.

于是就又轮到俄罗斯和印度的点灯人了。然后就是非洲和欧洲的。接着是南美的,再就是北美的。

Һуңынан Рәсәй һәм Һиндостан яҡтыртыусыларының мәле еткән булған. Аҙаҡтан — Африкала һәм Европала. Һуңынан Көнъяҡ Америкала, артабан Төнъяҡ Америкала.

他们从来也不会搞错他们上场的次序。真了不起。

Һәм бер ҡасан улар яңлышмаған, бер кем дә сәхнәгә ваҡытһыҙ сыҡмаған. Эйе, был таң ҡалдырырлыҡ ине.

北极仅有一盏路灯,南极也只有一盏;唯独北极的点灯人和他南极的同行,过着闲逸、懒散的生活:他们每年只工作两次。

Тик, Төнъяҡ ҡотопта берҙән бер яҡтыртҡысты тоҡандыра торған яҡтыртыусыға, һәм уның Көнъяҡ ҡотоптағы иптәшенә, — был икәүгә йәшәү еңел һәм вайымһыҙ ине: уларға эштәрен йылына ике тапҡыр ғына үтәргә кәрәк ине.

XVII

ХVII

当人们想要说得俏皮些的时候,说话就可能会不大实在。在给你们讲点灯人的时候,我就不那么忠实,很可能给不了解我们这个星球的人们造成一个错误的概念。在地球上,人们所占的位置非常小。

Бигерәк йор һүҙ әйтергә теләгән мәлдә, ҡайһы саҡта ирекһеҙҙән алдаштырып та ҡуяһың. Яҡтыртыусылар тураһында һөйләгәндә, мин хәҡиҡәткә бер ҡат ҡаршы барҙым. Беҙҙең ҡауҡаб тураһында белмәгәндәрҙең, уның турала ялған төшөнсә барлыҡҡа килеүенән ҡурҡам. Кешеләр Ерҙә әллә ни күп урын биләмәй.

如果住在地球上的二十亿居民全站着,并且象开大会一样靠得紧些,那么就可以从容地站在一个二十海里见方的广场上。也就是说可以把整个人类集中在太平洋中一个最小的岛屿上。

Әгәр ҙә уның ике миллиард йәшәүсеһе йыйылышып, митингыла кеүек, бер өйөргә тупланһа, уларҙың барыһы ла бер мәшәҡәтһеҙ оҙонлоғо һәм киңлеге егерме саҡрым булған аралыҡҡа һыйырҙар ине. Бар инсаниятты Тымыҡ дарьяның иң бәләкәй утрауында иңгә иң терәп ҡуйғанда ла була.

当然,大人们是不会相信你们的。他们自以为要占很大地方,他们把自己看得象猴面包树那样大得了不起。你们可以建议他们计算一下。这样会使他们很高兴,因为他们非常喜欢数目字。可是你们无须浪费时间去做这种乏味的连篇累牍的演算。这没有必要。你们可以完全相信我。

Өлкәндәр һеҙгә, әлбиттә, ышанмаясаҡ. Улар бик күп урын биләй тип уйлаған булалар. Улар үҙҙәренә бөйөк булып күренәләр, баобабтар кеүек. Ә һеҙ уларға дөрөҫ иҫәп эшләргә кәңәш итегеҙ. Уларға был оҡшаясаҡ, улар бит һандарҙы үлеп яраталар. Ә үҙегеҙ был иҫәп-хисапҡа ваҡыт сарыф итмәгеҙ. Һеҙгә бының кәрәге юҡ. Һеҙ унһыҙ ҙа миңә ышанаһығыҙ.

小王子到了地球上感到非常奇怪,他一个人也没有看到,他正担心自己跑错了星球。这时,在沙地上有一个月光色的圆环在蠕动。

Шулай итеп, ергә килеп эләккәс, Бәләкәй шаһзат бер тере йән күрмәне һәм бик аптыраны. Ул хатта яңлышып, ниндәйҙер икенсе ҡауҡабҡа осоп килгән, тип уйлап ҡуйҙы. Тик ошо мәлдә ҡомда ай нуры төҫөндәге йөҙөк ҡыбырланы.

小王子毫无把握地随便说了声:“晚安。”

— Хәйерле кис, — тине Бәләкәй шаһзат ул-был хәлгә.

“晚安。”蛇说道。

— Хәйерле кис, — яуапланы йылан.

“我落在什么行星上?”小王子问道。

— Мин ниндәй ҡауҡабҡа килеп эләктем ул?

“在地球上,在非洲。”蛇回答道。

— Ергә, — тине йылан. — Африкаға.

“啊!……怎么,难道说地球上没有人吗?”

— Бына нисек. Ә һуң Ерҙә кешеләр юҡмы ни?

“这里是沙漠,沙漠中没有人。地球是很大的。”蛇说。

— Был сүллек. Сүллектәрҙә берәү ҙә йәшәмәй. Әммә Ер ҙур.

小王子坐在一块石头上,抬眼望着天空,说道:

Бәләкәй шаһзат ташҡа ултырҙы ла күҙҙәрен күккә ҡалҡытты.

“我捉摸这些星星闪闪发亮是否为了让每个人将来有一天都能重新找到自己的星球。看,我那颗行星。它恰好在我们头顶上……可是,它离我们好远哟!”

— Йондоҙҙарҙың ниңә яҡтыртҡанын белергә теләр инем, — әйтте ул уйсан ғына. — Моғайын, ҡасан да һәр кем үҙенекен ҡабат тапһын өсөн. Ҡара, бына минең ҡауҡабым — тап беҙҙән өҫтә генә… Тик уға шул тиклем йыраҡ!

“它很美。”蛇说,“你到这里来干什么呢?”

— Матур ҡауҡаб, — тине йылан. — Ә һин бында, Ерҙә, ни эшләйәсәкһең?

“我和一朵花闹了别扭。”小王子说。

— Мин үҙемедең сәскәм менән талаштым, — асып әйтте Бәләкәй шаһзат.

“啊!”蛇说道。

— Ә, бына нимә икән…

于是他们都沉默下来。

Һәм икеһе лә тымды.

“人在什么地方?”小王子终于又开了腔。“在沙漠上,真有点孤独……”

— Ә кешеләр ҡайҙа һуң? — ниһайәт һүҙ ҡушты Бәләкәй шаһзат. — Сүллектә шулай ҙа яңғыҙлы…

“到了有人的地方,也一样孤独。”蛇说。

— Кешеләр араһында ла яңғыҙлы, — билдәләне йылан.

小王子长时间地看着蛇。


“你是个奇怪的动物,细得象个手指头……。”小王子终于说道。

— Сәйер зат һин, — тине ул. — Бармаҡтан да ҡалын түгел…

“但我比一个国王的手指更有威力。”蛇说道。

— Ә ҡеүәтем миндә батша бармағына ҡарағанда күберәк, — ҡаршы килде йылан.

小王子微笑着说:

Бәләкәй шаһзат йылмайҙы:

“你并不那么有威力……你连脚都没有……你甚至都不能旅行……”

— Шул тиклем ҡеүәтлеһеңме инде һин? Һинең хатта боттарың да юҡ. Һин сәйәхәт итә лә алмайһың…

“我可以把你带到很远的地方去,比一只船能去的地方还要远。”蛇说道。

— Мин һине теләһә ниндәй караптан да йырағыраҡ илтә алам, — тине йылан.

蛇就盘结在小王子的脚腕子上,象一只金镯子。

Һәм алтын беләҙектәй Бәләкәй шаһзаттың шайтанашығы тирәләй уралды.

“被我碰触的人,我就把他送回老家去。”蛇还说,“可是你是纯洁的,而且是从另一个星球上来的……”

— Мин ҡағылған һәр кемде, кире сыҡҡан еренә ҡайтарам, — тине ул. — Әммә һин сафһың һәм йондоҙҙан килгәнһең…

小王子什么也没有回答。

Бәләкәй шаһзат яуап ҡайтарманы.

“在这个花岗石的地球上,你这么弱小,我很可怜你。如果你非常怀念你的星球,那时我可以帮助你。我可以……”

— Миңә һине йәл, — дауам итте йылан. — Һин шул тиклем көсһөҙ был, гранит кеүек ҡаты, Ерҙә. Үҙеңдең ташлап киткән ҡауҡабың тураһында әсенеп үкенгән көнөңдә мин һиңә ярҙам итә алырмын. Мин…

“啊!我很明白你的意思。”小王子说,“但是你为什么说话总是象让人猜谜语似的?”

— Мин яҡшы аңланым, — тине Бәләкәй шаһзат. — Тик ниңә һин һәр ваҡыт йомаҡтар менән һөйләйһең?

“这些谜语我都能解开的。”蛇说。

— Мин бар йомаҡтарҙы сисәм, — тине йылан.

于是他们又都沉默起来。

Һәм икеһе лә тымды.

XVIII

XVIII

小王子穿过沙漠。他只见过一朵花,一个有着三枚花瓣的花朵,一朵很不起眼的小花……

Бәләкәй шаһзат сүллекте арҡыры киҫеп үтте тик бер кемде лә осратманы. Бөтә ваҡыт эсендә уға тик бер сәскә осраны — бәләкәй, килбәтһеҙ өс тажлы сәскә…

“你好。”小王子说。

— Һаумы, — тине Бәләкәй шаһзат.

“你好。”花说。

— Һаумы, — яуапланы сәскә.

“人在什么地方?”小王子有礼貌地问道。

— Ә кешеләр ҡайҙа? — итәғәтле һораны Бәләкәй шаһзат.

有一天,花曾看见一支骆驼商队走过:

Гөл бер тапҡыр, эргәһенән ҡарауан үткәнен күргәне булды.

“人吗?我想大约有六七个人,几年前,我瞅见过他们。可是,从来不知道到什么地方去找他们。风吹着他们到处跑。他们没有根,这对他们来说是很不方便的。”

— Кешеләр? Ә, эйе… Улар бары ни алты әллә ете шикелле. Мин уларҙы күп йылдар элек күрҙем. Тик ҡайҙа уларҙы эҙләргә — билдәһеҙ. Уларҙы ел йөрөтә. Уларҙың тамырҙары юҡ — был бик уңайһыҙ.

“再见了。”小王子说。

— Хуш, — тине Бәләкәй шаһзат.

“再见。”花说。

— Хуш, — тине сәскә.

XIX

XIX

小王子爬上一座高山。过去他所见过的山就是那三座只有他膝盖那么高的火山,并且他把那座熄灭了的火山就当作凳子。小王子自言自语地说道:“从这么高的山上,我一眼可以看到整个星球,以及所有的人。”可是,他所看到的只是一些非常锋利的悬崖峭壁。

Бәләкәй шаһзат бейек тау башына менде. Быға тиклем ул бер ҡасан да, үҙенең тубығынан бейек булмаған өс янартауынан башҡа, тауҙар күргәне юҡ ине. Һүнгән янартау уға ултырғыс булып хеҙмәт итә ине. Ә хәҙер ул уйлап ҡуйҙы: «Бындай бейек тауҙан мин бер ыңғайы бар ҡауҡабты һәм булған кешеләрҙе күрәсәкмен». Әммә тик, энәләр кеүек, осло һәм нәҙек ҡаяларҙы ғына күрҙе.

“你好。”小王子试探地问道。

— Хәйерле көн, — тине ул ул-был хәлгә.

“你好……你好……你好……”回音在回答道。

— Хәйерле көн… көн… көн… — яуапланы шаңдау.

“你们是什么人?”小王子问。

— Кем һеҙ? — тип һораны Бәләкәй шаһзат.

“你们是什么人……你们是什么人……你们是什么人……”回音又回答道。

— Кем һеҙ… кем һеҙ… кем һеҙ… — яуапланы шаңдау.

“请你们做我的朋友吧,我很孤独。”他说。

— Дуҫ булайыҡ, мин бөтөнләй яңғыҙ, — тине ул.

“我很孤独……我很孤独……我很孤独……”回音又回答着。

— Яңғыҙ… яңғыҙ… яңғыҙ… — яуапланы шаңдау.

小王子想道:“这颗行星真奇怪!它上面全是干巴巴的,而且又尖利又咸涩,

«Ниндәй сәйер ҡауҡаб! — уйланы Бәләкәй шаһзат. — Бөтөнләй ҡоро, тулыһынса энәләрҙән тора һәм тоҙло.

人们一点想象力都没有。他们只是重复别人对他们说的话……在我的家乡,我有一朵花。她总是自己先说话……”

Һәм кешеләргә мөйрәнеш етешмәй. Уларға ни әйтәһең, шуны ғына ҡабатлайҙар… Өйҙә минең сәскәм бар ине, матурлығым һәм һөйөнөсөм, һәм ул гел беренсе булып һүҙ ҡуша ине».

XX

ХX

在沙漠、岩石、雪地上行走了很长的时间以后,小王子终于发现了一条大路。所有的大路都是通往人住的地方的。

Оҙаҡ ҡына ҡомдар, ҡаялар һәм ҡарҙар аша атланы Бәләкәй шаһзат, һәм, ниһайәт, юлға сыҡты. Ә бөтә юлдар кешеләргә илтә.

“你们好。”小王子说。

— Хәйерле көн, — тине ул.

这是一个玫瑰盛开的花园。

Уның алдында розаларға тулған баҡса ине.

“你好。”玫瑰花说道。

— Хәйерле көн, — яаупланы розалар.

小王子瞅着这些花,它们全都和他的那朵花一样。

Һәм Бәләкәй шаһзат уларҙың барыһы ла уның сәскәһенә оҡшағанлығын күреп ҡалды.

“你们是什么花?”小王子惊奇地问。

— Кем һеҙ? — һораны ул, ғәжәпләнеп.

“我们是玫瑰花。”花儿们说道。

— Беҙ — розалар, — яуапланы розалар.

“啊!”小王子说……。

— Бына нисек… — әйтеп ҡалды Бәләкәй шаһзат.

他感到自己非常不幸。他的那朵花曾对他说她是整个宇宙中独一无二的一种花。可是,仅在这一座花园里就有五千朵完全一样的这种花朵!

Һәм үҙен бик-бик бәхетһеҙ тойҙо. Уның һылыуҡайы уҙенә оҡшаш бар ғаләмдә берәү ҙә юҡ тип әйтә ине. Һәм бына уның алдында бер баҡса эсендә нәҡ шундай уҡ биш мең сәскә!

小王子自言自语地说:“如果她看到这些,她是一定会很恼火……她会咳嗽得更厉害,并且为避免让人耻笑,她会佯装死去。那么,我还得装着去护理她,因为如果不这样的话,她为了使我难堪,她可能会真的死去……”

«Быларҙы күрһә, ҡайһылай асыуланыр ине ул! — уйланы Бәләкәй шаһзат. — Ул үтә ныҡ йүткереп, үлеп барғандай булыр ине, көлкөлө булып күренмәҫ өсөн генә. Ә миңә уны, ауырыуҙың артынан кеүек, ҡарап йөрөргә тура килер ине, юғиһә ул бит ысынында ла үлер ине, мине лә ҡуша кәмһетер өсөн генә…»

接着他又说道:“我还以为我有一朵独一无二的花呢,我有的仅是一朵普通的花。这朵花,再加上三座只有我膝盖那么高的火山,而且其中一座还可能是永远熄灭了的,这一切不会使我成为一个了不起的王子……”

Ә аҙаҡ ул уйлап ҡуйҙы: «Ә мин эй уйлап килештергән булам, донъяла, башҡа бер кемедә лә һәм бер ерҙә лә булмаған, берҙән бер сәскә эйәһемен тип, ә был иң ябай роза булған. Бары булған нәмәм шул ябай роза сәскәһе һәм тубығымдан булған өс янартау, уларҙың да береһе һүнгән, бәлки, мәңгегә… бынан һуң ниндәй шаһзат булайым мин… »

于是,他躺在草丛中哭泣起来。

Ул үләнгә ятты ла илап ебәрҙе.

XXI

XXI

就在这当儿,跑来了一只狐狸。

Ошо мәлдә Төлкө килеп сыҡты ла инде.

“你好。”狐狸说。

— Һаумы, — тине Төлкө.

“你好。”小王子很有礼貌地回答道。他转过身来,但什么也没有看到。

— Һаумы, — итәғәтле яуап бирҙе Бәләкәй шаһзат һәм әйләнеп ҡараны, ләкин бер кемде лә күрмәне.

“我在这儿,在苹果树下。”那声音说。

— Мин бында, — ишетелде тауыш. — Алмағас аҫтында…

“你是谁?”小王子说,“你很漂亮。”

— Һин кем? — һораны Бәләкәй шаһзат. — Ҡайһылай һин матурһың!

“我是一只狐狸。”狐狸说。

— Мин — Төлкө, — тине Төлкө.

“来和我一起玩吧,”小王子建议道,“我很苦恼……”

— Минең менән уйна әле, — һораны Бәләкәй шаһзат. — Миңә шул тиклем күңелһеҙ…

“我不能和你一起玩,”狐狸说,“我还没有被驯服呢。”

— Мин һинең менән уйнай алмайым, — тине Төлкө, — мин ҡулға өйрәтелмәгәнмен.

“啊!真对不起。”小王子说。

— Уй, ғәфү ит, — тине Бәлкәй шаһзат.