Włosko-baszkirska dwujęzyczna książka
IV
IV
Avevo così saputo una seconda cosa molto importante! Che il suo pianeta nativo era poco più grande di una casa.
Шулай, мин тағы бер мөһим асыш яһаным: уның тыуған ҡауҡабы булаһа шул өй ҙурлығында ғына!
Tuttavia questo non poteva stupirmi molto. Sapevo benissimo che, oltre ai grandi pianeti come la Terra, Giove, Marte, Venere ai quali si è dato un nome, ce ne sono centinaia ancora che sono a volte piccoli che si arriva sì e no a vederli col telescopio.
Хәйер, мине был артыҡ аптыратманы. Мин, Ер Шары, Юлбиҙәр, Марс, Зөһрә йондоҙо кеүек ҙур ҡауҡабтарҙан тыш, йөҙләгән башҡа ҡауҡабтар барлығын белә инем һәм улар араһында шул тиклем бәләкәйҙәре, хатта телескоп аша күреп булмағандары ла бар.
Quando un astronomo scopre uno di questi, gli dà per nome un numero. Lo chiama per esempio: «l’asteroide 3251».
Астроном шундай ҡауҡабты асҡанда уға исем түгел, ә һан ғына бирә. Мәҫәлән: йондоҙлаҡ 3251.
Ho serie ragioni per credere che il pianeta da dove veniva il piccolo principe sia l’asteroide B 612.
Минең, Бәләкәй шаһзат «йондоҙлаҡ В-612» тигән бәләкәй ҡауҡабтан осоп килгән тип, иҫәп тоторға етди нигеҙем бар.
Questo asteroide è stato visto una sola volta al telescopio da un astronomo turco.
Был йондоҙлаҡ бер тапҡыр ғына, 1909 йылда, төрөк астрономына телескоп аша күренеп ҡала.
Aveva fatto allora una grande dimostrazione della sua scoperta a un Congresso Internazionale d’Astronomia. Ma in costume com’era, nessuno lo aveva preso sul serio. I grandi sono fatti così.
Астроном үҙенең иҫ киткес асышы тураһында Халыҡ ара астрономик конгрессында еткерә. Ләкин уға берәү ҙә ышанмай, бары тик сөнки ул төрөксә кейенгәненә күрә. Өлкәндәр шундай халыҡ ул!
Fortunatamente per la reputazione dell’asteroide B 612 un dittatore turco impose al suo popolo, sotto pena di morte, di vestire all’europea.
В-612 йондоҙлағының яҡшы аты бәхетенә, төрөк солтаны хакимаҫттарына үлем ҡурҡынысы янауында Европа күлдәктәрен кейергә ҡуша.
L’astronomo rifece la sua dimostrazione nel 1920, con un abito molto elegante. E questa volta tutto il mondo fu con lui.
1920 йылда шул астроном ҡабаттан үҙенең асышы менән таныта. Шул саҡта ул моданың һуңғы талаптары буйынса кейенгән ине, — һәм уның менән барыһы ла килешә.
Se vi ho raccontato tanti particolari sull’asteroide B 612 e se vi ho rivelato il suo numero, è proprio per i grandi che amano le cifre.
Мин һеҙгә В-612 йондоҙлағы тураһында шулай ентекле итеп, хатта һанын әйтеп, өлкәндәр арҡаһында һөйләнем. Өлкәндәр бигерәк һандар яраталар.
Quando voi gli parlate di un nuovo amico, mai si interessano alle cose essenziali. Non si domandano mai: «Qual è il tono della sua voce? Quali sono i suoi giochi preferiti? Fa collezione di farfalle?»
Уларға яңы дуҫың бар икәнен һөйләгәндә, улар бер ҡасан иң мөһиме тураһыда һорамайҙар. Бер ҡасан улар әйтмәйәсәктәр: «Ә уның тауышы ниндәй? Ниндәй уйындар уйнарға ярата? Күбәләктәрҙе тотамы юҡмы?»
Ma vi domandano: «Che età ha? Quanti fratelli? Quanto pesa? Quanto guadagna suo padre?» Allora soltanto credono di conoscerlo.
Улар: «Уға нисә йәш? Уның нисә ағалары бар? Ул ниндәй ауырлыҡта? Атаһы күпме аҡса эшләй?», — тип һорайҙар. Һәм шунан һуң кешене белделәр тип хис итәләр.
Se voi dite ai grandi: «Ho visto una bella casa in mattoni rosa, con dei gerani alle finestre, e dei colombi sul tetto», loro non arrivano a immaginarsela. Bisogna dire: «Ho visto una casa di centomila lire», e allora esclamano: «Com’è bella».
Әгәр өлкәндәргә: «Мин уның алһыу кирбестән һалынған матур йортон күрҙем, уның тәҙрәләрендә яран сәскәләре, ә ҡыйығында күгәрсендәр», — тиһәң, улар был йортто бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай. Уларға: «Мин һаҡы йөҙ мең франк булған йорт күрҙем», — тиһәң, улар «Ниндәй матурлыҡ!», — тип, һоҡланып та ебәрә.
Così se voi gli dite: «La prova che il piccolo principe è esistito, sta nel fatto che era bellissimo, che rideva e che voleva una pecora. Quando uno vuole una pecora è la prova che esiste». Be’, loro alzeranno le spalle, e vi tratteranno come un bambino.
Нәҡ шулай уҡ уларға: «Бына, Бәләкәй шаһзат ысынында көн иткәне тураһында, дәлилдәр: ул бигерәк, һуң бигерәк тә ирмәк ине, ул көлә ине, һәм бәрәсле булғыһы килә ине. Ә кем бәрәс эйәһе булғыһы килә, ул, һис шикһеҙ, йәшәй», — тиһәң, улар тик яуырындарын ҡыҫып һиңә бер ни аңламаған сабыйға ҡараған кеүек ҡараясаҡтар.
Ma se voi invece gli dite: «Il pianeta da dove veniva è l’asteroide B 612» allora ne sono subito convinti e vi lasciano in pace con le domande. Sono fatti così. Non c’è da prendersela. I bambini devono essere indulgenti coi grandi.
Ә әгәр ҙә: «Ул йондоҙлаҡ В-612 тигән ҡауҡабтан осоп килде», — тиһәң, был уларҙы ышандырасаҡ һәм улар һораныуҙары менән ҡаҡшатмаясаҡтар. Шундай халыҡ бына ул өлкәндәр. Уларға асыуланырға кәрәкмәй. Балалар өлкәндәргә ҡарата бик илтифатлы булырға тейеш.
Ma certo, noi che comprendiamo la vita, noi ce ne infischiamo dei numeri! Mi sarebbe piaciuto cominciare questo racconto come una storia di fate. Mi sarebbe piaciuto dire:
Тик беҙ, йәшәүҙең нимә икәнен аңлағандар, әлбиттә, һандарҙан көләбеҙ! Мин ҙур теләк менән был әҫәрҙе тылсымлы әкиәт кеүек башлар инем. Мин ошолай итеп башларға теләр инем:
«C’era una volta un piccolo principe che viveva su di un pianeta poco più grande di lui e aveva bisogno di un amico…» Per coloro che comprendono la vita, sarebbe stato molto più vero.
«Йәшәгән ти Бәләкәй шаһзат. Ул үҙенән аҙ ғына ҙурыраҡ булған ҡауҡабта йәшәгән, һәм уға дуҫ етмәй ине…». Ғүмерҙең нимә икәнен аңлаған кешеләр, былар барыһы ла саф хаҡиҡәт икәнлеген шунда уҡ күрерҙәр ине.
Perché non mi piace che si legga il mio libro alla leggera. È un grande dispiacere per me confidare questi ricordi. Sono già sei anni che il mio amico se ne è andato con la sua pecora e io cerco di descriverlo per non dimenticarlo.
Сөнки мин китабымды мәрәкә өсөн генә уҡыуҙарын теләмәйем. Бәләкәй дуҫымды иҫемә алғанда, йөрәгем ауыртып ҡыҫыла, һәм миңә уның тураһында һөйләү еңел түгел. Ул үҙенең бәрәсе менән мине ташлап киткәненә алты йыл да үтеп китте. Һәм мин, уны онотмаҫ өсөн, уның тураһында һөйләргә маташам.
È triste dimenticare un amico. E posso anch’io diventare come i grandi che non s’interessano più che di cifre.
Дуҫтарҙы онотоу бик зарлы күренеш. Һәр кемдең дә дуҫы булмай. Һәм мин, һандан башҡа бер ни менән ҡыҙыҡмаған өлкәндәр кеүек булып китеүҙән ҡурҡам.
Ed è anche per questo che ho comperato una scatola coi colori e con le matite. Non è facile rimettersi al disegno alla mia età quando non si sono fatti altri tentativi che quello di un serpente boa dal di fuori e quello di un serpente boa dal di dentro, e all’età di sei anni.
Һәм шуға ла күрә мин буяуҙар әрйәһе менән төҫлө ҡәләмдәр һатып алдым. Бик еңелдән түгел ул — минең йәштә ҡабат рәсемгә керешеү, бигерәк тә бар ғүмеремдә эсле-тышлы быуар йыланды ғына төшөргәс, уныһын да алты йәшемдә!
Mi studierò di fare ritratti somigliantissimi. Ma non sono affatto sicuro di riuscirvi. Un disegno va bene, ma l’altro non assomiglia per niente.
Әлбиттә, мин оҡшашлыҡты мөмкин тиклем яҡшыраҡ кәүҙәләндерергә тырышырмын. Ләкин мин булдыра алыуыма тулыһынса ышанып етмәйем. Бер рәсем уңышлы сыға, ә икенсеһе тамсы ла оҡшамаған.
Mi sbaglio anche sulla statura. Qui il piccolo principe è troppo grande. Là è troppo piccolo. Esito persino sul colore del suo vestito. E allora tento e tentenno, bene o male.
Бына буйы менән дә: бер һүрәттемдә шаһзат бигерәк ҙур килеп сыҡҡан, икенсеһендә — бигерәк бәләкәй. Кейеме лә ниндәй төҫтә булғанын насар хәтерләйем. Мин тоҫмалап, ярым яҙыҡлап, былай йә тегеләй төшөрөп ҡарайым.
E finirò per sbagliarmi su certi particolari più importanti. Ma questo bisogna perdonarmelo. Il mio amico non mi dava mai delle spiegazioni. Forse credeva che fossi come lui. Io, sfortunatamente, non sapevo vedere le pecore attraverso le casse. Può darsi che io sia un po’ come i grandi. Devo essere invecchiato.
Өҫтәүенә, ниндәйҙер мөһим өлөштәрендә яңлышыуым ихтимал. Һеҙ инде яуапҡа тарттырмағыҙ. Минең дуҫым миңә бер саҡ бер ни аңлатманы. Бәлки ул, мин уның үҙе кеүек, тип уйлағандыр. Тик мин, үкенескә ҡаршы, әрйә көбө аша һарыҡ бәрәстәрен күрә белмәйем. Бәлки мин әҙерәк өлкәндәргә оҡшағанмын. Мин ҡартайам, ахыры.
V
V
Ogni giorno imparavo qualche cosa sul pianeta, sulla partenza, sul viaggio. Veniva da sé, per qualche riflessione.
Көн һайын мин уның ҡауҡабы тураһында, нисек ул уны ҡалдырып китеүе, һәм сәфәре тураһында яңы бер ни белеп барҙым. Былар хаҡында ул һүҙ уңайы сыҡҡанда әҙләп һөйләй ине. Шулай, өсөнсө көнөнә баобабтар менән бәйле фажиғәһен белеп ҡалдым.
Fu così che al terzo giorno conobbi il dramma dei baobab. Anche questa volta fu merito della pecora, perché bruscamente il piccolo principe mi interrogò, come preso da un grave dubbio:
Быныһы ла бәрәс арҡаһында сыҡты. Бәләкәй шаһзатты ҡапыл ауыр шикләнеүҙәр солғап алды, буғай, һәм ул:
«È proprio vero che le pecore mangiano gli arbusti?»
— Әйт әле, бәрәстәрҙең ҡыуаҡтарҙы ашауҙары ысын бит? — тип һораны.
«Sì, è vero».
— Эйе, ысын.
«Ah! Sono contento».
— Бына шәп!
Non capii perché era così importante che le pecore mangiassero gli arbusti. Ma il piccolo principe continuò:
Һарыҡ бәрәстәренең ҡыуаҡтарҙы ашағаны ни өсөн шул тиклем мөһим икәнен мин аңламаным. Ләкин Бәләкәй шаһзат өҫтәп ҡуйҙы:
«Allora mangiano anche i baobab?»
— Тимәк, улар баобабтарҙы ла ашайҙар?
Feci osservare al piccolo principe che i baobab non sono degli arbusti, ma degli alberi grandi come chiese e che se anche avesse portato con sé una mandria di elefanti, non sarebbe venuto a capo di un solo baobab.
Мин, баобабтар — ҡыуаҡ түгел, ә сиркәү манараһындай бейек, ҙур ағастар тип ҡаршы төштөм, һәм әгәр ҙә ул бер өйөр филдәр килтерһә лә, улар бер баобабты ла ашай алмайҙар тинем.
L’idea della mandria di elefanti fece ridere il piccolo principe:
Филдәр тураһында ишеткәс, Бәләкәй шаһзат көлөп ебәрҙе:
«Bisognerebbe metterli gli uni su gli altri…»
— Уларҙы бер береһенең өҫтөнә ҡуйырға тура килер ине…
Ma osservò saggiamente:
Ә һуңынан аҡыллылыҡ менән:
«I baobab prima di diventar grandi cominciano con l’essere piccoli».
— Баобабтар тәүҙә, үҫеп етмәҫтән алда, бөтөнләй бәләкәй булалар — тине.
«È esatto! Ma perché vuoi che le tue pecore mangino i piccoli baobab?»
— Уныһы шулай. Тик ниңә һинең бәрәсеңә бәләкәй баобабтарҙы ашарға?
«Be’! Si capisce», mi rispose come se si trattasse di una cosa evidente.
— Һуң нисек инде! — ҡысҡырып ебәрҙе ул, әйтерһең дә һүҙ иң ябай, башланғыс белемдәр тураһында бара ине.
E mi ci volle un grande sforzo d’intelligenza per capire da solo questo problema.
Һәм миңә, эш ниҙә икәнен аңлар өсөн, баш ватырға тура килде.
Infatti, sul pianeta del piccolo principe ci sono, come su tutti i pianeti, le erbe buone e quelle cattive. Di conseguenza: dei buoni semi di erbe buone e dei cattivi semi di erbe cattive.
Бәләкәй шаһзаттың ҡауҡабында, башҡа ҡауҡабтарҙа кеүек үк, файҙалы һәм зыянлы үләндәр үҫә. Тимәк унда, яҡшы, файҙалы үҫемлектәрҙең яҡшы орлоҡтары ла, насар, сүп үләндәренең зыянлы орлоҡтары ла бар.
Ma i semi sono invisibili. Dormono nel segreto della terra fino a che all’uno o all’altro pigli la fantasia di risvegliarsi. Allora si stira, e sospinge da principio timidamente verso il sole un bellissimo ramoscello inoffensivo.
Тик бит орлоҡтар күҙгә күренмәле. Улар ер аҫтында тәрәндә йоҡлайҙар, береһенең уянғыһы килгәнсегә тиклем. Ә шунан ул үҫенте ебәрә; ул яҙыла һәм ҡояшҡа үрелә, тәүҙә шундай мөләйем, зыянһыҙ була.
Se si tratta di un ramoscello di ravanello o di rosaio, si può lasciarlo spuntare come vuole. Ma se si tratta di una pianta cattiva, bisogna strapparla subito, appena la si è riconosciuta.
Әгәр ҙә ул киләсәк редис йә роза ҡыуағы икән, әйҙә инде үҫһен. Ә бына берәй насар үлән үҫеп килә икән, уны танығас та тамыры менән йолҡорға кәрәк.
C’erano dei terribili semi sul pianeta del piccolo principe: erano i semi dei baobab. Il suolo ne era infestato.
Һәм бына Бәләкәй шаһзаттың ҡауҡабында бик насар, үтә зыянлы орлоҡтар бар… баобаб орлоҡтары. Ҡауҡабтың бөтә тупрағы улар менән ағыуланып бөткән.
Ora, un baobab, se si arriva troppo tardi, non si riesce più a sbarazzarsene. Ingombra tutto il pianeta. Lo trapassa con le sue radici. E se il pianeta è troppo piccolo e i baobab troppo numerosi, lo fanno scoppiare.
Ә әгәр ҙә баобабты ваҡытында танымаһаң, аҙаҡ унан ҡотолоп булмаясаҡ. Ул ҡауҡабты баҫып аласаҡ. Тамырҙары менән уны тишеп үтәсәк. Ә әгәр ҡауҡаб бигерәк бәләкәй, ә баобабтар күп булһа, улар уны ваҡ киҫәктәргә йыртасаҡтар.
«È una questione di disciplina», mi diceva più tardi il piccolo principe. «Quando si ha finito di lavarsi al mattino, bisogna fare con cura la pulizia del pianeta. Bisogna costringersi regolarmente a strappare i baobab appena li si distingue dai rosai ai quali assomigliano molto quando sono piccoli. È un lavoro molto noioso, ma facile».
— Шундай ҡаты ҡәғиҙә бар, — тине миңә һуңыраҡ Бәләкәй шаһзат. — Иртәнсәк тороп, йыуынғас, үҙеңде тәртипкә килтергәс — шунда уҡ ҡауҡабыңды тәртипкә килтер. Көн һайын баобабтарҙы, роза ҡыуаҡтарынан айырырлыҡ булғас та, утап ташлау мотлаҡ: йәш үҫентеләре бер иш тиһәң дә ярай. Был бик күңелһеҙ эш, әммә бер ҙә ауыр түгел.
E un giorno mi consigliò di fare un bel disegno per far entrare bene questa idea nella testa dei bambini del mio paese.
Беҙҙә лә балалар быны яҡшы аңлаһын тип, бер мәл ул миңә һүрәт төшөрөргә тырышып ҡарарға кәңәш итте.
«Se un giorno viaggeranno», mi diceva, «questo consiglio gli potrà servire. Qualche volta è senza inconvenienti rimettere a più tardi il proprio lavoro. Ma se si tratta dei baobab è sempre una catastrofe. Ho conosciuto un pianeta abitato da un pigro. Aveva trascurato tre arbusti…»
— Әгәр уларға бер мәл сәйәхәт итергә тура килһә, — тине ул, — был белем килешәсәк. Башҡа төрлө эш әҙерәк көтһә лә ярай, ҡурҡынысы юҡ. Ә бына баобабтарға иреклек бирһәң, бәләнән ҡотолоп ҡалып булмаҫ. Мин бер ҡауҡабты белә инем, унда ялҡау йәшәй ине. Ваҡытында өс ҡыуаҡты утамағайны…
E sull’indicazione del piccolo principe ho disegnato quel pianeta. Non mi piace prendere il tono del moralista. Ma il pericolo dei baobab è così poco conosciuto, e i rischi che correrebbe chi si smarrisse su un asteroide, così gravi, che una volta tanto ho fatto eccezione.
Бәләкәй шаһзат миңә ентекле итеп барыһын тасуирланы һәм мин шул ҡауҡабты төшөрҙөм. Мин кешеләргә нәсихәт уҡырға һис тә яратмайым. Әммә ләкин, баобабтар ниндәй ҡурҡыныс янауын, әҙ кем белә, ә йондоҙлаҡҡа эләккән һәр кем юғары хәүефтәргә дусар була — бына ниңә мин был юлы ғәҙәти тотанаҡлылығыма үҙгәртергә булдым.
E dico: «Bambini! Fate attenzione ai baobab!» E per avvertire i miei amici di un pericolo che hanno sempre sfiorato, come me stesso, senza conoscerlo, ho tanto lavorato a questo disegno. La lezione che davo, giustificava la fatica.
«Балалар! — тим мин. — Баобабтарҙан һаҡ булығыҙ!» Мин дуҫтарымды, күптән инде һағалап торған, улар уйламаған , хатта мин дә алдан белмәгән, ҡурҡыныслыҡтарҙан киҫәтергә теләйем. Бына нимәгә мин был һүрәт өҫтөндә тырыштым, һәм миңә түккән көстәремде йәл түгел.
Voi mi domanderete forse: Perché non ci sono in questo libro altri disegni altrettanto grandiosi come quello dei baobab? La risposta è molto semplice: Ho cercato di farne uno, ma non ci sono riuscito. Quando ho disegnato i baobab ero animato dal sentimento dell’urgenza.
Бәлки, һеҙ һорарһығыҙ: ә ниңә был китапта, бының, баобабтар менән, кеүек бүтән тәьҫирле һүрәт юҡ? Яуабы бигерәк ябай: мин тырыштым, ләкин бер ни килтереп сығара алманым. Ә баобабтаҙы төшөргән саҡта, мин бының мөһимлеге һәм кисектергеһеҙ булыуы менән илһамландым.
VI
VI
Oh, piccolo principe, ho capito a poco a poco la tua piccola vita malinconica. Per molto tempo tu non avevi avuto per distrazione che la dolcezza dei tramonti. Ho appreso questo nuovo particolare il quarto giorno, al mattino, quando mi hai detto:
О, Бәләкәй шаһзат! Шулай уҡ әҙләп мин һинең тормошоң моңһоу һәм бер төрлө булған икәнен аңланым. Оҙаҡ ҡына һинең бер сафаүәтең бар ине: һин ҡояш байыуы менән һоҡлана инең. Быны мин дүртенсе көндөң иртәһенә аңланым, һин әйткән инең:
«Mi piacciono tanto i tramonti. Andiamo a vedere un tramonto…»
— Мин шул тиклем ҡояш байыуын яратам. Киттек, ҡояш байығанын ҡарап киләйек.
«Ma bisogna aspettare…»
— Тик, көтөргә тура киләсәк.
«Aspettare che?»
— Нимә көтөргә?
«Che il sole tramonti…»
— Ҡояш батҡанын.
Da prima hai avuto un’aria molto sorpresa, e poi hai riso di te stesso e mi hai detto:
Һин тәүҙә аптыраның да, ә һуңынан үҙеңдән көлөп ебәрҙең:
«Mi credo sempre a casa mia!…»
— Мин үҙемде һаман үҙ өйөмдә итеп хис итәм.
Infatti. Quando agli Stati Uniti è mezzogiorno tutto il mondo sa che il sole tramonta sulla Francia. Basterebbe poter andare in Francia in un minuto per assistere al tramonto.
Һуң ысынлап та. Америкала төш мәле булғанда Францияла көн байый икәнен барыһы ла белә. Ә бына бер дәҡиғәт эсендә Францияға елдерелгәндә, ҡояш байышына һоҡланып алырға булыр ине.
Sfortunatamente la Francia è troppo lontana. Ma sul tuo piccolo pianeta ti bastava spostare la tua sedia di qualche passo. E guardavi il crepuscolo tutte le volte che lo volevi…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Францияға тиклем бик тә бик йыраҡ. Ә һиңә, үҙеңдең ҡауҡабыңда, ултырғысты бер нисә аҙымға күсереп ултыртырға етә ине. Һәм һин ҡабаттан ҡабат шәфәҡле күккә ҡарай инең, теләгең генә булһын…
«Un giorno ho visto il sole tramontare quarantatre volte!»
— Бер мәл мин бер көн эсендә ҡояш батҡанын ҡырҡ дүрт тапҡыр күрҙем!
E più tardi hai soggiunto:
Һәм әҙерәк көткәс өҫтәне:
«Sai… quando si è molto tristi si amano i tramonti…»
— Беләһеңме… бик күңелһеҙ булып киткәндә, ҡояш байығанын күҙәтеү бик шәп…
«Il giorno delle quarantatre volte eri tanto triste?»
— Тимәк, һин байышты ҡырҡ дүрт тапҡыр күргән көндә, һиңә бик күңелһеҙ ине?
Ma il piccolo principe non rispose.
Ләкин Бәләкәй шаһзат яуап бирмәне.
VII
VII
Al quinto giorno, sempre grazie alla pecora, mi fu svelato questo segreto della vita del piccolo principe. Mi domandò bruscamente, senza preamboli, come il frutto di un problema meditato a lungo in silenzio:
Бишенсе көнөнә, тағын бәрәс ярҙамында, мин Бәләкәй шаһзаттың серен белдем. Ул көтмәгәндә, инешһеҙ, оҙайлы шым уйланыуҙарҙан һуң бындай һығымтаға килгән кеүек итеп, һораны:
«Una pecora se mangia gli arbusti, mangia anche i fiori?»
— Әгәр бәрәс ҡыуаҡ ашай икән, ул сәскәләрҙе лә ашаймы?
«Una pecora mangia tutto quello che trova».
— Ул нимә эләгә, шуны ашай.
«Anche i fiori che hanno le spine?»
— Энәләре булған сәскәләрҙе лә ме?
«Sì. Anche i fiori che hanno le spine».
— Эйе, энәләре булғандарын да.
«Ma allora le spine a che cosa servono?»
— Улайһа энәләр ни өсөн?
Non lo sapevo. Ero in quel momento occupatissimo a cercare di svitare un bullone troppo stretto del mio motore. Ero preoccupato perché la mia panne cominciava ad apparirmi molto grave e l’acqua da bere che si consumava mi faceva temere il peggio.
Мин быныһын белмәй инем. Мин эш менән бик мәшғүл инем: моторҙа бер болт тотҡарланған ине һәм мин уны бороп сығарырға тырыша инем. Минең кәйефем юҡ ине, хәл хөртәйә барҙы, һыу бөттө тиерлек ине, һәм мин был сараһыҙҙан ултытрыуым насар тамамланыр тип ҡурҡа башланым.
«Le spine a che cosa servono?»
— Энәләр ни өсөн кәрәк?
Il piccolo principe non rinunciava mai a una domanda che aveva fatta. Ero irritato per il mio bullone e risposi a casaccio:
Берәй һорау биреп, Бәләкәй шаһзат һис ҡасан, яуап алмайынса, дүнмәй ине. Күндәмһеҙ болт мине сабырлыҡтан сығарып килгәс, мин нисек етте шулай яуап бирҙем:
«Le spine non servono a niente, è pura cattiveria da parte dei fiori».
— Энәләр бер ни өсөн дә кәрәкмәй, сәскәләр уларҙы яуызлыҡтан сығаралар.
«Oh!»
— Шулай икән!
Ma dopo un silenzio mi gettò in viso con una specie di rancore:
Тынлыҡ урынлашты. Һуңынан ул уҫал итеп тигәндәй:
«Non ti credo! I fiori sono deboli. Sono ingenui. Si rassicurano come possono. Si credono terribili con le loro spine…»
— Ышанмайым мин һиңә! Сәскәләр көсһөҙ. Һәм ябай күңеллеләр. Һәм улар үҙҙәренә батырлыҡ күндерергә теләйҙәр. Улар, энәләре булһа, уларҙы барыһы ла ҡурҡа тип уйлайҙар…
Non risposi. In quel momento mi dicevo: «Se questo bullone resiste ancora, lo farò saltare con un colpo di martello». Il piccolo principe disturbò di nuovo le mie riflessioni.
Мин яуап ҡайтарманым. Мин шул ваҡытта үҙемә: «Әгәр ҙә был болт хәҙер ҙә ыңғайламаһа, мин уға сүкеш менән һуғып селпәрәмә килтерәм», — ти инем. Бәләкәй шаһзат ҡабат минең уйҙарымды бүлдереҙе:
«E tu credi, tu, che i fiori…»
— Ә һин нисек уйлайһың, сәскәләр…
«Ma no! Ma no! Non credo niente! Ho risposto una cosa qualsiasi. Mi occupo di cose serie, io!»
— Һуң юҡ бит! Мин бер ни уйламайым! Мин башҡа ни беренсе килде, шуны әйттем. Күрәһең бит, мин етди эш менән булышам.
Mi guardò stupefatto.
Ул таң ҡалып миңә ҡараны:
«Di cose serie!»
— Етди эш менән?!
Mi vedeva col martello in mano, le dita nere di sugna, chinato su un oggetto che gli sembrava molto brutto.
Ул һаман миңә ҡарай ине: мотор майына буйалып бөткән, шүкеш тотҡан мин, уға аңлайышһыҙ, әшәке булып күренгән әйбер өҫтөндә эйелгән инем.
«Parli come i grandi!»
— Һин өлкәндәр кеүек һөйләйһең! — тине ул.
Ne ebbi un po’ di vergogna. Ma, senza pietà, aggiunse:
Миңә оят булып китте. Ә ул аяуһыҙлыҡ менән өҫтәне:
«Tu confondi tutto… tu mescoli tutto!»
— Барыһын бутайһың… Бер нәмә аңламайһың!
Era veramente irritato. Scuoteva al vento i suoi capelli dorati.
Эйе, ул шаяртыуһыҙ асыуланған ине. Ул башын һелкетте һәм ел уның алтын сәстәрен туҙҙыртты.
«Io conosco un pianeta su cui c’è un signor Chermisi. Non ha mai respirato un fiore. Non ha mai guardato una stella. Non ha mai voluto bene a nessuno. Non fa altro che addizioni. E tutto il giorno ripete come te: “Io sono un uomo serio! Io sono un uomo serio!” e si gonfia di orgoglio. Ma non è un uomo, è un fungo!»
— Мин бер ҡауҡабты беләм, унда шундай ҡып-ҡыҙыл битле әфәнде йәшәй. Үҙ ғүмерендә берҙе лә сәскә еҫкәгәне юҡ ине. Бер тапҡыр ҙа йондаҙға ҡарамаған. Бер ҡасан бер кемде һөймәгән. Һәм бер ҡасан бер ни эшләмәгән. Ул бары тик һан ҡушыу менән мәшғүл. Һәм таңдан кискә тиклем бер үк һүҙҙәрҙе тылҡый: «Мин етди кеше! Мин етди кеше!» — тап һинең кеүек. Һәм ғорурлығынан ҡабара ине. Ә ысынында ул кеше түгел. Ул бәшмәк.
«Che cosa?»
— Нимә?
«Un fungo!»
— Бәшмәк!
Reklama