Маленькi прынц / Бәләкәй шаһзат — w językach białoruskim i baszkirskim

Białorusko-baszkirska dwujęzyczna książka

Антуан дэ Сэнт-Экзюпэры

Маленькi прынц

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

Пераклала Нiна Мацяш

Денис Өмөтбаев тәржемһе

ЛЕОНУ ВЕРТУ

ЛЕОН ВЕРТҠА

Шчыра перапрашаю дзяцей за тое, што я прысвяцiў гэтую кнiжку даросламу. Скажу ў апраўданне: гэты дарослы — мой сама лепшы сябар. I яшчэ: ён разумее ўсе на свеце, нават дзiцячыя кнiгi. I нарэшце: ён жыве ў Францыi, дзе цяпер i голадна, i холадна. I яму вельмi патрэбна суцяшэнне.

Был китапты өлкән кешегә бағышлаған өсөн балаларҙан мине ғәфү итеүҙәрен һорайым. Аҡланыр өсөн әйтәм: был өлкән кеше-минең иң яҡшы дуҫым. һәм тағы: ул донъялағы бар нәмәне лә аңлай, хатта балалар китаптарын да. Һәм идне ул Францияла йәшәй, ә унда хәҙер аслыҡ һәм һыуыҡ. Һәм ул йыуатыуға мохтаж.

Калi ж ўсё гэта не апраўдвае мяне, я прысвячу сваю кнiжку, таму хлопчыку, якiм некалi быў мой дарослы сябар. Усе ж дарослыя былi спачатку дзецьмi. Праўда, мала хто з iх памятае пра гэта… То я выпраўляю сваё прысвячэнне:

Әгәр ҙә инде был да мине аҡламаһа, мин был китапты, әлеге өлкән дуҫым ҡорона үҫеп еткән малайға бағышлайым. Бөтә ололар тәүҙә бала булған бит һуң, тик һирәктәре генә уны иҫләй. Шулай итеп, мин бағышламаны төҙәтәм:

ЛЕОНУ ВЕРТУ, калi ён быў маленькiм

ЛЕОН ВЕРТҠА
бәләкәй сағына

РАЗДЗЕЛ ПЕРШЫ

I

Мне было шэсць гадоў, калi ў кнiзе пра джунглi, якая называлася «Непрыдуманыя гiсторыi», я ўбачыў аднойчы дзiвосны малюнак. Змяя — страшэнны ўдаў — глытала драпежнага звера.

Алты йәш сағымда, кеше аяғы баҫмаған урман тураһындағы «Хаҡлы ваҡиғалар» исемле китапта, мин ғәжәйеп бер һүрәт күрҙем. Һүрәттә ҙур йылан — быуар — йыртҡыс йәнлекте йота ине. Уныһы ошолай төшөрөлгән ине:

У кнiзе гаварылася: «Удавы глытаюць сваю ахвяру цалкам, не жуюць. Пасля гэтага яны ўжо не могуць варухнуцца i цэлых паўгода спяць, пакуль не перавараць ежу».

Китапта: «Быуар йылан ҡорбанын тулыһынса йота, сәйнәмәйенсә. Унан һуң ҡыбырлай ҙа алмай, һәм ярты йыл буйы, ашҡаҙаны ризығын эшкәрткәнсе, йоҡлай» тип яҙылған ине.

Я шмат разважаў пра поўнае прыгод жыццё ў джунглях i таксама намаляваў тое-сёе каляровым алоўкам. Гэта быў мой малюнак No 1.

Мин джунглиҙағы мажаралы тормош тураһында күп уйлана инем һәм төҫлө ҡәләм менән үҙемдең беренсе һүрәтемде төшөрҙөм. Был минең 1-се һанлы һүрәтем ине. Бына нимә төшөргән инем:

Я паказаў свой шэдэўр дарослым i пацiкавiўся, цi не страшна iм, калi яны глядзяць на мой малюнак.

Мин ижадымды өлкәндәргә күрһәттем дә, уларға ҡурҡыныс түгелме икәнен һораным.

— А чаму капялюш павiнен наводзiць страх? — здзiвiлiся яны.

— Эшләпә ҡурҡыныс буламы һуң? — тип ҡаршы килделәр миңә.

На маiм малюнку быў зусiм не капялюш. На маiм малюнку быў удаў, якi праглынуў слана. Тады я намаляваў удава знутры, каб дарослым было больш зразумела. Але iм ўсё роўна спатрэбiлiся тлумачэннi.

Ә был бөтөнләй ҙә эшләпә түгел ине. Был филде йотҡан быуар йылан ине. Шунан мин, өлкәндәргә аңлайышлыраҡ булһын өсөн, быуар йыланды эстән төшөрҙөм. Уларға гел барыһын да аңлатырға кәрәк. Был минең 2-се һанлы һүрәтем:

Дарослыя параiлi мне не маляваць удаваў нi звонку, нi знутры, а лепей больш цiкавiцца геаграфiяй, гiсторыяй, арыфметыкай i правапiсам. Вось так, у шэсць гадоў, мяне пераканалi адмовiцца ад блiскучай кар’еры мастака.

Өлкәндәр миңә йылындарҙы тыштан да, эстән дә төшөрмәҫкә, ә күберәк география, тарих, хисап һәм дөрөҫ яҙыу менән ҡыҙыҡһынырға кәңәш иттеләр. Шулай итеп мин алты йәшемдә иҫ киткес рәссам карьераһынан баш тарттым.

Я быў збiты з панталыку няўдачай з малюнкамi. Дарослыя нiколi i нiчога не могуць зразумець самi, а дзецям надта ж утомна вечна тлумачыць iм, што да чаго.

1-се һәм 2-се һанлы һүрәттәр менән уңышһыҙлыҡҡа тарыҡҡас, мин үҙемдә ышаныс юғалттым. Өлкәндәр бер ҡасан бер ниҙе үҙҙәре аңламай, ә гелән уларға аңлатырға һәм төшөндөрөргә балалар өсөн бик ялҡытҡыс.

Такiм чынам, мне трэба было выбраць якую-нубудзь iншую прафесiю, i я пайшоў у лётчыкi. Дзе мне толькi не давялося быць! I геаграфiя сапраўды спатрэбiлася мне.

Шулай итеп, миңә башҡа төрлө һөнәр һайларға тура килде, һәм мин осоусыға уҡып алдым. Мин бар донъяны тиерлек осоп үттем. Һәм география, ысын әйткәндә, миңә бигерәк ярап ҡалды.

Я мог з першага погляду адрознiць Кiтай ад Арызоны. Гэта вельмi карысна, калi часам заблудзiшся ўночы.

Мин тәү ҡараштан Ҡытайҙы Аризонан айыра ала инем. Бик тә файҙалы, әгәр төндә юлдан яҙһаң.

За сваё жыццё мне давялося сутыкнуцца з многiмi сур’ёзнымi людзьмi. Я многа часу пражыў з дарослымi, быў вельмi блiзка знаёмы з iмi. Не скажу, каб пасля гэтага я стаў лепей думаць пра iх.

Үҙ быуатымда мин төрлө етди кешеләрҙе күп осраттым. Мин өлкәндәр араһында оҙаҡ ҡына йәшәнем. Мин уларҙы бик яҡындан күрҙем. Һәм шунлыҡтан, асыҡтан әйткәндә, улар тураһында яҡшыраҡ уйлай башламаным.

Калi я сустракаў каго-небудзь з iх асяроддзя, хто здаваўся мне трошкi разумнейшым, я паказваў яму малюнак No 1, — я збярог яго i заўсёды насiў з сабою. Мне хацелася ведаць, цi сапраўды той чалавек кемлiвы.

Башҡаларҙан аҡыллыраҡ һәм зиһенлерәк күренгән берәй өлкәнде осратҡанда, мин уға 1-се һанлы һүрәтемде күрһәтә инем-мин уны һаҡлап алып ҡалдым да гел үҙем менән йөрөттөм. Был кеше ысынында ниҙер аңлаймы икәнлеген белгем килә ине.

Але кожны дарослы заўсёды адказваў мне: «Гэта капялюш».

Тик барыһы ла: «Был эшләпә» тип яуап ҡайтара инеләр.

I я ўжо не гаварыў з iм нi пра ўдаваў, нi пра джунглi, нi пра зоркi. Я прыстасоўваўся да яго паняццяў. Гутарыў пра брыдж i гольф, пра палiтыку i гальштукi. I дарослы быў дужа задаволены знаёмствам з такiм разумным чалавекам.

Һәм мин улар менән быуар йыландар тураһында ла, джунглиҙар тураһында ла, йондоҙҙар хаҡында ла һөйләшмәй инем. Мин уларҙың төшөнсәләренә яраҡлаша инем. Мин улар менән гольф һәм бридж уйнау, сәйәсәт һәм галстуктар тураһында һөйләшә инем. Һәм өлкәндәр шундай аҡыллы кеше менән танышыуҙарына бик ҡәнәғәт инеләр.

РАЗДЗЕЛ II

II

Так я жыў у адзiноце, i не было ў мяне анiкога, з кiм бы я мог па-сапраўднаму адвесцi душу. Але аднойчы, шэсць гадоў назад, мне давялося зрабiць вымушаную пасадку ў Сахары.

Шулай итеп мин яңғыҙлыҡта йәшәнем, һәм йәнгә-йән һөйләшерлек бер кем дә юҡ ине. Ә алты йыл элек Сахарала миңә сараһыҙҙан үҙосарҙы ергә ултыртырға тура килде.

Нешта зламалася ў маторы майго самалёта. Са мною не было нi механiка, нi пасажыраў, i трэба было самому ламаць галаву, як выратавацца.

Ниҙер үҙосарымдың моторында боҙолған ине. Минең менән йүнәтеүсе лә, ултырып барыусылар ҙа юҡ ине, һәм мин, бик ауыр булһа ла, барыһын да үҙем йүнәтеп ҡарарға булдым.

Я павiнен быў адрамантаваць матор альбо загiнуць. Маiх запасаў пiтной вады хапiла б ледзьве на тыдзень.

Мин йә моторҙы төҙәтергә, йә үлергә тейеш инем. Ә һыу, күп булһа, аҙнаға ғына етер ине.

I вось — мая першая ноч сярод бязмежных пяскоў пустынi, дзе на тысячы мiль наўкол — нiводнага селiшча. Чалавек, якi пасля караблекрушэння ўсё-такi ацалеў дзесьцi на плыце ў бязмежным акiяне, i той быў не такi адзiнокi.

Тәүге кистә, мең саҡрым әйләнә тирәләй бер йорт булмаған сүллектә, ҡом өҫтөндә йоҡлап киткәнмен. Карап һәләкетенә эләгеп һал өҫтөндә дарьялар уртаһында юғалып ҡалған кеше лә ул тиклем яңғыҙ булмаҫ кеүек.

Дык уявiце сабе маё здзiўленне, калi на досвiтку мяне пабудзiў нечы тоненькi галасок:

Хәҙер кемдеңдер нескә тауышына уянып, минең аптырауымды күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Ул:

— Калi ласка… намалюй мне баранчыка!

— Зинһар… Миңә һарыҡ бәрәсен төшөрөп бир әле! — тине.

— Га!

— Ә?..

— Намалюй мне баранчыка…

— Һарыҡ бәрәсен төшөрөп бир…

Я ўскочыў на ногi, нiбы нада мной грымнуў гром. Працёр вочы. Агледзеўся. I ўбачыў незвычайнага малыша, якi сур’ёзна разглядваў мяне.

Мин ҡапыл ырғып торҙом, әйтерһең дә баш өҫтөмдә күк дөһөрләне. Күҙҙәремде ыуаланым. Тирә яғыма ҡарай башланым. Һәм мине ентекләп ҡарап торған ирмәк кенә бәләкәй кешене күреп ҡалдым.

Яго партрэт я намаляваў пазней.

Быныһы инде, мин төшөргәненән, уның иң яҡшы портреты.

Канечне, на маiм малюнку ён не такi прывабны, як на самой справе. Але гэта не мая вiна. Калi мне было шэсць гадоў, дарослыя пераканалi мяне, што мастака з мяне не атрымаецца, таму я так нiчога i не навучыўся маляваць, акрамя ўдаваў — звонку i знутры.

Ләкин минең һүрәттә ул, әлбиттә, ысынындағы кеүек матур түгел. Әммә бында минең ғәйебем юҡ. Алты йәшлек сағымда минән рәссам сыҡмаясағына өлкәндәр ышандырҙылар, һәм мин быуар йыландарҙан башҡа, тыштан һәм эстән, бер ни төшөрөргә өйрәнмәнем.

Я на ўсё вочы глядзеў на гэты прывiд. Не забывайце, што я быў за тысячы мiль ад людскiх селiшчаў. Гэты ж малыш не быў нi разгублены, нi смяротна стомлены, нi смятротна галодны, ён не памiраў нi ад смагi, нi ад страху.

Шулай итеп, мин бар күҙҙәрем менән был ғәжәпләнерлек күренешкә ҡарап торҙом. Онотмағыҙ, мин кешеләр йәшәгән урындарҙан меңәрләгән саҡрымдарҙа инем. Ә шул уҡ ваҡытта, был бәләкәс бер ҙә аҙашҡан, йә үлә арыған һәм ҡурҡҡан, йә аслыҡтан һәм сарсауҙан үлеп барған затҡа оҡшамаған ине.

Ён нiчым не нагадваў дзiцяцi, якое заблудзiлася ў пустынi, за тысячы мiль ад чалавечага селiшча. Нарэшце мова вярнулася да мяне i я спытаў:

Уның ҡиәфәтенә ҡарап был, бар йорттарҙан йыраҡта булған кешеһеҙ сүллектә, юғалып ҡалған бала тип хис тә әйтеп булмаҫ ине. Ниһәйәт, минең һөйләү һәләтлегем ҡайтты һәм мин унан һораным:

— Але… што ты тут робiш?

— Һуң… Һин бында ни эшләйһең?

Ён не адказаў на маё пытанне, а толькi зноў цiха-цiха i надзвычай сур’ёзна папрасiў:

Һәм ул ҡабат тыныс һәм етди һораны:

— Калi ласка, намалюй баранчыка…

— Зинһар… Бәрәсте төшөр…

Калi нешта цябе надта ўражвае, не паслухацца нельга. Якой бы недарэчнасцю нi здавалася мне гэта, але тут, за тысячы мiль ад людскога селiшча, перад смяротнай небяспекай, я дастаў з кiшэнi аркуш паперы i аўтаручку.

Барыһы шул тиклем серле һәм төшөнмәҫлек ине, мин хатта баш тартырға ҡыйманым. Нисек кенә лә мәғәнәһеҙ булмаһын бында, сүллектә, үлемдән ҡыл өҫтөндә, мин шулай ҙа кеҫәмдән ҡағыҙ бите һәм мәңге ҡәләм сығарҙым.

Толькi раптам я ўзгадаў, што вывучаў у асноўным геаграфiю, гiсторыю, арыфметыку ды правапiс, i трошкi незадаволена сказаў малышу, што я не ўмею маляваць.

Ҡапыл ғына мин күберәк географияны, тарихты, хисапты һәм дөрөҫ яҙыуҙы өйрәнгәнемде иҫемә төшөрҙөм, һәм бәләкәскә һүрәт төшөрә белмәйем тип әйттем (әҙерәк уҫалыраҡ итеп әйттем). Ул яуап ҡайтарҙы:

— Усё роўна, — адказаў ён. — Намалюй баранчыка.

— Барыбер. Һарыҡ бәрәсен төшөрөп бир.

Але я ж нiколi не маляваў баранчыкаў! Я падаў яму адзiн з двух малюнкаў, на якiя быў здольны. Той, на якiм удаў у агульным выглядзе. Як жа быў я ўражаны, калi пачуў адказ малыша:

Бер ҡасан да һарыҡтарҙы төшөрмәгәнемә күрә, мин уға электән төшөрә белгән ике һүрәтемдең береһен ҡабатланым-быуар йыланды тыш яғынан. Һәм малайҙын тойғоланып ҡысҡырыуына хайран ҡалдым:

— Не-не! Я не хачу слана ва ўдаве! Удаў вельмi небяспечны, а слон вельмi грузны. А ў мяне дома ўсё такое невялiчкае. Мне патрэбен баранчык. Намалюй баранчыка.

— Юҡ, юҡ! Миңә быуар эсендәге фил кәрәкмәй! Быуар йылан бигерәк ҡурҡыныс, ә фил шул тиклем ҙур. Ә минең өйөмдә бөтә нәмә бәләкәй. Миңә һарыҡ бәрәсе кәрәк. Төшөр әле бәрәсте.

I я намаляваў.

Мин төшөрҙөм.

Ён паглядзеў на малюнак i сказаў:

Ул иғтибарлап һүрәтемә ҡараны ла:

— Не, гэты баранчык вельмi ўжо хворы. Намалюй другога.

— Юҡ, был бәрәс бигерәк сибек. Икенсеһен төшөр. — тине.

Я намаляваў.

Мин төшөрҙөм.

Мой новы сябар хораша, паблажлiва ўсмiхнуўся:

Минең яңы дуҫым, йомшаҡ итеп, ҡәтғиһеҙлек менән йылмайҙы:

— Ты ж сам бачыш… гэта не баранчык, а баран. З рагамi…

— Һин бит үҙең күрәһең, — тине ул, — был бәрәс түгел. Был ҙур һарыҡ. Уның мөгөҙҙәре…

Я зноў перарабiў малюнак.

Мин ҡабат икенсе төрлө төшөрҙөм.

Але i гэты быў адхiлены, як папярэднiя.

Ләкин ул был һүрәттән дә баш тартты:

— Гэты надта стары. Я хачу такога баранчыка, якi жыў бы доўга-доўга.

— Был бигерәк ҡарт. Миңә оҙаҡ йәшәй алырлыҡ бәрәс кәрәк.

Тады, трацячы цярпенне, — мне ж трэба было хутчэй разбiраць матор, — я накрэмзаў.8

Бында мин сабырлығымды юғалттым — миңә бит тиҙерәк моторҙы һүтергә кәрәк — һәм әрйә һыҙғыланым.


Бәләкәй малайға әйтеп тә ҡуйҙым:

— Гэта скрынка, — раздражнёна буркнуў я. — А ў ёй сядзiць твой баранчык.

—Бына һиңә әрйә. Ә уның эсендә ниндәй теләйһең, шундай бәрәс ултыра.

Як жа я быў здзiўлены, калi нечакана мой юны суддзя ўвесь аж засвяцiўся ад радасцi:

Мине аптыратып ҡырыҫ хөкөмдарым балҡып йылмайҙы:

— Вось гэткага мне i трэба! Як ты думаеш, яму спатрэбiцца шмат травы?

— Быныһы яҡшы! Һин нисек уйлайһың, был бәрәскә үлән күп кәрәкме?

— А што?

— Ә нимә?

— У мяне яе мала…

— Һуң бит минең өйҙә бөтә нәмә шул тиклем әҙ…

— Напэўна, хопiць. Я даю табе зусiм маленькага баранчыка.

— Уға етер. Мин һиңә бөтөнләй бәләкәй бәрәс бирәм.

Ён схiлiўся над малюнкам.
— Не такi ўжо ён i маленькi… Ты глянь! Заснуў…

— Ул тиклем бәләкәй ҙә түгел… — тине ул, башын эйеп һүрәтте өйрәнгәндә. — Ҡара әле! Бәрәс йоҡлап китте…

Вось так я пазнаёмiўся з Маленькiм прынцам.

Шулай итеп мин Бәләкәй шаһзат менән таныштым.

РАЗДЗЕЛ III

III

Не адразу зразумеў я, адкуль ён з’явiўся. Маленькi прынц, якi лiтаральна засыпаў мяне пытаннямi, нiбыта i не чуў маiх.

Ҡайҙан килеүен тиҙ генә аңламаным. Бәләкәй шаһзат мине һорауҙар менән күмде, ә үҙен бер ни тураһында һорағанда, ул ишетмәй кеүек ине.

Толькi з паасобных, выпадкова сказаных слоў мне пакрысе адкрылася яго таямнiца. Так, калi ён упершыню ўбачыў мой самалёт (самалёт я маляваць не буду, гэта надта складаны для мяне малюнак), ён спытаў:

Тик әҙләп, осраҡлы рәүештә, ыңғайы килгәндә ысҡындырып ебәргән һүҙҙәре аша миңә барыһы ла асыҡланды. Шулай итеп, ул, минең үҙосарҙы тәүге тапҡыр күргәндә (үҙосарҙы төшөрөп тормайым, барыбер булдыра алмаҫмын), һораны:

— А гэта што за штука?

— Был ниндәй нәмә ул?

— Гэта не штука. Гэта самалёт. Мой самалёт. Ён лятае.

— Был нәмә түгел. Был үҙосар. Минең үҙосар. Ул оса.

I я з гордасцю раслумачыў яму, што я ўмею на iм лятаць.

Һәм мин ғорурлыҡ менән оса белеүемде аңлаттым. Шунда ул ҡысҡырып ебәрҙе:

— Як?! — усклiкнуў ён. — Ты ўпаў з неба?!

— Нисек! Һин күктән килеп төштөңме?

— Так, — сцiпла пацвердзiў я.

— Эйе, — тыйнаҡ ҡына яуап бирҙем.

— Як забаўна!..

— Бына мәрәкә!..

I Маленькi прынц гэтак весела засмяяўся, што мне аж прыкра стала. Мне хацелася, каб ён паспачуваў мне.

Һәм Бәләкәй шаһзат яңғыраулы көлөп ебәрҙе, мин хатта ғәрләнеп киттем: минең ҡыйынлыҡтарыма етди ҡарауҙарын яратам. Ә һуңынан:

— Значыць, ты таксама прыйшоў з неба! — дадаў ён. — А з якой планеты?

— Тимәк һин дә күктән килгәнһең. Ә һин ниндәй ҡауҡабтан? — тип өҫтәне.

«Дык вось дзе разгадка яго таемнага з’яўлення тут, у пустынi!» — падумаў я i без усякiх хiтрыкаў спытаў:

«Бына ниҙә икән уның сүллектә килеп сығыуының сәбәбе!» — тип уйланым мин һәм туранан һораным:

— Значыць, ты прыйшоў сюды з iншай планеты?

— Килеп сығыуынса, һин бында икенсе ҡауҡабтан эләккәнһең?

Але ён не адказаў. Ён паглядзеў на мой самалёт i пакiваў галавой.

Тик ул яуап ҡайтарманы. Минең үҙорсҙы өйрәнгәндә башын ипле сайҡап:

— Ну, на гэтым ты сапраўды не мог прыляцець здалёк…

— Йә, бының менән һин алыҫтан килә алмаҫ инең…

I ён надоўга задумаўся. Потым дастаў з кiшэнi намаляванага баранчыка i стаў пiльна разглядваць гэты свой скарб.

Һәм оҙаҡҡа ниҙер хаҡында уйға батты. Һуңынан кеҫәһенән минең бәрәсте сығарып шул хазинаны ентекләп күҙәтергә кереште.

Можаце сабе ўявiць, якая цiкаўнасць апанавала мяне ад прызнання наконт «iншых планет». I я паспрабаваў дазнацца паболей:

«Башҡа ҡауҡабтар» тураһында уның ярымасылыуынан минең ҡыҙыҡһыныуым тоҡанып китеүен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Һәм мин күберәк төпсөнөп маташтым:

— Адкуль ты прыляцеў, малыш? Дзе гэта — «у цябе»? Куды ты хочаш забраць майго баранчыка?

— Ҡайҙан осоп килдең инде һин, бәләкәс? Һинең өйөң ҡайҙа? Минең бәрәсемде ҡайҙа алып китергә теләйһең?

Ён з хвiлiну маўчаў, потым прамовiў:

Ул уйланып өндәшмәй ултырҙы ла, һуңынан әйтте:

— От добра, што ты даў мне скрынку: буду заганяць у яе баранчыка нанач.

— Миңә әрйә биреүең бик яҡшы әле, бәрәс шунда төндәрен йоҡлаясаҡ.

— Ну вядома. А калi будзеш разумны, я дам табе i вяровачку, каб можна было прывязваць яго на дзень, i калочак…

— Әлбиттә. Ә әгәр ҙә үҙеңде аҡыллы тотһаң мин һиңә, көндөҙ уны бәйләргә, бау бирермен. Һәм ҡаҙыҡ.

Гэтая прапанова прывяла ў недаўменне Маленькага прынца:

Бәләкәй шаһзат ҡашын төйөп:

— Прывязваць? Якая недарэчнасць!

— Бәйләргә? Ни өсөн инде?

— Але, калi ты не прывяжаш яго, ён пойдзе невядома куды i прападзе.

— Һуң һин бәйләмәһәң, уның әллә ҡайҙа барып сығып юғалыуы бар.

Мой сябар зноў весела засмяяўся.

Быныһына ла минең дуҫым күңелле көлөп ебәрҙе:

— Ды куды ж ён пойдзе?!

— Ҡайҙа барһын инде ул?

— Абы-куды. Куды вочы глядзяць…

— Әҙме ҡайҙа? Тура ла тура, күҙҙәре ҡайҙа ҡарай-шунда.

Тады Маленькi прынц сур’ёзна сказаў:

Ул саҡта Бәләкәй шаһзат етди итеп:

— Гэта не страшна. Там, у мяне, так мала месца.

— Уныһы ҡурҡыныс түгел, миндә бит унда урыным бик әҙ — тине.

I з нейкай задуменнасцю дадаў:

Һәм моңһоулыҡ менән:

— Калi iсцi толькi куды вочы глядзяць, далёка не зойдзеш…

— Һәр саҡ тура ла тура атлап алыҫ китеп булмай… — тип өҫтәне.