Бәләкәй шаһзат / Der Kleine Prinz — czytaj online. Strona 3

Baszkirsko-niemiecka dwujęzyczna książka

Антуан де Сент-Экзюпери

Бәләкәй шаһзат

Antoine de Saint-Exupéry

Der Kleine Prinz

Бәләкәй шаһзат асыуынан хатта төҫөн юғалтты.

Der kleine Prinz war jetzt ganz blaß vor Zorn.

— Миллион йылдар буйы сәскәлҙең энәләре үҫә. Һәм миллион йылдар буйы бәрәстәр сәскәлрҙе ашайҙар бит инде. Һуң ни өсөн сәскәләр бар көстәрен һалып, бер файҙаһы булмаған энәләр үҫтерергә тырышҡандарын аңлау етди эш түгелме инде? Мөһим түгелме ни бәрәстәр һәм сәскәләр бер береһе менән көрәшә икәнлеге? Һуң әллә быныһы теге ҡыҙыл йөҙлө әфәнденең хисаптарынан да мөһим һәм етди түгелме икән?

»Es sind nun Millionen Jahre, daß die Blumen Dornen hervorbringen. Es sind Millionen Jahre, daß die Schafe trotzdem die Blumen fressen. Und du findest es unwichtig, wenn man wissen möchte, warum sie sich so viel Mühe geben, Dornen hervorzubringen, die zu nichts Zweck haben? Dieser Kampf der Schafe mit den Blumen soll unwichtig sein? Weniger ernsthaft als die Additionen eines dicken, roten Mannes?

Ә әгәр ҙә мин донъяла берҙән бер сәскә беләм икән, ул минең ҡауҡабта ғына үҫә, һәм уның кеүек гөл башҡа бер ерҙә лә юҡ, һәм бәләкәй бәрәс шуны бер матур иртә менән ашап, ни ҡылғанын да белмәй ҡалһа, ә? Һинеңсә бының барыһы мөһим түгелме?

Und wenn ich eine Blume kenne, die es in der ganzen Welt nur ein einziges Mal gibt, nirgends andersals auf meinem kleinen Planeten, und wenn ein kleines Schaf, ohne zu wissen, was es tut, diese Blume eines Morgens so mit einem einzigen Biß auslöschen kann, — das soll nicht wichtig sein?!«

Ул ныҡ ҡына ҡыҙҙарҙы. Һуңынан дауам итте:

Er wurde rot vor Erregung und fuhr fort:

— Әгәр ҙә сәскәне яратаһың икән — берҙән бер, башҡа миллион йондоҙҙарҙың береһендә лә булмаған сәскәне, быныһы етәрлек: күккә ҡарайһың да, үҙеңде бәхетле итеп тойаһың. Үҙеңә: «Ҡайҙалыр шунда минең гөлөм йәшәй…» — тип әйтәһең. Ә әгәр ҙә уны бәрәс ашап ҡуйһа, ул бар йондоҙҙар бер ыңғайы һүнеүенә тиң! Һәм быныһы, һинеңсә, мөһим түгел!

»Wenn einer eine Blume liebt, die es nur ein einziges Mal gibt auf allen Millionen und Millionen Sternen, dann genügt es ihm völlig, daß er zu ihnen hinaufschaut, um glücklich zu sein. Er sagt sich: Meine Blume ist da oben, irgendwo … Wenn aber das Schaf die Blume frißt, so ist es für ihn, als wären plötzlich alle Sterne ausgelöscht! Und das soll nicht wichtig sein?«

Ул башҡа һөйләшә алмай ине. Ҡапыл ярһып илап ебәрҙе. Ҡараңғы төштө. Мин эшемде ташланым. Миңә бәләле болт менән сүкеш, сарсау һәм үлем мәғәнәһеҙ булып күренделәр. Йондоҙҙа, ҡауҡабта — минең, Ер Шары тип аталған, ҡауҡабымда — Бәләкәй шаһзат илай ине, һәм миңә уны йыуатырға кәрәк ине. Мин уны ҡулыма алып бәүелтә башланым. Мин уға:

Er konnte nichts mehr sagen. Er brach plötzlich in Schluchzen aus. Die Nacht war hereingebrochen. Ich hatte mein Werkzeug weggelegt. Mein Hammer, mein Bolzen, der Durst und der Tod, alles war mir gleichgültig. Es galt auf einem Stern, einem Planeten, auf dem meinigen, hier auf der Erde, einen kleinen Prinzen zu trösten! Ich nahm ihn in die Arme. Ich wiegte ihn. Ich flüsterte ihm zu:

«Һин яратҡан гөлгә бер ни янамай… Мин бәрәсеңә морондоҡ төшөрөп бирәм… Сәскәң өсөн ҡояҡ һүрәтләрмен… Мин…»

»Die Blume, die du liebst, ist nicht in Gefahr … Ich werde ihm einen Maulkorb zeichnen, deinem Schaf … Ich werde dir einen Zaun für deine Blume zeichnen … Ich …«

Уның ни һөйләгәнен мин насар аңлай инем. Мин үҙемде ипһеҙ һәм килбәтһеҙ тип хис иттем. Уға, мине ишетһен өсөн, нисек өндөшергә икәнен, уның, минән алыҫлашып барған, күңелен нисек ҡыуып етергә икәнен, бин белмәй инем… Һуң күҙ йәштәре донъяһы шул тиклем серле һәм билгеһеҙ бит ул.

Ich wußte nicht, was ich noch sagen sollte. Ich kam mir sehr ungeschickt vor. Ich wußte nicht, wie ich zu ihm gelangen, wo ich ihn erreichen konnte … Es ist so geheimnisvoll, das Land der Tränen.

VIII

KAPITEL VIII

Тиҙҙән мин был сәскәне яҡшыраҡ белдем. Бәләкәй шаһзаттың ҡауҡабында гел ябай ғына сәскәләр үҫә ине — уларҙың таждары ла әҙ ине һәм улар бик әҙ урын алып бер кемде лә борсомай ине. Улар иртәнсәк үлән араһында асылып, кискә шиңәләр ине.

Bald sollte ich jene Blume besser kennen lernen. Es hatte auf dem Planeten des kleinen Prinzen immer schon Blumen gegeben, sehr einfache, aus einem einzigen Kranz von Blütenblättern geformt; sie spielten keine große Rolle und störten niemanden. Sie leuchteten eines Morgens im Grase auf und erloschen am Abend.

Ә быныһы, ҡайҙандыр осоп килеп, орлоҡтан үҫеп сыҡҡан, һәм Бәләкәй шаһзат, башҡа бер үҫенте менән һабаҡтарға оҡшамаған ваҡ шытымға, күҙен айырмай ҡараған. Ә әгәр ҙә был баобабтарҙың бер яңы төрө булып ҡуйһа?

Aber jene eine hatte eines Tages Wurzel geschlagen, aus einem Samen, weiß Gott woher, und der kleine Prinz hatte diesen Sproß, der den andern Sprößlingen nicht glich, sehr genau überwacht. Das konnte eine neue Art Affenbrotbaum sein.

Ләкин ҡыуаҡ өҫкә үҫеңенән тиҙ генә туҡтаны һәм уның башында сәскә бөрөһө барлыҡҡа килде. Бәләкәй шаһзат бындай ҙур бөрөләрҙе күргәне юҡ ине әле, һәм мөғжизә күрәсәген һиҙемләне. Ә билдәһеҙ ҡунаҡ, әле үҙенең йәшел бүлмәһендә йәшенеп эй әҙерләнә, эй ҡупшылана ине.

Aber der Strauch hörte bald auf zu wachsen und begann, eine Blüte anzusetzen. Der kleine Prinz, der der Entwicklung einer riesigen Knospe beiwohnte, fühlte wohl, es müsse eine wunderbare Erscheinung aus ihr hervorgehen, aber die Blume wurde nicht fertig damit, sich in ihrer grünen Kammer auf ihre Schönheit vorzubereiten.

Ул хәстәр менән буяуҙар һайлай ине. Ул ашыҡмай, бер бер артлы таж япраҡтарын кейеп ҡарап, биҙәнә ине. Ул ниндәйҙер мәк кеүек ялбыр килеш донъяға килергә теләмәй ине. Ул матурлығының бар сағыулығы менән күренергә теләй ине. Эйе, был хәтәр ҡыйпанлаҡ ине!

Sie wählte ihre Farben mit Sorgfalt, sie zog sich langsam an, sie ordnete ihre Blütenblätter eins nach dem andern. Sie wollte nicht wie die Mohnblüten ganz zerknittert herauskommen. Sie wollte nicht früher erscheinen als im vollen Ornat ihrer Schönheit. Nun ja! sie wollte gefallen.

Серле әҙерләнеүҙәр көндән көн дауам итте. Һәм, ниһайәт, бер иртә менән, ҡояш саҡ ҡалҡҡан мәлдә, таждар асылды.

Ihre geheimnisvolle Toilette hatte also Tage und Tage gedauert. Und dann, eines Morgens, gerade zur Stunde des Sonnenaufganges, hatte sie sich enthüllt.

Һәм, ошо мәлгә әҙерләнеп күп көс һалған һылыуҡай, иҫәнләй биреп әйтте:

Und die, die mit solcher Genauigkeit gearbeitet hatte, sagte gähnend:

— Ах, мин көскә уяндым… Ғәфү… Мин әле бигерәк йолҡош…

»Ach! ich bin kaum aufgewacht … Ich bitte um Verzeihung … Ich bin noch ganz zerrauft …«

Бәләкәй шаһзат һоҡланыуын тота алмай ине:

Da konnte der kleine Prinz seine Bewunderung nicht mehr verhalten:

— Һеҙ шундай матур!

»Wie schön Sie sind!«

— Эйе, ысынмы? — шым яуап ҡайтарҙы. — Һәм иғтибар итегеҙ, мин ҡояш менән тыуҙым.

»Nicht wahr?« antwortete sanft die Blume. »Und ich bin zugleich mit der Sonne geboren …«

Иҫ китерлек ҡунаҡ тыйнаҡлыҡ етмәүҙән ыҙаламағанына Бәләкәй шаһзат, әлбиттә, төшөндө, әммә ул шул тиклем матур ине, хатта тын ҡыҫыла ине!

Der kleine Prinz erriet wohl, daß sie nicht allzu bescheiden war, aber sie war so rührend!

Ә тиҙҙән ул:
— Иртәнге аш ваҡыты етте кеүек. Изгелегегеҙҙе күрһәтеп минең турала хәстәрләгеҙсе…

»Ich glaube, es ist Zeit zum Frühstücken«, hatte sie bald hinzugefügt, »hätten Sie die Güte, an mich zu denken?«

Бәләкәй шаһзат ныҡ ҡаушап китте, һыу һипкес табып, сәскәне шишмә һыуы менән ҡойондорҙо.

Und völlig verwirrt hatte der kleine Prinz eine Gießkanne mit frischem Wasser geholt und die Blume bedient.

Тиҙҙән һылыуҡайҙың ғорур һәм үсексән икенлеге асыҡланды, һәм Бәләкәй шаһзат уның менән бигерәк йонсоп бөттө. Уның дүрт сәнскәге бар ине, һәм бер мәл ул:

So hatte sie ihn sehr bald schon mit ihrer etwas scheuen Eitelkeit gequält. Eines Tages zum Beispiel, als sie von ihren vier Dornen sprach, hatte sie zum kleinen Prinzen gesagt:

— Юлбарыҫтар килһен, мин уларҙың тырнаҡтарынан ҡурҡмайым! — тине.

»Sie sollen nur kommen, die Tiger, mit ihren Krallen!«

— Минең ҡауҡабта юлбарыҫтар булмай, — тип ҡаршы килде Бәләкәй шаһзат. — Ә һуңынан, юлбарыҫтар үлән ашамай.

»Es gibt keine Tiger auf meinem Planeten«, hatte der kleine Prinz eingewendet, »und die Tiger fressen auch kein Gras.«

— Мин үлән түгел, — тип асыуын белдерҙе сәскә.

»Ich bin kein Gras«, hatte die Blume sanft geantwortet.

— Ғәфү итегеҙ…

»Verzeihen Sie mir …«

— Юҡ, юлбарыҫтар миңә ҡурҡыныс түгел, әммә мин үтә елдән бик ныҡ ҡурҡам. Һеҙҙең пәрҙәгеҙ юҡмы?

»Ich fürchte mich nicht vor den Tigern, aber mir graut vor der Zugluft. Hätten Sie keinen Wandschirm?«

«Үҫмлек, ә үтә елдән ҡурҡа… бик сәйер… — тип уйланы Бәләкәй шаһзат. — Ҡайһылай һолҡо ҡатмарлы был сәскәнең».

Grauen vor Zugluft? … Das sind schlechte Aussichten für eine Pflanze, hatte der kleine Prinz festgestellt. Diese Blume ist recht schwierig …

— Кис еткәс мине ҡалпаҡ менән ҡаплағыҙ. Һеҙҙә бында бигерәк һыуыҡ. Үтә йәмһеҙ ҡауҡаб. Ә бына мин килгән яҡтарҙа…

»Am Abend werden Sie mich unter einen Glassturz stellen. Es ist sehr kalt bei Ihnen. Das ist schlecht eingerichtet. Da, wo ich herkomme …«

Ул әйтеп бөтөрмәне. Уны бит бында ул бойҙай сағында ғына ниҙер елеп алып килгән ине. Ул башҡа донъялар тураһында бер ни белә алмай ине. Алдауың еңелдән фаш ителгәндә, алдау ахмаҡлыҡ! Һылыуҡай оялып китте, һуңынан, Бәләкәй шаһзат уның алдында ни тиклем ғәйепле икәнен һиҙһен өсөн, бер-ике йүткереп алды:

Aber sie hatte sich unterbrochen. Sie war in Form eines Samenkorns gekommen. Sie hatte nichts von den anderen Welten wissen können. Beschämt, sich bei einer so einfältigen Lüge ertappen zu lassen, hatte sie zwei- oder dreimal gehustet, um den kleinen Prinzen ins Unrecht zu setzen:

— Пәрҙә ҡайҙа һуң?

»Der Wandschirm …?«

— Артынан барам ти инем дә, тик һеҙҙе тыңлап бөтмәй алмай инем!

»Ich wollte ihn gerade holen, aber Sie sprachen mit mir!«

Шул мәл ул нығыраҡ йүткереп ебәрҙе: шулай ҙа намыҫы ыҙалаһын әле бының!

Dann hatte sie sich neuerlich zu ihrem Husten gezwungen, um ihm trotzdem Gewissensbisse aufzunötigen.

Бәләкәй шаһзат был гүзәл сәскәне яратып уға хеҙмәт күрһәтергә шат булһа ла, уның күңелендә тиҙҙән шикләнеүҙәр уянды. Буш һүҙҙәрҙе ул йөрәгенә яҡын алып үҙен бик бәхетһеҙ хис итә башланы.

So hatte der kleine Prinz trotz des guten Willens seiner Liebe rasch an ihr zu zweifeln begonnen, ihre belanglosen Worte bitter ernst genommen und war sehr unglücklich geworden.

— Юҡҡа мин уны тыңлағанмын, — ышаныс менән әйтте ул миңә бер мәл. — Һис ҡасан гөлдәр ни тигәнен тыңларға кәрәкмәй. Уларға тик ҡарау һәм хуш еҫтәрен һулау кәрәк. Минең сәскәм ҡауҡабымды үҙенең тәмле еҫе менән туйындырҙы, ә мин уға ҡыуана белмәнем. Был юлбарыҫтар һәм тырнаҡтар тураһында һөйләшеүҙәр… Улар мине тәьҫирләндерергә тейеш ине, ә мин асыуландым…

»Ich hätte nicht auf die hören sollen«, gestand er mir eines Tages. »Man darf den Blumen nicht zuhören, man muß sie anschauen und einatmen. Die meine erfüllte den Planeten mit Duft, aber ich konnte seiner nicht froh werden. Diese Geschichte mit den Krallen, die mich so gereizt hat, hätte mich rühren sollen.«

Өҫтәүенә ул асып әйтте:

Er vertraute mir noch an:

— Мин ул саҡта бер ни аңламай инем! Һүҙҙәренә түгел, ә эшенә ҡарап һығымта яһарға ине. Ул миңә үҙенең хуш еҫен бүләк итте, минең тормошдо нурландыртты. Мин ҡасырға тейеш түгел инем. Был меҫкен хәйләләр һәм һылтауҙар артында мин нескәлекте танырға тейеш инем. Сәскәләр шул тиклем эҙмә-эҙлекһеҙҙәр! Тик мин бик йәш инем, мин әле ярата белмәй инем.

»Ich habe das damals nicht verstehen können! Ich hätte sie nach ihrem Tun und nicht nach ihren Worten beurteilen sollen. Sie duftete und glühte für mich. Ich hätte niemals fliehen sollen! Ich hätte hinter all den armseligen Schlichen Ihre Zärtlichkeit erraten sollen. Die Blumen sind so widerspruchsvoll! Aber ich war zu jung, um sie lieben zu können.«

IX

KAPITEL IX

Минең аңлауымса ул күсмә ҡоштар менән сәфәрҙәргә сығырға булған. Һуңғы иртәһендә ул ҡауҡабын ғәҙҙәти булмаған тырышлыҡ менән йыйыштырған. Хәстәрлек менән ғәмәлдәге янартауҙарҙы таҙартҡан. Уның ике янартауы булған. Уларҙа иртәнге ашты йылытыуы бик уңайлы.

Ich glaube, daß er zu seiner Flucht einen Zug wilder Vögel benutzt hat. Am Morgen seiner Abreise brachte er seinen Planeten schön in Ordnung. Sorgfältig fegte er seine tätigen Vulkane. Er besaß zwei tätige Vulkane, das war sehr praktisch zum Frühstückkochen.

Уларҙан тыш, уның бер һүнгән янартауы бар ине. Әммә, ни булырын кем белә тип уныһын да таҙалап ҡуйған. Янартауҙарҙы ваҡытлы таҙартҡанда улар, бер ниндәй урғылыуҙарһыҙ, тигеҙ һәм тыныс яналар. Янартау урғылыуы — мейес мөрйәһенең ҡоромо яныуына тиң.

Er besaß auch einen erloschenen Vulkan. Da er sich aber sagte: Man kann nie wissen! fegte er auch den erloschenen Vulkan. Wenn sie gut gefegt werden, brennen die Vulkane sanft und regelmäßig, ohne Ausbrüche. Die Ausbrüche der Vulkane sind nichts weiter als Kaminbrände.

Әлбиттә беҙ, ерҙә йәшәүсе кешеләр, бигерәк бәләкәйбеҙ һәм үҙебеҙең янартауҙарҙы таҙарта алмайбыҙ. Шуға ла улар беҙгә күп кенә уңайһыҙлыҡтар килтерә.

Es ist klar: Wir auf unserer Erde sind viel zu klein, um unsere Vulkane zu kehren. Deshalb machen sie uns so viel Verdruß.

Бәләкәй шаһзаттың баобабтарҙың һуңғы шытымдарын да йолҡоп алыуын һағышһыҙ тимәҫһең. Ул һис ҡасан ҡайтмаҫ тип уйлаған. Был иртәлә күнгән эше уға айырыуса рәхәтлек килтерә ине.

Der kleine Prinz riß auch ein bißchen schwermütig die letzten Triebe des Affenbrotbaumes aus. Er glaubte nicht, daß er jemals zurückkehren müsse. Aber alle diese vertrauten Arbeiten erschienen ihm an diesem Morgen ungemein süß.

Ә һуңғы тапҡыр мөғжизәле сәскәһенә һыу һибеп уны ҡалпаҡ менән ҡапларға йыйынғанында уның хатта илағыһы килә ине.

Und, als er die Blume zum letztenmal begoß und sich anschickte, sie unter den Schutz der Glasglocke zu stellen, entdeckte er in sich das Bedürfnis zu weinen.

— Хушығыҙ, — тине ул.

»Adieu«, sagte er zur Blume.

Һылыуҡай яуап бирмәне.

Aber sie antwortete ihm nicht.

— Хушығыҙ, — тип ҡабатланы Бәләкәй шаһзат.

»Adieu«, wiederholte er.

Ул йүткереп ебәрҙе. Тик һалҡындан түгел.

Die Blume hustete. Aber das kam nicht von der Erkältung.

— Мин ахмаҡ инем, — тине ул ниһәйәт. — Ғәфү ит мине. Һәм бәхетле булырға тырыш.

»Ich bin dumm gewesen«, sagte sie endlich zu ihm. »Ich bitte dich um Verzeihung. Versuche, glücklich zu sein.«

Һәм һис бер шелтәле һүҙһеҙ. Бәләкәй шаһзат бик аптыраған ине. Ул, ҡулында ҡалпаҡ тотҡан килеш, ҡаушау һәм аптырау хистәрендә шаҡ ҡатып ҡалды. Ҡайҙан һуң бил шым нескәлек?

Es überraschte ihn, daß die Vorwürfe ausblieben. Er stand ganz fassungslos da, mit der Glasglocke in der Hand. Er verstand diese stille Sanftmut nicht.

— Эйе, эйе, мин яратам һине, — ишетте ул. — Һин быны белмәүҙә минең ғәйебем. Был мөһим дә түгел инде. Тик һин минең кеүек үк ахмаҡ инең. Бәхетле булырға тырыш… Ҡалдыр ҡалпығыңды, миңә уның башҡа кәрәге юҡ.

»Aber ja, ich liebe dich«, sagte die Blume. »Du hast nichts davon gewußt. Das ist meine Schuld. Es ist ganz unwichtig. Aber du warst ebenso dumm wie ich. Versuche, glücklich zu sein … Laß diese Glasglocke liegen! Ich will sie nicht mehr …«

— Һуң бит ел…

»Aber der Wind …«

— Миңә ул тиклем һыуыҡ теймәне… Төнгө сафлыҡ миңә файҙаға булыр. Мин бит сәскә.

»Ich bin nicht so stark erkältet, daß … Die frische Nachtluft wird mir gut tun. Ich bin eine Blume.«

— Ә йәнлектәр, бөжәктәр…

»Aber die Tiere …«

— Күбәләктәр менән танышыр өсөн ике-өс ҡаршылауыҡты ғына түҙергә тейешмен бит инде. Улар һоҡланғыс булырға тейештәрҙер ул. Ә шунһыҙ кем миңә килеп йөрөр? Һин бит алыҫта буласаҡһың. Ә ҙур хайуандарҙан мин ҡурҡмайым. Минең дә тырнаҡтарым бар.

»Ich muß wohl zwei oder drei Raupen aushalten, wenn ich die Schmetterlinge kennenlernen will. Auch das scheint sehr schön zu sein. Wer wird mich sonst besuchen? Du wirst ja weit weg sein. Was aber die großen Tiere angeht, so fürchte ich mich nicht. Ich habe meine Krallen.«

Һәм ул эскерһеҙ итеп үҙенең дүрт сәнсәген күрһәтте. Шунан:

Und sie zeigt treuherzig ihre vier Dornen. Dann fügte sie noch hinzu:

— Һуҙма инде, түҙерлек түгел! Китергә булғанһың икән — кит, — тип өҫтәне.

»Zieh es nicht so in die Länge, das ist ärgerlich. Du hast dich entschlossen zu reisen. So geh!«

Ул үҙенең илағанын Бәләкәй шаһзатҡа күрһәтмәҫкә теләй ине. Был бик ғорур гөл ине…

Denn sie wollte nicht, daß er sie weinen sähe. Es war eine so stolze Blume.

X

KAPITEL X

325-се, 326-сы, 327-се, 328-се, 329-сы һәм 330-сы һанлы йондоҙлаҡтар Бәләкәй шаһзаттың ҡауҡабына иң яҡындары ине. Шуға күрә ул тәү сиратта шуларҙы күрергә булды: ниндәйҙер шөғөл табырға, һәм дә нимәгәлер өйрәнергә кәрәк ине бит.

Er befand sich in der Region der Asteroiden 325, 326, 327, 328, 329 und 330. Er begann also, sie zu besuchen, um sich zu beschäftigen und um sich zu bilden.

Беренсе йондоҙлаҡта батша йәшәй ине. Пурпурға һәм аҫ тиреһенә бөркәнгән ул, бик ябай һәм шулай ҙа мөһабәт, тәхеттә ултыра ине.

Auf dem ersten wohnte ein König. Der König thronte in Purpur und Hermelin auf einem sehr einfachen und dabei sehr königlichen Thron.

— Ә, бына хакимаҫт! — тип ҡысҡырып ебәрҙе батша Бәләкәй шаһзатты күргәс.

»Ah! Sieh da, ein Untertan«, rief der König, als er den kleinen Prinzen sah.

«Ул мине нисек таныған икән? — тип уйланы Бәләкәй шаһзат. — Ул бит мине беренсегә күрә!»

Und der kleine Prinz fragte sich: Wie kann er mich kennen, da er mich noch nie gesehen hat!

Ул батшаларҙың был донъяға ҡараштары ябай икәнен белмәй ине — улар өсөн бар кешеләр ҙә хакимаҫттар.

Er wußte nicht, daß für die Könige die Welt etwas höchst Einfaches ist: Alle Menschen sind Untertanen.

— Яҡынла әле, һине ҡарап алғым килә, — тине ул, кемгәлер батша була алғанына ныҡ ғорурланып.

»Komm naher, daß ich dich besser sehe«, sagte der König und war ganz stolz, daß er endlich für jemanden König war.

Бәләкәй шаһзат ултырыр урын эҙләп тирә яҡҡа ҡараны, тик аҫ тиреһенән булған мәнтлә бар ҡауҡабты ҡаплаған ине. Баҫып торорға тура килде, ә ул шул тиклем арыған ине… һәм ҡапыл иҫәнәп ебәрҙе.

Der kleine Prinz schaute sich nach einer Sitzgelegenheit um, aber der ganze Planet war bedeckt von dem herrlichen Hermelinmantel. Er blieb also stehen, und da er müde war, gähnte er.

— Этикет монарх алдында иҫнәүҙе рөхсәт итмәй, — тине батша. — Мин һиңә иҫнәргә тыям.

»Es verstößt gegen die Etikette, in Gegenwart eines Königs zu gähnen«, sagte der Monarch. »Ich verbiete es dir.«

— Мин аңғармаҫтан, — тип яуап бирҙе Бәләкәй шаһзат бик ҡаушап ҡына. — Мин оҙаҡ юлда булдым һәм бөтөнләй ҙә йоҡламаным…

»Ich kann es nicht unterdrücken«, antwortete der kleine Prinz ganz verwirrt. »Ich habe eine weite Reise gemacht und habe nicht geschlafen …«

— Улайһа, мин һиңә иҫнәргә бойорам, — тине батша. — Күп йылдар мин кемдеңдер булһа ла иҫнәгәнен күргәнем булманы. Миңә был хатта ҡыҙыҡ. Шулай итеп, иҫнә! Минең бойороғом шул.

»Dann«, sagte der König, »befehle ich dir zu gähnen. Ich habe seit Jahren niemanden gähnen sehen, das Gähnen ist für mich eine Seltenheit. Los! gähne noch einmal! Es ist ein Befehl.«

— Мин шөрләйем… Мин башҡа иҫнәй алмайым… — тигән һүҙен әйтеп Бәләкәй шаһзат оялыуынан ҡыҙарып та китте.

»Das ängstigt mich, ich kann nicht mehr …«, stammelte der kleine Prinz und errötete.

— Һм, һм… Улайһа… Улайһа минең һиңә бойороғом йә иҫнәргә, йә…

»Hm, hm!« antwortete der König. »Also dann … befehle ich dir, bald zu gähnen und bald …«

Батша буталып китеп, әҙерәк асыуланған да кеүек булды.

Er murmelte ein bißchen und schien verärgert.

Батша өсөн бит иң мөһиме — башҡаларҙың уға ҡаршылыҡһыҙ бойһоноуы. Баш эймәүсәнлекте ул түҙмәҫ ине. Был сикләнмәгән монарх ине. Тик ул бик изге ине, шуға ла аңлайышлы бойороҡтар бирә ине.

Denn der König hielt in hohem Maße darauf, daß man seine Autorität respektiere. Er duldete keinen Ungehorsam. Er war ein absoluter Monarch. Aber da er sehr gütig war, gab er vernünftige Befehle.

«Әгәр мин үҙ генералыма аҡсарлаҡҡа әүерелергә бойорһам, — әйтер булған ул, — һәм ул бойороҡто үтәмәһә, был уның ғәйебе түгел, ә минеке буласаҡ».

»Wenn ich geböte«, pflegte er zu sagen, »wenn ich einem General geböte, sich in einen Seevogel zu verwandeln, und wenn dieser General nicht gehorchte, es wäre nicht die Schuld des Generals. Es wäre meine Schuld.«

— Мин улытрһам буламы? — ҡыйыуһыҙ һораны Бәләкәй шаһзат.

»Darf ich mich setzen?« fragte schüchtern der kleine Prinz.

— Бойорам: ултыр! — яуапланы батша һәм бөйөклөк менән аҫ тиреһенән булған япмаһының салғауын йыйып алды.

»Ich befehle dir, dich zu setzen«, antwortete der König und zog einen Zipfel seines Hermelinmantels majestätisch an sich heran.

Тик Бәләкәй шаһзат аптырашта ҡалды. Ҡауҡаб шул тиклем бәләкәй. Нимә менән идара итә икән был батша?

Aber der kleine Prinz staunte. Der Planet war winzig klein. Worüber konnte der König wohl herrschen?

— Ғали йәнәптәре, — тип башланы ул, — мин һеҙҙән һорай аламмы…

»Herr«, sagte er zu ihm … »ich bitte, verzeiht mir, daß ich Euch frage …«

— Бойорам: һора! — ашығып әйтте батша.

»Ich befehle dir, mich zu fragen«, beeilte sich der König zu sagen.

— Ғали йәнәптәре… һеҙ нимә менән идара итәһегеҙ?

»Herr … worüber herrscht Ihr?«

— Бар нәмә менән дә, — ябай яуап бирҙе батша.

»Über alles«, antwortete der König mit großer Einfachheit.

— Бар нәмә менән дә?

»Über alles?«

Батша ҡулын йөрөтөп тыйнаҡ ҡына үҙ ҡауҡабына, һуңынан башҡа ҡауҡабтарға һәм йондоҙҙарға күрһәтте.

Der König wies mit einer bedeutsamen Gebärde auf seinen Planeten, auf die anderen Planeten und auf die Sterne.

— Һәм һеҙ барыһына ла баш булаһығыҙ? — тип ҡабаттан һораны Бәләкәй шаһзат.

»Über all das?« sagte der kleine Prinz.

— Эйе, — яуапланы батша.

»Über all das …«, antwortete der König.

Ул ысынында ла тулы хакимиәтле батша булғас, бер ниндәй ҡырҙарҙы һәм сиктәрҙе белмәй ине.

Denn er war nicht nur ein absoluter Monarch, sondern ein universeller.

— Һәм йондоҙҙар һеҙгә бойһонамы? — тип һораны Бәләкәй шаһзат.

»Und die Sterne gehorchen Euch?«

— Һуң әлбиттә, — яуапланы батша. — Йондоҙҙар шунда уҡ бойһона. Тыңламаусанлыҡты мин түҙмәйем.

»Gewiß«, sagte der König. »sie gehorchen aufs Wort. Ich dulde keinen Ungehorsam.«

Бәләкәй шаһзат хайран ҡалған ине. Бына уға шундай ҡеүәт көс булһа! Ул ҡояш байыуы менән көнөнә ҡырҡ дүрт тапҡыр түгел, ә етмеш ике тапҡыр һоҡланыр ине, ә бәлки йөҙ, йә ике йөҙ тапҡыр, һәм уға ултырғысын да урындан урынға күсереп йөрөргә кәрәкмәҫ ине!

Solche Macht verwunderte den kleinen Prinzen sehr. Wenn er sie selbst gehabt hätte, wäre es ihm möglich gewesen, nicht dreiundvierzig, sondern zweiundsiebzig oder sogar hundert oder selbst zweihundert Sonnenuntergängen an ein und demselben Tage beizuwohnen, ohne daß er seinen Sessel hätte rücken müssen.

Бында ул ҡабат, үҙенең ҡалдырып киткән ҡауҡабын иҫкә алып, моңһоуланып китте, һәм ҡыйыулығын йыйып батшаға үтенде:

Und da er sich in der Erinnerung an seinen kleinen verlassenen Planeten ein bißchen traurig fühlte, faßte er sich ein Herz und bat den König um eine Gnade:

— Мин ҡояш байығанын күрергә теләр инем… Зинһар, рәхимлек күрһәтеп, ҡояшҡа батырға бойороғоҙ…

»Ich möchte einen Sonnenuntergang sehen … Machen Sie mir die Freude … Befehlen Sie der Sonne unterzugehen …«