Mažasis princas / Бәләкәй шаһзат — w językach litewskim i baszkirskim. Strona 7

Litewsko-baszkirska dwujęzyczna książka

Antoine de Saint-Exupéry

Mažasis princas

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

Bet pagalvojęs paklausė:

Тик, уйлап алғас, һораны:

— Ką reiškia „prijaukinti“?

— Ә нисек ул — ҡулға өйрәтеү?

— Tu ne vietinis, — tarė lapė. — Ko ieškai?

— Һин был яҡтарҙан түгел, — тине Төлкө — Һин бында нимә эҙләйһең?

— Ieškau žmonių, — atsakė mažasis princas. — Ką reiškia „prijaukinti“?

— Кешеләрҙе эҙләйем, — тине Бәләкәй шаһзат. Ә нисек ул — ҡулға өйрәтеү?

— Žmonės, — paaiškino lapė, — turi šautuvus ir medžioja. Tai labai nemalonu! Ir dar jie augina vištas. Tik tai jiems ir terūpi. Tu ieškai vištų?

— Кешеләрҙең мылтыҡтары бар, һәм улар һунарға йөрөйҙәр. Был бик уңайһыҙ! Ә тағы ла улар тауыҡ аҫрайҙар. Шуның менән генә яҡшы улар. Һин тауыҡтар эҙләйһеңме?

— Ne, — atsakė mažasis princas. — Aš ieškau draugų. Ką reiškia „prijaukinti?“

— Юҡ, — тине Бәләкәй шаһзат. — Мин дуҫтар эҙләйем. Ә нисек ул — ҡулға өйрәтеү?

— Tai, kas seniai pamiršta, — paaiškino lapė. — Tai reiškia „užmegzti ryšius“.

— Был күптән онотолған төшөнсә, — аңлатты Төлкө. — Ул бәйләнеш булдырыуҙы аңлата.

— Užmegzti ryšius?

— Бәйләнеш?

— Na, taip, — tarė lapė. — Kol kas tu man tik mažas berniukas, panašus į šimtus tūkstančių kitų berniukų. Tu man nereikalingas. Aš tau irgi nereikalinga. Aš tau esu tik lapė, panaši į šimtą tūkstančių kitų lapių. Bet jei mane prisijaukinsi, mudu tapsime vienas kitam reikalingi. Tu būsi man vienintelis pasaulyje… Aš būsiu tau vienintelė pasaulyje…

— Тап шулай, — тине Төлкө. — Һин минең өсөн әле бары тик бәләкәй малай, нәҡ, башҡа йөҙ мең малайҙар кеүек үк. Һәм һин миңә кәрәк түгелһең. Һәм мин дә һиңә кәрәк түгелмен. Мин һинең өсөн ни бары төлкө генә, нәҡ, башҡа йөҙ мең икенсе төлкөләр кеүек үк. Ә әгәр ҙә һин мине ҡулға өйрәтһәң, беҙ бер беребеҙгә кәрәк буласаҡбыҙ. Һин минең өсөн донъяла берҙән бер буласаҡһың. Һәм мин дә һинең өсөн донъяла берәү буласаҡмын…

— Pradedu suprasti, — tarė mažasis princas. — Viena rožė… Ji tikriausiai mane prisijaukino…

— Мин аңлай башланым, — тине Бәләкәй шаһзат. — Бер роза бар ине… күрәһең, ул мине ҡулға өйрәткән…

— Galimas daiktas, — atsakė lapė. — Žemėje būna visko…

— Бик тә ихтимал, — килеште Төлкө. — Ерҙә ниҙәр генә булмай.

— O, tai buvo ne Žemėje, — tarė mažasis princas.

— Был Ерҙә түгел ине, — тине Бәләкәй шаһзат.

Lapė atrodė labai susidomėjusi.

Төлкө бик аптыраны:

— Kitoje planetoje?

— Икенсе ҡауҡбта?

— Taip.

— Эйе.

— Ar toje planetoje yra medžiotojų?

— Ә ул ҡауҡабта һунарсылар бармы?

— Ne.

— Юҡ.

— Įdomu! O vištų?

— Ҡайһылай ҡыҙыҡ! Ә тауыҡтар бармы?

— Ne.

— Юҡ.

— Nieko nėra tobula, — atsiduso lapė,

— Донъяла камиллыҡ юҡ! — көрһөндө Төлкө.

bet greitai vėl grįžo prie savo minties:

Тик һуңынан ул ҡабат шул турала уҡ һүҙ башланы:

— Mano gyvenimas nuobodus. Aš medžioju vištas, o žmonės medžioja mane. Bet visos vištos panašios ir visi žmonės panašūs. Taigi aš truputį nuobodžiauju. Bet jeigu tu mane prisijaukinsi, mano gyvenimą tarsi nušvies saulė. Aš atpažinsiu tavo žingsnius, skirsiu juos nuo visų kitų. Nuo svetimų žingsnių aš visada slepiuosi po žeme. Tavieji pašauks mane iš olos tarsi muzikos garsai.

— Минең тормошом күңелһеҙ. Мин тауыҡтарға һунар итәм, ә кешеләр миңә һунар итәләр. Бөтөн тауыҡтар бер иш, һәм кешеләр бөтәһе лә бер иш. Һәм йәшәүе лә миңә күңелһеҙерәк. Әммә һин мине ҡулға өйрәтһәң, минең тормошомдо, әйтерһең дә, ҡояш нурландырыр ине. Һинең аҙымдарыңды мин башҡа меңдәр араһынан айыра башлаясаҡмын. Кеше аҙымдарын ишетеп, мин гел ҡасып йәшенәм. Әммә һинең атлауың мине, моңдай, саҡырасаҡ, һәм мин үҙ төлөгөмдән сығасаҡмын.

Nagi, pažvelk tenai! Matai kviečių laukus? Aš neėdu duonos. Grūdų man nereikia. Kviečių laukas man nieko neprimena. Ir tai labai liūdna! Tačiau tavo plaukai aukso spalvos, ir bus nuostabu, kai mane prisijaukinsi! Auksiniai kviečiai man primins tave. Ir man patiks klausytis vėjo šnaresio kviečiuose.

Һәм һуңынан — ҡара! Күрәһеңме, ана тегендә, баҫыуҙарҙа, иген өлгөрә? Мин икмәк ашамайым. Башаҡтар миңә кәрәкмәй. Иген баҫыуҙары миңә бер ни хаҡында ла әйтмәй. Һәм быныһы аяныс! Әммә һинең сәстәрен алтын төҫлө. Һәм, һин мине ҡулға өйрәтһәң, ҡайһылай ғәжәп буласаҡ! Алтын иген миңә һине хәтерләтәсәк. Һәм мин башаҡтарҙың елгә ҡыштырлауын ярата башлаясаҡмын…

Lapė nutilo ir ilgai žiūrėjo į mažąjį princą.

Төлкө тымды ла Бәләкәй шаһзатҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Һуңынан:

— Prašau tavęs… prisijaukink mane! — tarė ji.

— Зинһар… ҡулға өйрәт мине! — тине.

— Mielai prisijaukinčiau, — atsakė mažasis princas, — bet turiu mažai laiko. Man dar reikia susirasti draugų ir suprasti daug dalykų.

— Мин шатмын да, — яуапланы Бәләкәй шаһзат, — тик минең ваҡытым шул тиклем аҙ. Миңә әле дуҫтар табырға һәм төрлө нәмәләр белеп бөтөргә кәрәк.

— Suprasti galima tik tai, ką prisijaukini, — tarė lapė. — Žmonės jau nebeturi laiko ką nors suprasti. Jie perka gatavus daiktus parduotuvėse. Tačiau nėra tokių parduotuvių, kur parduodami draugai, todėl žmonės nebeturi draugų. Jeigu nori draugo, prisijaukink mane!

— Ҡулға өйрәткән әйберҙе генә өйрәнеп була, — тине Төлкө. — Кешеләрҙең ниҙер өйрәнергә ваҡыты юҡ. Улар кибеттәрҙән әҙер булған әйберҙәрҙе һатып алалар. Әммә дуҫтар һатылған кибеттәр юҡ бит, шуға ла кешеләрҙең башҡа дуҫтары юҡ. Әгәр дуҫың булыуын теләһән, мине ҡулға өйрәт!

— O ką aš turiu daryti? — paklausė mažasis princas.

— Ә бының өсөн ни эшләргә кәрәк? — тип һоарны Бәләкәй шаһзат.

— Turi būti labai kantrus, — atsakė lapė. — Iš pradžių atsisėk ant žolės toliau nuo manęs — va taip. Aš žiūrėsiu į tave akies krašteliu, o tu nieko nesakysi. Žodžiai tėra nesusipratimų šaltinis. Tačiau kasdien tu galėsi atsisėsti vis arčiau…

— Сабырлыҡ туплау кәрәк, — яуап бирҙе Төлкө. — Тәүҙә ана тегендә, алыҫыраҡ, үләнгә ултыр — ошолай. Мин һиңә ҡырын ҡараған булырмын, ә һин өндәшмә. Һүҙҙәр бер береңде аңларға ҡамасаулай ғына. Тик көн һайын аҙыраҡ яҡыныраҡ ултыр…

Kitą dieną mažasis princas vėl atėjo.

Иртәнге көнөнә Бәләкәй шаһзат йәнә шул уҡ урынға килде.

— Verčiau būtum atėjęs tuo pačiu laiku, — pasakė lapė. — Jeigu, pavyzdžiui, ateisi ketvirtą valandą popiet, aš jau nuo trečios pradėsiu jaustis laiminga. Artėjant tai valandai jausiuosi vis laimingesnė ir laimingesnė. Ketvirtą valandą jau pradėsiu jaudintis ir nerimauti: aš pažinsiu laimės kainą! O jeigu tu ateisi vis kitu laiku, niekad nežinosiu, kada turiu parengti savo širdį… Reikia laikytis tam tikrų ritualų.

— Гел бер үк ваҡытта килһәң яҡшыраҡ, — өндәне Төлкө. — Бына, мәҫәлән, әгәр ҙә һин сәғәт дүрттә килһәң, мин сәғәт өстән алып үҙемде бәхетле тоясаҡмын. Һәм тәғәйенләнгән сәғәткә ни тиклем яҡыныраҡ, шул тиклем бәхетлерәк. Сәғәт дүрттә мин тулҡынланып борсола башлаясаҡмын. Мин бәхеттен ҡәҙерен беләсәкмен! Ә әгәр ҙә һин һәр саҡ башҡа ваҡытта килһәң, мин ҡайһы сәғәткә йөрәгемде әҙерләргә икәнен белмәйем… Йолаларҙы үтәргә кәрәк.

— O kas yra „ritualas“? — paklausė mažasis princas.

— Ә йолалар нимә ул? — һораны Бәләкәй шаһзат.

— Tai, kas irgi seniai pamiršta, — paaiškino lapė. — Tai, kas daro vieną dieną nepanašią į kitas dienas, vieną valandą — į kitas valandas. Pavyzdžiui, ritualą turi mano medžiotojai. Ketvirtadienį jie šoka su kaimo merginomis. Tai nuostabi diena! Ketvirtadienį galiu nueiti iki pat vynuogyno. Jeigu medžiotojai šoktų kada patinka, visos dienos būtų panašios viena į kitą ir aš niekad neturėčiau atostogų.

— Был да күптән онотолған нәмә, — аңлатты Төлкө. — Ниҙер, нимәнән ниндәйҙер бер көн ҡалған башҡа көндәргә оҡшамай башлай, сәғәте — башҡа сәғәттәргә. Бына, мәҫәлән, минең һунарсыларҙың шундай йолаһы бар: кесе йома көндәрендә улар ауыл ҡыҙҙары менән бейей. Һәм ниндәй ғәжәп көн ул — кесе йома! Мин гиҙемһерәп сығам да йөҙөм баҡсаһына тиклем үк барып етәм. Ә әгәр ҙә һунарсылар ҡасан етте шунда бейеһәләр, барлыҡ көндәр бер иш булыр ине һәм мин һис тә ял белмәҫ инем.

Taip mažasis princas prisijaukino lapę. O kai atėjo metas išvykti, lapė tarė:

Шулай итеп Бәләкәй шаһзат Төлкөнө ҡулға өйрәтте. Һәм бына хушлашыу ваҡыты етте.

— Ak!.. Aš tuoj apsiverksiu.

— Мин һин тип илаясаҡмын, — тип көрһөндө Төлкө.

— Pati kalta, — tarė mažasis princas, — aš tau nenorėjau bloga, bet tu užsimanei, kad tave prisijaukinčiau…

— Һин үҙең ғәйепле, — тине Бәләкәй шаһзат. — Мин бит һиңә ауыр булыуын теләмәй инем, һине ҡулға өйрәтеүҙе үҙең теләнең…

— Žinoma, — atsakė lapė.

— Эйе, әлбиттә, — тине Төлкө.

— Bet tu tuoj apsiverksi, — tarė mažasis princas.

— Тик һин илаясаҡһың!

— Žinoma, — atsakė lapė.

— Эйе, әлбиттә.

— Vadinasi, tu nieko nelaimėjai!

— Тимәк, һиңә бынан ҡыйын.

— Ne, — paprieštaravo lapė. — Laimėjau. Kviečių lauko spalvą.

— Юҡ, — ҡаршы килде Төлкө, — миңә рәхәт. Мин алтын башаҡтар тураһында ни әйткәнде иҫеңә төшөр.

Paskui pridūrė:

Ул шымды. Һуңынан өҫтәне:

— Eik dar sykį pasižiūrėti į rožes. Ir tu suprasi, kad tavo rožė — iš tikrųjų vienintelė pasaulyje. Tada grįžk su manim atsisveikinti, ir aš tau atskleisiu paslaptį. Tai bus mano dovana.

— Барып ҡабат розаларға баҡ. Һинең розаң донъяла берҙән бер икәнен аңларһың. Ә минең менән бәхилләшергә килгәндә, мин һиңә бер сер асырмын. Был минең һиңә бүлләгем булыр.

Mažasis princas nuėjo pasižiūrėti rožių.

Бәлкәй шаһзат розаларға күҙ һалырға юлланды.

— Jūs visiškai nepanašios į mano rožę. Jūs dar niekas, — tarė jis. — Jūsų niekas neprisijaukinęs, ir jūs nieko neprisijaukinusios. Tokia anksčiau buvo mano lapė. Ji niekuo nesiskyrė nuo šimto tūkstančio kitų lapių. Bet aš su ja susidraugavau, ir ji dabar vienintelė pasaulyje.

— Һеҙ аҙ ғына ла минең розама оҡшамағанһығыҙ, — тине ул уларға. — Һеҙ әле бер ни ҙә түгел. Һеҙҙе берәү ҙә ҡулға өйрәтмәне, һәм һеҙ бер кемде лә ҡулға өйрәтмәнегеҙ. Тәүҙә минең Төлкөм дә шулай ине. Ул башҡа йөҙ мең төлкөнән бер нимәһе менән дә айырылмай ине. Әммә мин уның менән дуҫлаштым, һәм хәҙер ул бар донъяла берәү генә.

Rožės labai suglumo.

Розалар бигерәк ҡаушап ҡалдылар.

— Jūs gražios, bet tuščios, — kalbėjo toliau mažasis princas. — Dėl jūsų nesinori mirti. Žinoma, paprastas praeivis gali pamanyti, kad manoji rožė panaši į jus, bet ji viena man svarbesnė už jus visas, nes aš ją laisčiau. Atitvėriau pertvara nuo vėjo. Dėl jos sutraiškiau visus vikšrus — na, keletą palikau, kad iš jų išsiristų drugeliai. Nes klausiausi, kaip ji skundžiasi, giriasi arba kartais tyli. Nes ji — mano rožė.

— Һеҙ матур, әммә бушһығыҙ, — дауам итте Бәләкәй шаһзат. — Һеҙҙең өсөн үлге килмәй. Әлбиттә, осраҡлы уҙғынсы, минең розама ҡарап, ул тап һеҙҙең кеүек үк тиер. Тик миңә ул һеҙҙең барығыҙҙан да ҡәҙерлерәк. Сөнки бит мин уны көн һайын һыу менән ҡойондорҙом, ә һеҙҙе түгел. Һеҙҙе түгел, ә уны быяла ҡалфаҡ менән ҡаплай инем. Уны, елдән һаҡлап, пәрҙә менән ышыҡланым. Уның өсөн ҡаршлауыҡтарҙы үлтерә инем, күбәләктәр яралһын тип икәү-өсәүһен генә ҡалдырып. Мин уның ошаҡлауҙарын һәм маҡтаныуҙарын тыңлай инем, ул хатта тымғанда ла мин уға ҡолаҡ һала инем. Ул — минеке.

Ir mažasis princas grįžo pas lapę.

Һәм Бәләкәй шаһзат Төлкөгә әйләнеп килде.

— Sudie, — tarė jis.

— Бәхил бул… — тине ул.

— Sudie, — atsakė lapė. — Štai mano paslaptis. Ji labai paprasta: matyti galima tik širdimi. Svarbiausi dalykai akims nematomi.

— Бәхил бул, — тине Төлкө. — Бына минең серем, ул бик ябай: тик йөрәк кенә уяу. Иң мөһимен күҙ менән күреп булмай.

— Svarbiausi dalykai akims nematomi, — pakartojo mažasis princas, kad geriau įsimintų.

— Иң мөһимен күҙ менән күреп булмай, — ҡабатланы Бәләкәй шаһзат, яҡшыраҡ иҫендә ҡалдырыр өсөн.

— Tavo rožė tau tokia svarbi todėl, kad dėl jos praradai daug laiko.

— Һинең розаң һиңә шул тиклем ҡәҙерле, сөнки һин уға бар күңелеңде бирә инең.

Ir atsigulęs į žolę jis pravirko — Mano rožė man tokia svarbi todėl, kad aš… — pakartojo mažasis princas, kad geriau įsimintų.

— Сөнки мин уға бар күңелемде бирә инем… — ҡабатланы Бәләкәй шаһзат, яҡшыраҡ иҫендә ҡалдырыр өсөн.

— Žmonės pamiršo šią tiesą, — tarė lapė. — Bet tu nepamiršk: tampi amžinai atsakingas už tą, ką prisijaukinai. Tu atsakingas už savo rožę…

— Кешеләр был хәҡиҡәтте оноттолар, — тине Төлкө, — тик һин онотма: ҡулға өйрәткән барыһы өсөн дә һин мәңгелеккә яуаплы. Һин үҙеңдең розаң өсөн яуаплы.

— Aš atsakingas už savo rožę… — pakartojo mažasis princas, kad geriau įsimintų.

— Мин үҙемдең розам өсөн яуаплы … — ҡабатланы Бәләкәй шаһзат, яҡшыраҡ иҫендә ҡалдырыр өсөн.

XXII

XXII

— Laba diena, — pasisveikino mažasis princas.

— Хәйерле көн, — тине Бәләкәй шаһзат.

— Laba diena, — atsiliepė iešmininkas.

— Хәйерле көн, — өндәште уҡсасы.

— Ką tu čia veiki? — paklausė mažasis princas.

— Һин бында ни эшләйһең? — һораны Бәләкәй шаһзат.

— Skirstau keleivius į pakus po tūkstantį žmonių, — atsakė iešmininkas. — Išleidžiu traukinius, ir šie juos išvežioja — vienus į dešinę, kitus į kairę.

— Пассажирҙарҙы айырам, — яуапланы уҡсасы. — Поезддарҙа бер ыңғайы меңәрләгән кешене — бер поездды уңға, икенсеһен һулға йүнәлтәм.

Ir greitasis traukinys apšviestais langais, dundėdamas it griaustinis, sudrebino iešmininko būdelę.

Һәм тиҙ йөрөшлө поезд, яҡтыртылған тәҙрәләре менән ялтлап, гөрһөлдәтеп аша үтеп китте, һәм уҡсасы будкаһы һелкенеп китте.

— Jie labai skuba, — tarė mažasis princas. — Ko jie ieško?

— Ҡайһылай ашығалар улар, — аптыраны Бәләкәй шаһзат. — Нимә эҙләйҙәр улар?

— To nežino nė garvežio mašinistas, — atsakė iešmininkas.

— Хатта поезд йөрөтөүсе лә белмәй уныһын, — тине уҡсасы.

Į priešingą pusę nudundėjo dar vienas švytintis greitasis traukinys.

Һәм икенсе яҡҡа, уттары менән ялтлап, гөрһөлдәп тағы бер тиҙ йөрөшлө поезд үтеп китте.

— Jie jau grįžta? — paklausė mažasis princas.

— Улар кире ҡайталар ҙа мы ни? — һораны Бәлкәй шаһзат.

— Ne, čia kiti, — atsakė iešmininkas. — Tai priešpriešinis traukinys.

— Юҡ, былары башҡалары, — тине уҡсасы. — Был ҡаршыға килеүсе.

— Ar jiems nepatiko ten, kur buvo?

— Быға тиклем булған урындарында уларға яҡшы түгел инеме?

— Gerai ten, kur mūsų nėra, — atsakė iešmininkas.

— Беҙ булмаған урында, шунда яҡшы, — тине уҡсасы.

Pro šalį pradundėjo trečias švytintis traukinys.

Һәм, ялтлап, өсөнсө тиҙ йөрөшлө поезд гөрһөлдәп үтте.

— Jie persekioja pirmuosius keleivius? — paklausė mažasis princas.

— Улар теге, беренселәрҙе, ҡыуып етергә теләйҙәрме? — һораны Бәләкәй шаһзат.

— Jie nieko nepersekioja, — atsakė iešmininkas. — Jie ten miega arba žiovauja. Tik vaikai prisispaudžia nosimis prie stiklų.

— Бер ни телмәйҙәр улар, — тине уҡсасы. — Улар вагондарҙа йоҡлайҙыр, йә булмаһа иҫәнәп кенә ултыралар. Тик балалар ғына танауҙарын тәҙрәләргә терәп ултыралар.

— Tik vaikai ir žino, ko nori, — paaiškino mažasis princas. — Jie visą laiką glėbesčiuoja skudurinę lėlę, ir ji tampa labai svarbi, o jeigu kas ją iš jų atima, jie verkia…

— Тик балалар ғына нимә эҙләгәнен беләләр, — тине Бәләкәй шаһзат. — Улар бар күңелен сепрәк ҡурсаҡҡа бирәләр, һәм был ҡурсаҡ улраға бик тә бик ҡәҙерле булып китә, һәм әгәр уны тартып алһалар, балалар илайҙар…

— Jiems gerai, — tarė iešmininkas.

— Уларҙың бәхете, — тине уҡсасы.

XXIII

XXIII

— Laba diena, — pasisveikino mažasis princas.

— Хәйерле көн, — тине Бәләкәй шаһзат.

— Laba diena, — atsakė pirklys.

— Хәйерле көн, — яуапланы сауҙагәр.

Tai buvo pirklys, parduodantis naujausias piliules troškuliui malšinti. Nuryji vieną per savaitę ir jau nebenori gerti.

Ул, һыуһынды ҡандыра торған, камиллаштырылған дарыуҙар менән сауҙа итә ине. Шундай дарыуҙы йотһаң — һуңынан бер аҙна һыу эске килмәй.

— Kodėl tu jas pardavinėji? — paklausė mažasis princas.

— Ни өсөн һин уларҙы һатаһың? — һораны Бәләкәй шаһзат.

— Jos sutaupo daug laiko, — atsakė pirklys. — Specialistai viską apskaičiavo. Jas gerdamas sutaupai penkiasdešimt tris minutes per savaitę.

— Улар арҡаһында күп кенә ваҡыт һаҡланыуы бар, — яуапланы сауҙагәр. — Белгестәр һанауынса, аҙнаһына илле өс дәҡиғәт сарыф итмәй ҡалдырырға була.

— O ką žmogus veikia su tomis penkiasdešimt trimis minutėmis?

— Ә шул илле өс дәҡиғәттә нимә эшләргә?

— Ką tik nori.

— Нимә теләһәң дә.

„Jeigu aš turėčiau penkiasdešimt tris laisvas minutes, — pagalvojo mažasis princas, — tiesiog lėtai nueičiau prie šaltinio…“

«Әгәр минең буш илле өс дәҡиғәт ваҡытым булһа, — уйлап ҡуйҙы Бәләкәй шаһзат, — мин шишмәгә китер ҙә барыр инем… »

XXIV

ХXIV

Praėjo savaitė nuo mano avarijos dykumoje, ir aš išklausiau pasakojimą apie pirklį gerdamas paskutinį savo vandens atsargų lašą.

Мин фажиғә кисерәгәндән бер аҙна ваҡыт уҙҙы, һәм, дарыу һатыусы тураһында тыңлап, мин һуңғы йотом һыуҙы эсеп ҡуйҙым.

— Ak, — tariau mažajam princui, — šitie tavo prisiminimai labai gražūs, bet aš dar nepataisiau lėktuvo, man neliko nė lašo vandens, ir aš taip pat būčiau labai laimingas galėdamas lėtai nueiti prie šaltinio!

— Эйе, — тинем мин Бәләкәй шаһзатҡа, — һин һөйләгәндәрҙең барыһы ла бик ҡыҙыҡлы, тик мин әле үҙосарымды йүнәтмәнем, минең тамсы ла һыуым ҡалманы, һәм мин дә, әгәр шишмәгә генә бара алһам, бәхетле булыр инем.

— Mano draugė lapė man sakė…

— Мин дуҫлашҡан Төлкө…

— Mano pypliuk, man dabar ne tavo lapė galvoje!

— Һөйөклөм, миндә хәҙер Төлкө ҡайғыһы юҡ!

— Kodėl?

— Ниңә?

— Dėl to, kad mudu mirsim iš troškulio…

— Сөнки сарсауҙан үлергә тура киләсәк…

Jis nesuprato mano žodžių prasmės ir atsakė:

Бында ниндәй бәйләнеш булғанын ул аңламаны. Ул ҡаршы өндәште:

— Net jeigu ir teks mirti, vis tiek gerai, kad turėjai draugą. Štai aš labai džiaugiuosi, kad draugavau su lape…

— Дуҫ булғаны яҡшы, үлергә кәрәк булһа ла. Бына мин, Төлкө менән дуҫ булғас бик шатмын…

„Jis nesuvokia, koks pavojus gresia, — pagalvojau. — Jis niekad nejaučia nei alkio, nei troškulio. Jam užtenka trupučio saulės…“

«Ул хәүеф-хәтәрҙең ҙурлығын аңламай. Ул бер ҡасан да аслыҡ һәм сарсау кисермәгән. Уға ҡояш нуры етәрлек…»

Bet jis pažvelgė į mane ir atsiliepė į mano mintis.

Мин быныһын әйтмәнем, уйланым ғына. Ә Бәләкәй шаһзат миңә ҡараны ла — өндәште:

— Aš irgi noriu gerti… Paieškokim šulinio…

— Минең дә эскем килә… киттек ҡоҙоҡ эҙләп киләйек…

Pavargęs skėstelėjau rankomis: kvaila aklom ieškoti šulinio beribėje dykumoje. Tačiau mes leidomės žingsniuoti.

Мин арыу менән ҡул ҡаҡтым: сикһеҙ сүллектә тоҫмалап ҡоҙоҡ эҙләүҙә ни файҙа? Тик шулай ҙа беҙ юлға төштөк.

Valandų valandas žingsniavome tylėdami. Užėjo naktis, sužibo pirmosios žvaigždės. Nuo troškulio truputį karščiavau, todėl žvaigždes mačiau tarsi sapne. Galvoje sukosi mažojo princo žodžiai, ir aš paklausiau:

Оҙаҡ сәғәттәр беҙ өндәшмәйенсә барҙыҡ; ахыр сиктә ҡараңғы төштө, һәм күктә йондоҙҙар ҡабына башланы. Сарсауҙан мине бер аҙ ҡалтырата ине, һәм мин уларҙы төшөмдә күргәндәй булдым. Миңә Бәләкәй шаһзаттың һүҙҙәре иҫкә килә ине, һәм мин һораным:

— Vadinasi, ir tu ištroškęs?

— Тимәк һин дә сарсауҙың ни икәнен беләһең?