Бәләкәй шаһзат / 小王子 — czytaj online. Strona 9

Baszkirsko-chińska dwujęzyczna książka

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

安托萬·德·聖-修伯里

小王子

— Бәләкәсем, мин һинең көлгәнеңде тағын тыңлағым килә…

“小家伙,我还想听你笑……”

Әммә ул:

但他对我说:

— Бөгөн төндә бер йыл тула. Минең йондоҙом тап шул мин бер йыл элек килеп төшкән урындың осонда торасаҡ… — тине.

“到今天夜里,正好是一年了。我的星球将正好处于我去年降落的那个地方的上空……”

— Тыңла әле, сабый, былар барыһы ла — йылан да, йондоҙ менән осрашыу — насар төш кенә, шулай бит?

“小家伙,这蛇的事,约会的事,还有星星,这全是一场噩梦吧?”

Тик ул яуап бирмәне.

但他并不回答我的问题。他对我说:

— Иң мөһиме — күҙ менән күреп булмағаны… — тине ул.

“重要的事,是看不见的……”

— Эйе, әлбиттә…

“当然……”

— Был сәскә менән кеүек. Әгәр, ҡайҙалыр алыҫ йондоҙҙа үҫкән сәскәне яратаһың икән, төндә күккә ҡарауы рәхәт. Бар йондоҙҙар ҙа сәскә ата.

“这就象花一样。如果你爱上了一朵生长在一颗星星上的花,那么夜间,你看着天空就感到甜蜜愉快。所有的星星上都好象开着花。”

— Эйе, шулай…

“当然……”

— Был һыу менән кеүек. Һин миңә һыу эсеп туйынырға биргәндә, ул гүйә моң ине, барыһы ла сығыр менән бау арҡаһында… Иҫләйһеңме? Ул бик тә яҡшы ине.

“这也就象水一样,由于那辘轳和绳子的缘故,你给我喝的井水好象音乐一样……你记得吗?……这水非常好喝……”

— Эйе, әлбиттә шулай…

“当然……”

— Төндә һин йондоҙҙарға ҡарарһың. Минең йондоҙом бигерәк бәләкәй, мин һиңә уны күрһәтә алмайым. Былай яҡшыраҡ та. Ул һинең өсөн тик йондоҙҙарҙың береһе буласаҡ. Һәм һин йондрҙҙарға ҡарарға ярата башлаясаҡһың… Улар барыһы ла һинең дуҫтарың булып китәсәктәр. Һәм һуңынан, мин һиңә бер ни бүләк итермен…

“夜晚,你抬头望着星星,我的那颗太小了,我无法给你指出我的那颗星星是在哪里。这样倒更好。你可以认为我的那颗星星就在这些星星之中。那么,所有的星星,你都会喜欢看的……这些星星都将成为你的朋友。而且,我还要给你一件礼物……”

Шунан ул көлөп ебәрҙе.

他又笑了。

— Эх, сабый, сабый, мин шул тиклем һинең көлгәнеңде яратам!

“啊!小家伙,小家伙,我喜欢听你这笑声!”

— Ошо минең бүләгем булыр ҙа инде… был һыу менән булған кеүек буласаҡ…

“这正好是我给你的礼物,……这就好象水那样。”

— Нисек инде улай?

“你说的是什么?”

— Һәр бер кешенең үҙ йондоҙҙары була. Берәүҙәренә — илдәр гиҙеп йөрөгәндәренә — улар юл күрһәтәләр. Икенселәренә улар ябай ғына бәләкәй ут бөртөктәре. Ғалимдар өсөн — сисергә кәрәкле мәсьәлә кеүек. Минең таныш эшҡыуарым өсөн улар — алтын. Тик былар барыһы өсөн дә йондоҙар өнһөҙ. Ә һинең йондоҙҙарың бөтөнләй ҙә үҙенсәлекле буласаҡ…

“人们眼里的星星并不都一样。对旅行的人来说,星星是向导。对别的人来说,星星只是些小亮光。对另外一些学者来说,星星就是他们探讨的学问。对我所遇见的那个实业家来说,星星是金钱。但是,所有这些星星都不会说话。你呢,你的那些星星将是任何人都不曾有过的……”

— Нисек улай?

“你说的是什么?”

— Һин төндә күккә ҡарарһың да, ә унда бит мин йәшәгән, мин көлгән йондоҙ буласаҡ, — һәм һин бөтә йондоҙҙарҙың көлгәнен ишетерһең. Һинең көлә белгән йондоҙҙарың буласаҡ!

“夜晚,当你望着天空的时候,既然我就住在其中一颗星星上,既然我在其中一颗星星上笑着,那么对你来说,就好象所有的星星都在笑,那么你将看到的星星就是会笑的星星!”

Һәм ул үҙе көлөп ебәрҙе.

这时,他又笑了。

— Һәм йыуанғандан һуң (һөҙөмтәһендә гел йыуаныс табаһың), ҡасандыр мине белеүеңә һин бик шат буласаҡһың. Һин гел миңә дуҫ булсаҡһың. Һин минең менән көлөргә теләрһең. Ҡайһы саҡта һин тәҙрәләреңде ошолай шар итеп асып ебәрерһең дә, һиңә рәхәт булып китер…

“那么,在你得到了安慰之后(人们总是会自我安慰的)你就会因为认识了我而感到高兴。你将永远是我的朋友。你就会想要同我一起笑。有时,你会为了快乐而不知不觉地打开窗户。

Һәм һинең дуҫтарың да аптыраясаҡтар, нимә ул әле һин күккә ҡарап көләһең тип. Ә һин уларға: «Эйе, эйе, мин гел йондоҙҙарға ҡарап көләм!» тип әйтерһең. Һәм улар һин аҡылдан яҙған тип уйларҙар. Бына ниндәй яуыз шаярыу ҡылырмын мин һинең менән.

你的朋友们会奇怪地看着你笑着仰望天空。那时,你就可以对他们说:‘是的,星星总是引我欢笑!’他们会以为你发疯了。我的恶作剧将使你难堪……”

Һәм ул ҡабат көлөп ебәрҙе.

这时,他又笑了。

— Әйтерһең дә йондоҙҙар урынына мин һиңә бер өйөм көлкөләс ҡыңғырауҙар бүләк иткәнмен…

“这就好象我并没有给你星星,而是给你一大堆会笑出声来的小铃铛……”

Ул йәнә көлөп ебәрҙе. Һуңынан ҡабат етдиләнде:

他仍然笑着。随后他变得严肃起来:

— Беләһеңме… бөгөн төндә… килмәһәң яҡшыраҡ.

“今天夜里……你知道……不要来了。”

— Мин һине ҡалдырмам.

“我不离开你。”

— Һиңә мин ауыртыуҙан ғазапланам тип күренермен… хатта үлеп барған кеүек күренермен. Шулай була шул ул. Килмә, кәрәкмәй.

“我将会象是很痛苦的样子……我有点象要死去似的。就是这么回事,你就别来看这些了,没有必要。”

— Мин һине ҡалдырмайым.

“我不离开你。”

Ул нимәгәлер борсоулы ине.

可是他担心起来。

— Беләһеңме… был йылан арҡаһында ла… Ә әгәр ул һине саҡһа… Йыландар яуыз бит. Кемделер сағырға улар өсөн рәхәтлек.

“我对你说这些……这也是因为蛇的缘故。别让它咬了你……蛇是很坏的,它随意咬人……”

— Мин һине ҡалдырмам.

“我不离开你。”

Һәм ул ҡапыл тынысланды:

这时,他似乎有点放心了:

— Ә ысынында, уның ағыуы икәүгә етмәҫ…

“对了,它咬第二口的时候就没有毒液了……”

Был төндә мин уның киткәнен һиҙмәй ҡалғанмын. Ул шым ғына юҡ булды. Мин уны ҡыуып еткән мәлдә, ул тиҙ һәм ҡыйыу аҙымдар менән атлап бара ине.

这天夜里,我没有看到他起程。他不声不响地跑了。当我终于赶上他的时候,他坚定地快步走着。他只是对我说道:

— Ә, был һинме… — тип кенә өндәште ул.

“啊,你在这儿……”

Һәм ҡулымдан тотто. Тик ул ниңәлер хафалана ине.

于是他拉着我的手。但是他仍然很担心:

— Бушҡа һин минең менән китеп бараһың. Миңә ҡарауы һиңә ауыр буласаҡ. Һиңә мин үлеп барам тип күренәсәк, әммә был ысын түгел…

“你不该这样。你会难受的。我会象是死去的样子,但这不会是真的……”

Мин өндәшмәй инем.

我默默无言。

— Беләһеңме… был бик алыҫ. Минең тәнем бик ауыр. Мин уны алып китә алмам.

“你明白,路很远。我不能带着这付身躯走。它太重了。”

Мин өндәшмәй инем.

我依然沉默不语。

— Тик был бит иҫке ҡабығыңды сисеп ташлау менән бер. Бында ҡайғылы бер ни ҙә юҡ…

“但是,这就好象剥落的旧树皮一样。旧树皮,并没有什么可悲的。”

Мин өндәшмәй инем.

我还是沉默不语。

Ул әҙерәк бойоғоп төштө. Тик шулай ҙа көсөн йыйып тағы берҙе ынтылды:

他有些泄气了。但是他又振作起来:

— Беләһеңме, бик тә шәп буласаҡ. Мин дә йондоҙҙарға ҡараясаҡмын. Һәм бөтә йондоҙҙар тап шул шығырлаған сығырлы боронғо ҡоҙоҡтар кеүек буласаҡ. Һәм һәр береһе миңә һыу менән туйынырға бирер…

“这将是蛮好的,你知道。我也一定会看星星的。所有的星星都将是带有生了锈的辘轳的井。所有的星星都会倒水给我喝……”

Мин өндәшмәнем.

我还是沉默不语。

— Уйлап ҡара әле ниндәй мәрәкә! Һинең биш йөҙ миллион ҡыңғырауың буласаҡ, ә минең — биш йөҙ миллион шишмәм…

“这将是多么好玩啊!你将有五亿个铃铛,我将有五亿口水井……”

Һәм бында ул да тымды, сөнки илап ебәрҙе…

这时,他也沉默了,因为他在哭。

— Бына беҙ килеп тә еттек. Миңә яңғыҙыма аҙым эшләргә мөмкинлек бир.

“就是这儿。让我自个儿走一步吧。”

Һәм ул ҡомға ултырҙы, сөнки уға ҡурҡыныс булып китте.

他这时坐下来,因为他害怕了。

Һуңынан ул:

他却仍然说道:

— Беләһеңме… минең розам… мин уның өсөн яуаплы. Ә ул шул тиклем көсһөҙ! Һәм шундай эскерһеҙ. Уның ни бары дүрт йәлсел энәһе генә бар, донъянан башҡа һаҡланырлыҡ бер нәмәһе лә юҡ… — тине.

“你知道……我的花……我是要对她负责的!而她又是那么弱小!她又是那么天真。她只有四根微不足道的刺,保护自己,抵抗外敌……”

Мин дә ултрыҙым, сөнки аяҡтарым тотмай китте. Ул:

我也坐了下来,因为我再也站立不住了。他说道:

— Йә… шуның менән тамам… — тине.

“就是这些……全都说啦……”

Бер дәҡиғәт һуҙҙы ла тороп баҫты. Һәм бер генә аҙым эшләне. Ә мин ҡыбырлай алмай инем.

他犹豫了一下,然后站起来。他迈出了一步。而我却动弹不得。

Аяғы аҫтында, әйтерһең дә, һары йәшен ялтланы. Бер аҙ ул хәрәкәтһеҙ ине әле. Ҡысҡырып та ебәрмәне. Һуңынан ҡоланы — яйлап, ағас ҡолаған кеүек. Яйлап һәм ишетелмәҫлек итеп, ҡом бит бар тауыштарҙы баҫа.

在他的脚踝子骨附近,一道黄光闪了一下。刹那间他一动也不动了。他没有叫喊。他轻轻地象一棵树一样倒在地上,大概由于沙地的缘故,连一点响声都没有。

XXVII

XXVII

Бына алты йыл үтеп тә китте… Мин был турала әле берәүгә лә һөйләмәй инем. Мин ҡайтҡанда, иптәштәрем мине иҫән-һау күрергә бик шат инеләр. Күңелһеҙ булды ул миңә, тик мин:
— Мин арыным… — тип әйтә инем.

到现在,一点不错,已经有六年了……我还从未讲过这个故事。同伴们重新见到了我,都为能看见我活着回来而高兴。我却很悲伤。我告诉他们:“这是因为疲劳的缘故……”

Шулай ҙа яйлап ҡайғым баҫылды. Был иһә… Тулыһынса түгел. Тик мин беләм, ул үҙенең бәләкәй ҡауҡабына әйләнеп ҡайтты, сөнки таң атҡанда мин уның тәнен ҡомда тапманым. Әллә ни ауыр булмаған ул. Ә төндәре менән мин йондоҙҙарҙы тыңларға яратам. Гүйә биш йөҙ миллион ҡыңғырау…

现在,我稍微得到了些安慰。就是说……还没有完全平静下来。可我知道他已经回到了他的星球上。因为那天黎明,我没有再见到他的身躯。他的身躯并不那么重……从此,我就喜欢在夜间倾听着星星,好象是倾听着五亿个铃铛……

Тик бына нимәһе ғәжәп. Мин бәрәс өсөн морондоҡ төшөргәндә, ҡайышбау тураһында онотҡанмын! Бәләкәй шаһзат уны бәрәсенә таға алмаясаҡ. Һәм мин үҙемдән һорайым: ни булғылай икән унда, уның ҡауҡабында? Әгәр бәрәс розаны ашап ҡуйһа?

可是,现在却又发生了不寻常的事。我给小王子画的羊嘴套上,忘了画皮带!他再也不可能把它套在羊嘴上。于是,我思忖着:“他的星球上发生了什么事呢?大概小羊把花吃掉了吧……”

Ҡайһы саҡта мин үҙемә: «Юҡ, әлбиттә, юҡ! Бәләкәй шаһзат төнгә ҡарай гел розаһын быяла ҡалфаҡ менән ҡаплап ҡуя, һәм ул бәрәс артынан бигерәк ҡарап йөрөй… » тип әйтәм. Шул мәлдә мин бәхетле. Һәм барлыҡ йондоҙҙар шым ғына көлә.

有时我又对自己说,“绝对不会的!小王子每天夜里都用玻璃罩子罩住他的花,而且他会把羊看管好的……”想到这里,我就非常高兴。这时,所有的星星都在柔情地轻声笑着。

Ә ҡайһы саҡта мин: «Ваҡыты менән хәтерһеҙ булаһың бит… шул саҡ барыһы ла була ала! Бәлки ул берәй-нисек кисен быяла ҡалфағы тураһында онотҡандыр йә һарыҡ бәрәсе төндә шым ғына иреккә сыҡҡандыр…» Һәм шул ваҡытта барлыҡ ҡыңғырауҙар илай…

忽而我又对自己说:“人们有时总免不了会疏忽的,那就够戗!某一天晚上他忘了玻璃罩子,或者小羊夜里不声不响地跑出来……”想到这里,小铃铛都变成泪珠了!

Былар барыһы ла серле һәм төшөнөрлөк түгел. Бәләкәй шаһзатты шулай уҡ яратҡан һеҙгә лә, һәм миңә лә, былары бер ҙә, бөтөнләй ҙә барыбер түгел: ҡайҙалыр ғаләмдең билдәһеҙ мөйөшөндә, беҙ ғүмеребеҙҙә лә күрмәгән бәрәс беҙгә таныш булмаған розаны ашаған икән — бар донъя беҙгә икенсе төрлө булып китә.

这真是一个很大的奥秘。对你们这些喜欢小王子的人来说,就象对于我来说一样,无论什么地方,凡是某处,如果一只羊(尽管我们并不认识它),吃了一朵玫瑰花,或是没有吃掉一朵玫瑰花,那么宇宙的面貌就全然不同。

Күккә ҡарағыҙ ҙа үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Тере микән әле ул роза, әллә юҡмы? Ә бәлки бәрәс уны ашап ҡуйғандыр?» Һәм күрерһегеҙ: барыһы ла икенсе төрлө булып китәсәк…

你们望着天空。你们想一想:羊究竟是吃了还是没有吃掉花?那么你们就会看到一切都变了样……

Һәм бер ҡасан да, бер өлкән кеше лә, бының ни тиклем мөһим икәнлеген аңламаясаҡ!

任何一个大人将永远不会明白这个问题竟如此重要!

Был, минеңсә, донъялағы иң матур һәм иң ҡайғылы урын. Сүллектең ошо уҡ урыны алдағы биттә лә төшөрөлгән, тик мин уны, һеҙ ентекләберәк ҡараһын тип, ҡабат төшөрҙөм. Ошо урында Бәләкәй шаһзат тәүге тапҡыр Ер йөҙөнә пәйҙә булды, һәм һуңынан юғалды.

在我看来,这是世界上最美、也最凄凉的景色。上一页跟它前一页的景色是一样的。我再画上一遍,是为了引起你们注意。这里,就是小王子在地球上出现,然后又消失的地方。

Ҡасандыр Африкаға, сүллеккә барып эләкһәгеҙ, ошо урынды мотлаҡ таныр өсөн, иғтибарлыраҡ бағығыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә был тирәнән үтергә тура килһә, үтенәм, ашыҡмағыҙ, ошо йондоҙ аҫтында бер аҙ көтөп тороғоҙ!

有一天,你们若去非洲沙漠旅行,请仔细认一认这个景色,免得当面错过了。你们若有机会经过那里,我请求你们,不要匆匆离去,在这颗星下守候片刻。

Һәм әгәр ҙә һеҙҙең янға алтын сәсле бәләкәй малай килеп баҫһа, әгәр ҙә ул яңғыратып көлһә һәм һеҙҙең һорауҙарығыҙға бер ни тип яуап бирмәһә, һеҙ, уның кем булыуын, әлбиттә, төшөнәсәкһегеҙ. Шул мәлдә — зинһар итеп һорайым! — мине ҡайғымда йыуатырға онотмағыҙ инде, ул ҡайтҡан тип, тиҙерәк яҙа һалығыҙ…

倘若有个孩子走到你们跟前,倘若他在笑,有一头金发,不回答人家提出的问题,你们就可清到他是谁了。那时,劳驾你们!不要让我老是这么忧伤,赶快写信告诉我;他回来了……

1943

1943